Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы

112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры

Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы (рус. Шарафутдинов Салих Хафизович) (1903—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты.[1]

Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Татлыбай, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 1943
Вафат булған урыны Чернухино, Перевальск районы[d], Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем сәбәбе Украинаның көнсығышында хәрби конфликтта һәләк булғандар[d]
Һөнәр төрө яугир
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Хәрби подразделение 112-се Башҡорт атлы дивизияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

1903 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе, хәҙерге административ бүленеш буйынса, Башҡортостандың Баймаҡ районы Татлыбай ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Баймаҡ районы военкоматы тарафанан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында шофёр булып хеҙмәт итә.

Шәрәфетдинов Сәлих Хафиз улы 1943 йылдың 1 ғинуарынан 24 февраленә тиклем арауыҡта Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙерге Луганск өлкәһе) Чернухино ауылы янында алышта һәләк була.[2] Шул саҡта саҡта дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов та һәләк була.[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Чернухино ауылы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә