Роберт
Роберт (нем. Robert) — герман сығышлы ир-ат исеме. Башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтарында ла ир балаға ҡушыла торған үҙләштерелгән исем.
Роберт | |
Роберт | |
Транслитерация | Robert |
---|---|
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
Этимологияһы
үҙгәртергәТәржемә иткәндә, «даны менән балҡып тора» тигән мәғәнә биргән боронғо герман (H)rod-berht (Hrōðberχt) исеме[1]. Шулай уҡ был исем варианттары Руперт һәм инглиз иркәләү формаһы Боб, шулай уҡ Робин булыуы мөмкин. Киң таралған була. Европаның немец телле һәм француз телле төбәктәрендә таралған була. Нормандиянан Англияға[2] килә.
"Урыҫ шәхси исемдәр һүҙлеге"ндә үҙләштерелгән исем булараҡ бирелгән. Роберт исеменең урыҫ телендәге иркәләү формаһы: Робе́ртушка, Ро́ба[3].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәБайымов Роберт Нурмөхәмәт улы (10 ғинуар 1937 йыл — 30 апрель 2010 йыл) — әҙәбиәт белгесе һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәф Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Заһретдинов Роберт Абдрахман улы (16 декабрь 1932 йыл — 1 март 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсыһы, педагог-музыкант. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ы (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы. «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012)
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (17 июнь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1971), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991, математика, механика, информатика секцияһы), 2017 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океонология институтының ғилми етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының элекке президенты, Рәсәй Федерацияһы 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.
Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (11 ғинуар 1929 йыл — 28 август 1995 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
Иҙрисов Роберт Хәбиб улы (13 апрель 1944 йыл) — инженер-механик, техник фәндәре докторы (2002), профессор (2007), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980).
Ғәзизов Роберт Хәким улы (25 сентябрь 1939 йыл) — башҡорт СССР (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8 апрель 1934 йыл — 12 август 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)
Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (2 ноябрь 1939 йыл) — комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).
Әхмәтов Роберт Сәлим улы (рус. Ахметов Роберт Салимович; 5 май 1941 йыл) — Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылыш халыҡ депутаты.
Рождественский Роберт Иванович ( Ро́берт Станисла́вович Петке́вич; 20 июнь 1932 йыл — 19 август 1994 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры, тәржемәсе, йырҙар авторы. «Алтмышынсылар әҙәбәиәте» эпохаһының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Ленин комсомолы премияһы һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты.
Паль Роберт Васильевич (15 апрель 1938 йыл) — шағир һәм яҙыусы, тәржемәсе, журналист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), 1969 йылдан СССР Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008), Степан Злобин (1998) һәм Фәтих Кәрим исемендәге (2009) премиялар лауреаты.
- Иблис Роберт, шулай уҡ Күркәм Роберт —1026—1027 йылдарҙа Иемуа графы, 1027 йылдан Нормандия герцогы.
- Роберт Куртгёз — Нормандия герцогы (1087—1106), Мэн графы (1063—1069), Буйһондороусы Вильгельмдың өлкән улы, Англия тәхетенә бер нисә тапҡыр дәғүә итеүсе, Беренсе тәре походы етәксеһе.
- Роберт II — Фландрия графы.
- Роберт II — Франция короле, Капетингтар династияһынан, 996—1031 йылдарҙа хакимлыҡ иткән.
- Аҡыллы Роберт — 1309—1343 йылдарҙа Неаполь короле һәм Прованс графы Анжуй династияһынан.
- Роберт I Брюс — Шотландия короле (1306—1329), Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш барышында Англияға ҡаршы торған бөйөк шотланд монархтарының береһе, Брюс король династияһына нигеҙ һалыусы.
- Роберт II — 1371 йылдан Шотландия короле, шотланд тәхетендә Стюарттар династияһын башлаусы.
- Роберт — Шартр герцогы, француз принцы һәм хәрбие.
- Роберт де Куртене — Латин империяһы императоры.
- Көслө Роберт — 853—858, 861—865 һәм 866 йылдарҙа Тур, Блуа һәм Анжу графы, 865—866 йылдарҙа Отён, Невер һәм Осер графы, 860-сы йылдарҙа Париж графы, 861—866 йылдарҙа Нейстрия маркизы.
- Роберт I — Франция короле, Париж графы, маркиз Нейстрия маркизы, 922—923 йылдарҙа Көнбайыш Франк короллеге короле.
- Карл Роберт I — 1310 йылдың 27 авгусынан Венгрия һәм Хорватия короле.
- Роберт Тарентский — Таранто кенәзе, Албания короле, Ахея кенәзе, Константинополдең титуляр императоры (Роберт II булараҡ).
- Роберт III — 1390 йылдан Стюарттар династияһынан Шотландия короле.
- Изгеләр
- Роберт Молемский — католик изгеһе, цистерцианлылар орденына нигеҙ һалыусы.
- Роберто Беллармин — ғалим-иезуит, дин белгесе-полемист, кардинал һәм Католик Сиркәүенең бөйөк инквизиторы, яҙыусы һәм гуманист.
- Кино
- Роберт Паттинсон — инглиз актёры.
- Кесе Роберт Дауни — америка актёры.
- Роберт Редфорд — америка актёры, режиссёр һәм продюсер.
- Роберт Родригез — америка режиссёры һәм продюсеры.
- Роберт Земекис — америка режиссёры һәм продюсеры.
- Роберт Де Ниро — америка актёры, режиссёры һәм продюсеры.
- Роберт Тейлор — америка актёры.
- Роберт Уайз — америка кинорежиссёры һәм продюсеры, дүрт тапҡыр «Оскар» премияһына лайыҡ була.
- Роберт Шон Леонард — америка актёры.
- Роберт Аршавирович Саакянц — СССР һәм әрмән режиссёры, сценарист һәм рәссам-мультипликатор.
- Музыканттар
- Роберт Смит — инглиз музыканты, төркөм фронтмены The Cure.
- Роберт ван де Корпут (Hardwell) — нидерланд DJ һәм Big Room House, Progressive House, Dutch House һәм Hardstyle стилдәрендә музыка продюсеры.
- Роб Свайр («Роб») — австралия музыка продюсеры, йырсы һәм клавишник. фронтмены һәм продюсер группы Pendulum төркөмө , также продюсер и DJ дуэта Knife Party.
- Роберт Плант — британский рок-вокалист, известный участием в группе Led Zeppelin.
- Роберт Майлз — итальянский DJ и продюсер музыки, является изобретателем жанра «Dream Trance».
- Роберт Шуман — немецкий композитор и музыкальный критик.
- Роберто Каччапалья — итальянский композитор и пианист.
- Ғалимдар
- Роберт Вильгельм Бунзен — немецкий химик-экспериментатор.
- Роберт Оппенгеймер — американский учёный, изобретатель атомной бомбы.
- Роберт Гук — английский физик, открыл закон упругости (закон Гука).
- Роберт Бойль — англо-ирландский натурфилософ, физик, химик и богослов.
- Роберт Семёнович Кинасошвили — СССР авиация двигателдәре конструкторы, техник фәндәре докторы.
- Роберт Густавович Ниренберг — инженер, изобретатель приборов звуковой подводной связи[4].
- Роберт Моррис Сапольски — профессор биологии, неврологии и нейрохирургии.
- Спортта билдәлелек яулаған Роберт исемлеләр
Роберт Фишер (Бобби) (англ. Robert James «Bobby» Fischer); 9 март 1943 йыл — 17 ғинуар 2008 йыл) — Америка гроссмейстеры һәм шахмат буйынса ун беренсе донъя чемпионы. (серб. Šahovski informator) журналы версияһы буйынса — XX быуаттың көслө шахматсыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Hans Bahlow. Unsere Vornamen im Wandel der Jahrhunderte. Starke Verlag, Limburg a. d. Lahn 1965, S. 86.
- ↑ Withycombe, E., 1973 edn. Oxford Dictionary of English Christian names OUP
- ↑ Петровский Н. А. Указатель производных (уменьшительных) имён // Словарь русских личных имён: более 3000 имен. — 6. изд., стер.. — М.: Русские словари, 2000. — 477 с.
- ↑ М. Чемерис, Е. Шошков Русские изобретатели гидроакустических средств // Министерство обороны СССР Военно-исторический журнал : журнал. — М.: Красная звезда, 1967. — № 3. — С. 103—108.