Роберт Фишер

америка шахматисы, ун беренсе донъя чемпионы

Роберт Джеймс (Бобби) Фишер (ингл. Robert James "Bobby" Fischer; 9 март 1943 йыл — 17 ғинуар 2008 йыл) — Америка гроссмейстеры һәм шахмат буйынса ун беренсе донъя чемпионы. Šahovski informator журналы версияһы буйынса — XX быуаттың көслө шахматсыһы.

Роберт Фишер
ингл. Robert James Fischer
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Исландия
 Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Robert James Fischer
Тыуған көнө 9 март 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Чикаго, Иллинойс, Америка Ҡушма Штаттары[5][6][7][…]
Вафат булған көнө 17 ғинуар 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][8][9] (64 йәш)
Вафат булған урыны Рейкьявик, Исландия[10][11][6][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][12]
Үлем сәбәбе бөйөр етешмәүсәнлеге[d][12]
Ерләнгән урыны Сельфосс[d][8]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Неменьи, Пол Феликс[d][13]
Хәләл ефете Миёко Ватаи[d][14]
Һөнәр төрө шахматсы, яҙыусы, уйлап табыусы, художник-аниматор
Шахматный титул гроссмейстер[d] һәм халыҡ-ара мастер[d]
Уҡыу йорто школа Эразма[d][15][16]
Кемдә уҡыған Carmine Nigro[d], Норман Уитакер[d] һәм Уильям Ломбарди[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2785
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1960[d][17], Шахматная олимпиада 1962[d][17], Шахматная олимпиада 1966[d][17] һәм Шахматная олимпиада 1970[d][17]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт bobbyfischer.net
Хеҙмәттәре тупланмаһы Eye Filmmuseum[d][9]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Роберт Фишер Викимилектә

Фишер шахматта иртә йәшенән ҙур оҫталыҡ күрһәтә: 13 йәшендә ул юниорҙар араһында АҠШ чемпионы була, 14 йәшендә өлкәндәр чемпионатында еңеп сыға, 15 йәшендә ул ваҡыттағы иң йәш гроссмейстер һәм донъя беренселегенә иң йәш дәғүәсе була. 20 йәшендә АҠШ-тың 1963/64 йылғы чемпионатында 11 партияла 11 еңеү яулай. Был турнирҙың барлыҡ тарихында берҙән-бер идеаль һөҙөмтә була. 1970 йылда зона-ара турнирҙа дәғүәсеһен 3,5 мәрәйгә уҙып һәм 20 партия рәттән еңеп, шул иҫәптән претенденттар матчында 6:0 иҫәбе менән ике еңеү яулап, 1971 йылдың июлендә ул ваҡытта ФИДЕ-ла иң юғары рейтингка эйә була.

Фишер 1972 йылда донъя чемпионатында Рейкьявикта (Исландия) Борис Спасскийҙы (СССР) еңә, һуңынан рәсми шахмат ярыштарында сығыш яһамай. 1975 йылда Фишер донъя беренселеге матчын үткәреү шарттарын тәҡдим итә, әммә ФИДЕ уларҙы ҡабул итмәй. Уның менән һөйләшергә тырышыу уңышһыҙ тамалана һәм ФИДЕ Фишерҙы чемпион исеменән мәхрүм итә, ә һайлап алыу циклында дәғүәселәрен еңгән Анатолий Карпов яңы донъя чемпионы була.

Чемпион титулын юғалтҡандан һуң Фишер үҙ-үҙенә бикләнә. 1992 йылда ул Югославияла рәсми булмаған матч-реваншта Спасскийҙы еңә, был АҠШ хөкүмәте менән низағҡа килтерә һәм уны ҡулға алырға бойоралар. Фишер Европала йәшәй, шунан — Көньяҡ Азияла, 2004 йылда Японияла ҡулға алына һәм бер нисә ай буйы һаҡ аҫтында тотола. 2005 йылда Исландия паспорты һәм гражданлығын ала, унда 2008 йылға — вафатына тиклем йәшәй.

Фишер шахматты үҫтереүгә оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән өлөш индерә. 1990 йылдарҙа ул модификацияланған шахмат хронометраж системаһын патентлай. Уға ярашлы, һәр йөрөштән һуң ваҡыт оҙая һәм хәҙер был система иң яҡшы турнирҙарҙа һәм матчтарҙа ҡулланыла. Ул шулай уҡ Фишранд — бөгөн 960 булараҡ билдәле шахматтың яңы вариантын уйлап таба.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Фишер, Р. Д. «Мои 60 памятных партий». — серия «Выдающиеся шахматисты мира», М., Физкультура и спорт, 1972. — 272 с., 1 л. портр.
  • Меднис, Эдмар. «Как побеждали Бобби Фишера», М., Прогресс, 1981. — 280 с.
  • Фишер, Р. Д. «Бобби Фишер учит играть в шахматы», Здоров’я, Киев, 1990. — 280 с.
  • Мансуров, Е. А., «Загадка Фишера», М., Советский спорт, 1992. — 304 с., ил.
  • Сафиуллин, Р. К., «Шахматное наследие Роберта Джеймса Фишера», Казань, Форт Диалог, 1992. — 352 с., ил.
  • Тайманов, М. Е. «Я был жертвой Фишера», С-П., Шахфорум, 1993. — 112 с., ил.
  • Голубев А. Н., Гутцайт Л. Э. «744 партии Бобби Фишера», в двух томах. — М., Ролег Лимитед, 1993.
  • Фишер Б., Маргулис С., Мозенфельдер Д. «Уроки шахматного гения», Минск, Попурри, 2003. — 352 с.
  • Воронков С. Б., Плисецкий Д. Г. «Русские против Фишера». — серия «Искусство шахмат», М., Рипол Классик, 2004. — 528 с., ил.
  • Каспаров, Г. «Мои великие предшественники», том 4, «Фишер и звёзды Запада», М., Рипол Классик, 2005. — 544 с., ил.
  • Пак, В. Н. «Роберт Фишер. Парадоксы шахматного гения», М., Сталкер, 2005. — 352 с., ил.
  • Пак, В. Н. Баранюк А. И. Возмутитель шахматного мира (Серия «Знаменитые имена в шахматах») О жизни и творчестве Роберта Фишера К: ТОВ «Задруга», 2008. — 640 с.; ил.
  • Линдер И. М., Линдер В. И. «Роберт Фишер: жизнь и игра», М., Астрель, 2006. — 352 с., ил.
  • Айдинау Дж., Эдмондс Д. «Бобби Фишер идет на войну», М., Рипол Классик, 2008. — 304 с., ил.
  • Неизвестное шахматное наследие Фишера. Составитель Михаил Соколов. — М.: Русский шахматный дом, 2011. — 144 с. — (Шахматный университет). — ISBN 978-5-94693-162-5
  • Безгодов А. М. «Роберт Фишер: секреты мастерства». Феникс, 2018. 94 с., — ISBN 978-5-907002-10-4
  • Брага Ф., Льярдо К., Минсер К. Бобби Фишер: Легенда: Жизнь и партии величайшего гения шахмат / Пер. с исп. — М.: Русский шахматный дом, 2012. — 312 с. — (Великие шахматисты мира). — ISBN 978-5-94693-256-1
  • Брейди, Фрэнк. Конец игры : биография Роберта Фишера : удивительный взлёт и падение Бобби Фишера — путь американского гения, окончившийся у края сумасшествия. — М. : Андрей Ельков, 2015. — 447 с., [6] л. ил. — ISBN 978-5-906254-25-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Шахматные ссылки