Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге

Башҡортостан Республикаһының композиторҙарын, музыка белгестәрен, музыка тәнҡитселәрен берләштергән ижади йәмәғәт ойошмаһы

Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге — Башҡортостан Республикаһының композиторҙарын, музыка белгестәрен, музыка тәнҡитселәрен берләштергән ижади йәмәғәт ойошмаһы.

Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге
БР Композиторҙар берлеге
Административ үҙәге

Өфө, Башҡортостан, Рәсәй

Ойошма төрө

Ижади йәмәғәт ойошмаһы

Рәсми телдәре

рус, башҡорт

Етәкселәре
рәйес

Л. З. Исмәғилева

Нигеҙләнгән

1940

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.skompositorov.org/

«Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлеге»нең адресы: 450006, Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 6-сы йорт.

Берлек эшенең төп формаһы — музыкаль әҫәрҙәрҙе тыңлап ҡарау һәм улар буйынса фекер алышыу, конкурстар, фестивалдәр, ижад кисәләре һәм концерттар ойоштороу. Берлек составына Музыка фонды (1941 йылда нигеҙләнгән), музыка ғилеме секцияһы һәм  йәштәр секцияһы (1985—1991) инә.

Башҡарма органы — идара, ул 2-3 йылға бер тапҡыр пленумдар үткәрә. Берлектең эшендә композиторҙар С. Х. Ғәбәши, К. Й. Рәхимов, Н. Ғ. Сабитов, музыка белгестәре М. З. Бәширов, Л. П. Атанова һәм башҡалар әүҙем ҡатнашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлегенең төп бурысы  —  композиторҙарҙың һәм музыка белгестәренең ижади үҫешенә һәм профессиональ оҫталығының камиллашыуына булышлыҡ итеү. 

1982 йылдан берлек тарафынан Волга буйы һәм Урал республикаларының музыкаль фестивалдәре үткәрелә. Берлектә төрлө быуын композиторҙары: Р. В. Сәлмәнов, Ш. В. Ҡолбарисов, А. Х. Ғабдрахманов, Р. М. Хәсәнов, А. Т. Кәримов, С. Г. Шаһиәхмәтова, Л. З. Исмәғилева, Д. Д. Хәсәншин, С. Ә. Низаметдинов, Р. Р. Йыһанов, А. М. Ҡобағошов, Н. Ә. Дауытов, Р. Н. Сабитов һәм башҡалар; музыка белгестәре: Э. М. Давыдова, Х. С. Ихтисамов, Г. Х. Әхмәтова, Н. В. Әхмәтйәнова, Е. Р. Скурко һәм башҡалар ағза була.

Башҡорт профессиональ музыкаһы башында композиторҙар М. М. Вәлиев, Х. К. Ибраһимов, С. X. Ғәбәши, К. Й. Рәхи­мов, Ғ. С. Әлмөхәмәтов тора. ХХ быуаттың 20—30-сы йылдарында улар башҡорт халыҡ йырҙарын эшкәртә,  бәләкәй формалағы тәүге композиторлыҡ әҫәрҙәре  — йырҙар, романстар, инструменталь пьесалар — ижад итә, театр спектаклдәренә музыка яҙа. Рус фольклор музыкаһы белгестәре  А. Ключарёв, И. Салтыков, А. Эйхенвальд һәм башҡалар башҡорт музыканттары менән берлектә башҡорт музыка фольклорын йыйыу һәм яҙып алыу буйынса бик ҙур эш башҡара.  

Республиканың Композиторҙар берлеге Өфөлә Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 1940 йыл 2 февраль ҡарары менән ойошторола.  Иң тәүҙә уның составына биш композитор һәм фольклорсы инә: М. З. Бәширов,  М. М. Вәлиев (берлектең беренсе рәйесе), С. Х. Ғәбәши, Х. К. Ибраһимов, Р. Ә. Мортазин.

Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлеге ағзаһы булған композиторҙар тарафынан башҡорт музыкаһы ижад ителә һәм үҫтерелә. 1940 йылда беренсе башҡорт операһы  — М. М. Вәлиевтең «Һаҡмар»ы барлыҡҡа килә. 1944 йылда  Башҡорт  опера һәм балет театрында тәүге милли балет — Л. Б. Степанов менән З. Ғ. Исмәғилевтең «Сыңрау торна»һы ҡуйыла. 

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан Композиторҙар берлегендә Советтар Союзының төрлө ҡалаларынан эвакуацияланған композиторҙар эшләй. Ижадтарының төп темаһы Ватанды һаҡлау була. «Композиторҙар — фронтҡа» тигән  40 йырҙан торған йыйынтыҡ, башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн йырлы 24 листовка әҙерләнә,  уларға героик, лирик, шаян йырҙар, шулай уҡ Башҡортостандың батыр улдары тураһындағы йырҙар (З. Исмәғилевтең «Шайморатов генерал», «Таһир Күсимов», «Байғужа Сәйетғәлин», Р. Мортазиндың «Сикте һаҡла», А. Спадавеккианың «Күтәрел, Урал!», М. Вәлиевтең «Дивизия, алға!», Н. Чемберджиҙың «Башҡорт атлылары», Х. Ибраһимовтың «Тыуған илде бирмәбеҙ», Т. Кәримовтың «Гөлсирәнең һөйгәне», Р. Ғәбитовтың «Һуғышҡа ҡаршы таҡмаҡтар» һәм башҡалар) инә. Композиторҙар эвакогоспиталдәрҙә, саҡырыу пункттарында фронтҡа китеүсе һалдаттар алдында концерттар менән сығыш яһай, ә З. Исмәғилев һәм Т. Кәримов артистар менән бергә фронтҡа Башҡорт кавалерия дивизияһына барып сығыш яһай. Берлек ағзаһы булған йәш композиторҙар М. Рәхимов һәм Р. Ғәбитов (1913—1943)[1]  фронтта һәләк була.

1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы республиканың мәҙәни тормошонда мөһим ваҡиғаға әйләнә. Мәскәүгә килтерелгән спектаклдәр араһында З. Ғ. Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһы була. Һуғыштан һуңғы осорҙа кантата-оратория жанрындағы әҫәрҙәр барлыҡҡа килә (Х. Ш. Заимовтың «Башҡортостан», Н. Ғ. Сабитовтың «Матростар» кантаталары); Р. Ә. Мортазин «Байрам симфониеттаһы»н, шунан һуң Беренсе симфонияһын (1957) яҙа.

Бындай отчет икенсе тапҡыр 1964 йылда, Өфөлә РСФСР Композиторҙар берлеге Секретариатының күсмә ултырышы үткәрелгәндә  була. Сараға хәҙерге замандың мәшһүр  композиторы Дмитрий Дмитриевич Шостакович етәкселек итә.

1968 йылда  Өфө дәүләт сәнғәт институты асылғас,  БАССР-ҙа композитор кадрҙары әҙерләнә башлай.

Билдәле композиторҙар етәкселегендә эшләгән Башҡортостан Композиторҙар берлеге төрлө йүнәлештәрҙә эшмәкәрлек алып бара: ижад проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, яңы әҫәрҙәре тыңлауҙар була, пленумдар һәм съездар ойошторола,  нота баҫмаларын нәшерләү, милли музыканы пропагандалау,  башҡорт фольклорын йыйыу һәм өйрәнеү, тәнҡит һәм башҡарыу менән бәйле проблемалар хәл ителә. 

Әлеге осорҙа  «Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһының  46 ағзаһы (31 композитор һәм 15 музыка белгесе) бар.

2013 йылдан Берлектең рәйесе вазифаһында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР, РФ һәм БР Композиторҙар союзы ағзаһы  Ләйлә Исмәғилева эшләй.  

Башҡортостан Республикаһында әлеге заманда емешле эшләгән һәм Башҡортостан Композиторҙар берлеге ағзаһы булып торған композиторҙар: һигеҙ симфония авторы Рафаил Ҡасимов, өс балет авторы Ләйлә Исмәғилева, Рөстәм Сабитов, Айрат Кәримов, Роза Сәхәүетдинова, Айрат Ҡобағошов, Андрей Березовский, Данил Хәсәншин, Hyp Дауытов. Ижади һәм педагогик эшмәкәрлекте бергә алып барған   композиторҙар:  Илдар Хисаметдинов, Азамат Хәсәншин, Валерий Скобелкин, Салауат һәм Айһылыу Сәлмәновтар, Рәшит Йыһанов.

Республика композиторҙарының әҫәрҙәре Милли симфоник оркестр һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ музыка ҡоралдары оркестры[2], Башҡортостандың Академия хор капеллаһы[3] репертуарына инә. Композиторҙар араһында күптәр Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының  почётлы исемдәрен йөрөтә.  Л. Исмәғилева, Р. Сабитов, С. Низаметдинов — Рәсәй Композиторҙар берлегенең  Д. Шостакович исемендәге премияһы лауреаттары. Р. Ҡасимов республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты була. 

Берлек ағзалары

үҙгәртергә
  • Азамат Аҙнағолов
  • Алина Әхмәтова
  • Андрей Константинович Березовский
  • Игорь Владимирович Бурдуков — Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының тауыш режиссёры,  З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының тауыш режиссураһы кафедраһы һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы.
  • Айрат Рәшит улы Ғайсин
  • Шәүрә Ғәппәсова
  • Ринат Сабит улы Хафизов
  • Ғәзиз Сәлих улы Дәүләтбирҙин
  • Нур Әсғәт улы Дауытов
  • Айгөл Риф улы Йәнекәева
  • Рәшит Рәхим улы Йыһанов
  • Галина Йыһанова, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты 
  • Фәнил Риф улы  Ибраһимов,  З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса  проректорҙың ярҙамсыһы  
  • Урал Мирас улы Иҙелбаев
  • Фәрит Фәтих улы Иҙрисов
  • Наталия Исаева
  • Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессоры, композиция кафедраһы мөдире, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы 
  • Рафаил Ғәбделхәй улы Ҡасимов — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004)
  • Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов — фольклорсы композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре 
  • Виринея Лихачёва
  • Рөстәм Нариман улы Сабитов
  • Шәүрә Азамат ҡыҙы Сәғитова,  З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано һәм композиция кафедраһы уҡытыусыһы
  • Салауат Рафиҡ улы Сәлмәнов,  З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре 
  • Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы Сәлмәнова
  • Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова
  • Валерий Михайлович Скобёлкин, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы доценты 
  • Рим Мәхмүт улы Хәсәнов
  • Азамат Данил улы Хәсәншин
  • Данил Дәүләтша улы Хәсәншин
  • Илдар Иҙел улы Хисаметдинов, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы доценты
  • Светлана Георгиевна Шаһиәхмәтова

Идара рәйестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Атанова Л. П. Композиторы Башкирии. Уфа, 1982.
  • Композиторы и музыковеды советской Башкирии. Уфа, 1987.
  • Лебединский Л. Н. Композиторы Башкирии. М., 1955.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. — 624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. — 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. — 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. — 576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. — У. 2010. — 544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. — 624 с. науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә