Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы
Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы (15 август 1931 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1959—1985 йылдарҙа Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов | |
Эшмәкәрлек төрө: |
хужалыҡ эшмәкәре |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Әлмәкәй утары |
Гражданлығы: | |
Ҡатыны: |
Маһира Талип ҡыҙы |
Награда һәм премиялары: |
БиографияһыҮҙгәртергә
- Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов 1931 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Мәләүез районы Әлмәкәй утарында тыуған.
- 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтытын тамамлай.
- 1957 йылдан алып Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхозында эшләй.
- 1959 йылдан башлап шул уҡ хужалыҡта рәйес.
- 1985—1998 йылдарҙа Мәләүез районы әҙерләүҙәр һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы.
С. Н. Зәйнәғәбдинов етәкселегендә В. И. Ленин исемендәге колхоз етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — гектарынан 20 центнер, көнбағыштыҡы (орлоғо) — гектарынан 14 центнер; бер һыйырҙан ураса йыллыҡ һауым — 2780 кг; дәүләткә иген һатыу — 3760 тонна; ит 260 тонна тәшкил итә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1965)
- Ленин ордены (1971)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы. «Герои страны» сайты.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- М. А. Агафонов. Аромат хлеба // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Социалистического Труда. — Уфа, 1973;
- Герои труда. — Уфа, 2011.