Сыртланов Сәлих Йыһанша улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Сыртланов Сәлих Йыһанша улы (рус. Сыртланов Салих Зиганшинович) (1910 йыл — 9 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-cе кавалерия полкында пулеметсы, ПВО взводы отделениеһы командиры,[1]. . Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[1].

Сыртланов Сәлих Йыһанша улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Түбә, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 9 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Ерләнгән урыны Луганск өлкәһе
Һөнәр төрө пулемётчик
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлих Йыһанша улы Сыртланов 1910 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған[1]. 1941 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында башта пулеметсы, һуңынан ПВО (һауа һөжүменән һаҡланыу) взводы командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 1 ғинуарында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим ителә[2] (1943 йылдың 20 февралендәге 187-се бойороҡ).

«Память народа» сайтында Сыртланов Самигулла Зиганшанович исеме буйынса мәғлүмәттәр теркәлгән: 1910 йылғы, һуғышҡа 1942 йылда алынған, 1943 йылдың февралендә хәбәрһеҙ юғалған, ҡатыны Баймаҡ районы Түбә руднигы, Горная урамы, 7 йорт адресы буйынса күрһәтелгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә