Ризаитдин Фәхретдинов

күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле
(Ризаэтдин Фәхретдинов битенән йүнәлтелде)

Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов; 4 ғинуар 1859 йыл11 апрель 1936 йыл) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. 1923—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе.

Ризаитдин Фәхретдинов
Тыуған көнө

4 ғинуар 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Кисеүсат (Юлдаш) ауылы Бөгөлмә өйәҙе, Һамар губернаһы, (хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районы)

Вафат көнө

11 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (77 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Эшләгән урыны

Рәсәй Үҙәк диниә назараты (Өфө)

Ниндәй өлкәлә танылған

мөфтөй, яҙыусы, мәғрифәтсе, шәрҡиәтсе

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы һәм ғаиләһе

үҙгәртергә

Ризаитдин Фәхретдин 1859 йылдың 4 ғинуарында Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙе Варварин улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районында) Кисеүсат (Юлдаш) ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған.

Ризаитдиндың шәжәрәһе артабанғыса булған: Тансар → Ҡармыш → Бәхшәнди → Ҡайбулла → Йәнгилде → Туймөхәммәт → Ишмөхәмәт → Юлдаш → Бикмөхәмәт → Собханғол[1] → Сәйфетдин → Фәхретдин → Ризаитдин[2]. Ризаитдиндың ҡартатаһы Сәйфетдин һәм атаһы Фәхретдин (1818—1891) — Кисеүсатта имам хатип булғандар. Фәхретдиндең ике ҡатыны һәм ун бер балаһы булған, улы Ризаитдиндең тыуыу тураһындағы метрик яҙмаларында башҡорт тип күрһәтелгән[3]. Ризаитдиндың әсәһе — Мәхүбә Рымҡул ҡыҙы (1821—1873)[4]. Ризаитдиндың ата-әсәһе 1920 йылдың 18 апрелендә бирелгән метрик белешмәлә башҡорт тип күрһәтелгән[5].

1885 йылда Ризаитдин Нуръямалбанат Ғабдулнасыр ҡыҙы менән никахлаша. Уларҙың алты балалары була: улдары Ғабдрахман (1887—1936), Ғәбделәхәт (1889—1938), Ғабдрәшит (1892—1953) һәм Сәғит (1900—1944), ҡыҙҙары Зәйнәп (1893—1985) һәм Әсмә (1906—1993).

Ризаитдин Фәхретдиновтың 1906 йылғы һәм 1912 йылғы паспорттарында сығышы буйынса башҡорт тип күрһәтелгән[6][7][8][9]. Фәхретдиновтың үҙенең анкетаһында ла милләте башҡорт-типтәр тип яҙылған[10], 1930-сы йылдарҙа төҙөлгән икенсе анкетаһында Ризаитдин Фәхретдин үҙенең, ҡатынының һәм балаларының милләттәре башҡорт тигән[11][12].

Үҫеш йылдары

үҙгәртергә

1866 йылдан туған ауылындағы атаһының мәҙрәсәһендә белем ала. 1867 йылдан Чистай мәҙрәсәһендә уҡый. Төркиҙән тыш рус, фарсы, ғәрәп, төрөк телдәрен өйрәнә[13].

1868—1889 йылдарҙа күрше Түбәнге Шилселе ауылы мәҙрәсәһенең шәкерте була. Шул уҡ ваҡытта 1886—1889 йылдарҙа Түбәнге Шилселе мәҙрәсәһендә хәлфәлек вазифаларын башҡара. 1887 йылда тәүге тапҡыр Өфөгә, ә 1888 йылда Санкт-Петербургҡа сәйәхәт ҡыла. Петербургта дин әһелдәре һәм ғалимдар, шул иҫәптән Ямалетдин әл-Афғани менән осраша[4].

1887 йылда Ҡазанда «Китабе әт-тәсриф. Ғилми сарыф» («Морфология буйынса китап») исемле тәүге китабын нәшер итә, ул ғәрәп теле буйынса әсбап булып тора[13]. 1888 йылда — «Китаба мөҡәддимә» һәм «Китабел иғтибар» тигән йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Был китаптарҙың өсөһө лә мәҙрәсәлә уҡыу-уҡытыу мәсьәләләренә арналған ҡулланмалар.

1889 йылдың майында Өфөлә Диниә назаратында имтихан тапшыра, һәм имам-хатиплыҡҡа, муллалыҡҡа фарман ала. Шул уҡ йылдың сентябрендә ғаиләһе менән Минзәлә өйәҙенең Илбәк ауылына күсеп, унда мулла булып хеҙмәт итә, мәҙрәсә асып, балалар уҡыта башлай.

Тәүге Өфө осоро

үҙгәртергә

1891 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһына Ырымбур мосолман Диниә назаратына эшкә саҡырыла. Ризаитдин Фәхретдин ғаиләһе менән Өфөгә күсеп, Диниә назаратында 1906 йылға тиклем ҡазый булып эшләй. 1891 йылдың 20 авгусында уға ахунлыҡ дәрәжәһе бирелә.

1893 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев менән берлектә «Ҡазан һәм башҡорттар» исемле тарихи мәҡәлә яҙа. 1894 йылдың сентябрендә Мифтахетдин Аҡмулла менән осраша, шағирҙың әҫәрҙәрен китап итеп сығарырға һүҙ бирә. Шул уҡ йылда Фәхретдиновтың Зәйнулла Рәсүлев менән дуҫлашып китә, уға бағышлап 1917 йылда «Шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тәржемәи хәле» исемле китабын баҫтырып сығара. 1895 йылда мадъяр ғалимы профессор Вамбериға М. И. Өмөтбаев менән берлектә башҡорт телен өйрәнеүҙә, башҡорт теле грамматикаһы өсөн материалдар йыйышыуҙа ярҙам итәләр, башҡорт ауылдарына оҙатып йөрөйҙәр[2].

1896 йылда Ырымбурҙа «Монасибы диниә» исемле китабы, 1897 йылда «Рихләте Мәржәни» һәм «Сәғид шәһәр» китаптары нәшер ителә. 1898—1906 йылдарҙа тәрбиә-әхләҡ темаларына «Тәрбиәле ана», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Тәрбиәле ҡатын», «Шәкертлек әдәбе», «Ғаилә» һәм «Нәсихәт» китаптары сериялары баҫылып сыға. 1899 йылда «Сәлимә йәки ғиффәт» исемле тәүге әҙәби китабы, ә 1903 йылда «Әсмә» исемле икенсе әҙәби әҫәре китап булып баҫылып сыға.

1900 йылда Өфөлә уҙған уҡытыусылар кәңәшмәһендә мәктәп-мәҙрәсәләр өсөн яңыса уҡыу-уҡытыу буйынса программа проекты менән сығыш яһай. 1900—1903 йылдарҙа милли поэзия антологияһын хәтерләткән «Йыуаныс» исемле йыйынтыҡ төҙөй, баҫтырып сығарырға цензуранан рөхсәт ала, әммә китап нәшер ителмәй ҡала[14].

1900 йылда «Аҫар» китабының 1-се өлөшө баҫылып сыға. 1900—1908 йылдарҙа «Аҫар» ике ҙур томды тәшкил итер хеҙмәттең 15 киҫәге айырым-айырым йыйынтыҡтар булып донъя күрә. Уларҙа меңдән артыҡ биографик белешмә тупланған.

1903 йылда «Мәшһүр әҙәмдәр» серияһынан «Мәшһүр ҡатындар» исемле тәүге китабы нәшер ителә. 1903—1917 йылдарҙа Ризаитдин Фәхретдиндең сәйәхәтнамәләр серияһы китаптары сыға: «Исмәғил сәйәхәте» (1903), «Ибн Фаҙландың Болғарға килеүе» (1915), «Ибне Батутаның Дәшти Ҡыпсаҡҡа сәйәхәте» (1917).

Ырымбур осоро

үҙгәртергә
 
Риза Фәхретдиндең "Жәүәмиғүл кәлим шәрхе" китабынан. Ырымбур. 1917

1906 йылда Диниә назаратындағы ҡазыйлыҡ эшенән китә, ғаиләһе менән Ырымбур ҡалаһына күсеп килә.

1906—1908 йылдарҙа «Ваҡыт» гәзите редакцияһында мөхәррир урынбаҫары булып эшләй[13]. 1906 йылда рус инҡилабына теләктәшлек белдергән һәм өмөт бағлаған «Дума вә ислам мәктәптәре», «Форсат үтмәһен», «Хөрриәт вә руханиҙар» һәм башҡа мәҡәләләрен «Ваҡыт» гәзитендә баҫтыра. Күберәк «Морат», «Юлдаш» псевдонимдары менән яҙыша.

1906—1910 йылдарҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә дин дәрестәренән лекциялар уҡый, бер аҙ ваҡыт мөҙәрис вазифаһын үтәй. 1907 йылдың сентябрендә «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә яңыса уҡыу-уҡытыу программаһын раҫлар өсөн Санкт-Петербургта хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡатнаша.

1906—1917 йылддарҙа Ризаитдин Фәхретдиндең башҡорттар тарихына бағышланған махсус хеҙмәттәре һәм мәҡәләләре нәшер ителә: «Тарихыбыҙға ғанд», «Ҡазан һәм башҡорттар», «Абыздар», «Шишмә төрбәһе йәки тарихи бер бәхәс», «Башҡорт шәжәрәләре», «Ибн Фаҙлан һәм башҡорттар» һәм башҡалар.

1908 йылдың ғинуарында «Шура» журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1918 йылға тиклем башҡара[13]. 1911 йылдың февралендә Ризаитдин Фәхретдиновтың йортонда жандармдар тикшереү үткәрә, уның гәзит-журнал төпләмәләрен, ҡулъяҙмаларын, архивын конфискациялайҙар. Күп әһәмиәтле ҡулъяҙмалары Фәхретдиновҡа кире ҡайтарылмай.

1908 йылда «Мәшһүр әҙәмдәр» серияһынан «Мәшһүр ирҙәр» китабы Ырымбурҙа баҫыла. Был серияла арҙаҡлы кешеләр хаҡында биографик хеҙмәттәрен яҙып, төрлө йылдарҙа түбәндәге китаптарын сығара: «Ибне Рөшд» (1905, Ибн Рөшд тураһында), «Мөхәммәт» (1908), «Әбүәл-Ғәла Әхмәд бин әл-Мәғәрри» (1908), «Ибне Ғәрәбшаһ» (1909), «Имам Ғазали» (1910), «Әхмәд бай» (1910), «Ибне Ғәрәби» (1911), «Ибне Тәймиә» (1911, Ибн Тәймиә тураһында), «Әхмәт Мидхәт әфәнде» (1913) һәм башҡалар[2].

1908 йылда Орск ҡалаһына, Яйыҡ буйы йәйләүҙәренә сәйәхәт ҡыла, әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша. 1909 йылда — Санкт-Петербургта, 1911 йылда Силәбе, Троицк, Екатеринбург, Пермь ҡалаларында була. 1914 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезында ҡатнаша һәм унда сығыш яһай.

1912 йылда «Шура» журналында Болғар, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында, Аҡмулла тураһында бер нисә мәҡәлә баҫтыра. 1913 йылдың майында Ырымбурҙа шәрҡиәтсе В. В. Бартольд, ә 1916 йылдың июнендә башҡорт ғалимы профессор Әбүбәкир Диваев менән осраша.

1917 йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша, уға арнап «Шура» журналында «Мәскәүҙә булған мосолман съезы хаҡында» тигән мәҡәләһен баҫтыра. Әхмәтзәки Вәлиди менән осраша һәм уға Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен хуплауын, ике өлкән улдарына был хәрәкәткә булышлыҡ итеүгә васыят әйтәсәген белдерә[15].

1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында делегат булараҡ ҡатнаша. «Башҡорт» гәзитен сығарыу эшенә ярҙам итә, уның улы Ғабдрахман шул гәзиттә мөхәррир була[2].

1917 йылдың 8—20 декаберендә Ырымбурҙа уҙғарылған III Башҡорт ойоштороусы ҡоролтайында ҡатнаша. Бында Ризаитдин Фәхретдинов Башҡортостан автономияһының предпарламенты — Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана[16][17]. Ырымбурҙағы Каруанһарай буйынса Башҡорт Хөкүмәтенең вәкиле итеп тәғәйенләнә[18].

1906—1917 йылдарҙа Ырымбурҙа йәшәгән осорҙа Ризаитдин Фәхретдиндең 50-гә яҡын китабы нәшер ителә, ә яңынан баҫылған китаптар һаны 147-гә етә. «Шура» журналында баҫылған мәҡәләләренең һаны 300-ҙән күпкә ашып китә. 1918 йылдың ғинуарында Совет хөкүмәте ҡарары менән күп кенә гәзит-журналдар, шул иҫәптән «Шура» журналы ла ябыла.

Икенсе Өфө осоро

үҙгәртергә

1918 йылдың февралендә Диниә назаратының саҡырыуы буйынса Ризаитдин Фәхретдин Өфөгә әйләнеп ҡайта. Диниә назаратында йәнә ҡазый вазифаһына тәғәйенләнә.

 
Ризаитдин Фәхретдин. Өфө, 1920 йыл.

1919 йылдың июнендә Диниә назаратының Аҡтар хәрәкәте менән бергә Омск ҡалаһына күсерергә ҡаршы ризаһыҙлығын белдерә һәм был турала уның етәкселегендә Өфөлә йәшерен йыйылыш үткәрелә. 1919 октяберендә Әхмәтзәки Вәлидов менән осраша, уға Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә уңышына инаныуын һәм улдарыныңда был хәрәкәттә ҡатнашыуына ҡыуаныуын белдерә[19]. Шул уҡ йылдың ноябрендә Өфөлә Һиндостан дәүләт эшмәкәре М. Бәрәкәтулла менән осраша һәм бергә митингыларҙа ҡатнаша. Мәҡәләләрен «Ислам» журналында баҫтыра башлай.

1921—1922 йылдарҙағы Башҡортостандағы ҙур аслыҡ ваҡытында Диниә назаратының асығыусыларға иғәнәләр йыйыу, үкһеҙ етем ҡалған балаларҙы йыйып ашатыу, тәрбиәләү буйынса саралар күрә. Был эштәр менән Ризаитдин Фәхретдин шөғөлләнә. Был осорҙа уның үҙенең ғаиләһе лә мохтажлыҡ, ҡытлыҡ кисереү сәбәпле Фәхретдинов ҡиммәтле китаптарын һатырға, аҙыҡҡа алыштырырға мәжбүр була[2].

1922 йылдың ғинуарында Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты идараһы тарафынан Ризаитдин Фәхретдин мөфтөй итеп тәғәйенләнә. 1923 йылдың йәйендә уҙғарылған Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының съезы уны рәсми рәүештә раҫлай. Был яуаплы вазифаны башҡарғанда, Фәхретдиновҡа Совет хөкүмәте яғынан булдырылған бик күп ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килә.

1922 йылдың сентябрендә Башҡортостан Академия үҙәге ойошторола, һәм уның идараһы составына ағза итеп Ризаитдин Фәхретдин һайлана. Шул уҡ йылда Башҡорт яңы әҙәби теленең алфавиты менән орфографияһын төҙөү комиссияһына йәлеп ителә. 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге эргәһендә Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана[20].

1924 йылда төркиәтсе А. Н. Самойлович менән Өфөлә осраша. 1925 йылда Бохара һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларына сәйәхәттәр ҡыла, дин әһелдәре менән осраша. Был сәфәр тураһында «Сәмәрҡәнд мөсхәбе вә Төркөстан сәйәхәте» исемле сәйәхәтнамәһен яҙа. 1925 йылдың сентябрендә Рәсәй Фәндәр Академияһының төҙөлөүенә 200 йыл тулыу айҡанлы Ленинградҡа саҡырыла. Академик В. В. Бартольд, И. Ю. Крачковский, А. Н. Самойловичтар менән осраша[4]. 1925 йылда «Ислам дине» исемле ҙур хеҙмәтен һәм «Әл-бәлағ әл-мөбин» китабын тамамлай.

1926 йылда Мәккәгә хаж ҡыла һәм дипломат Кәрим Хәкимов булышлығы арҡаһында Фәхретдинов Бөтә донъя мосолмандарының конгресында Бөтә Рәсәй мосолмандары делегацияһы етәксеһе булараҡ ҡатнаша. Унда уны конгресс президиумының рәйес урынбаҫары итеп һайлайҙар. Барыр һәм ҡайтыр юлдарында Истанбулда була, уның китапханалары менән таныша.

1926—1927 йылдарҙа хаж ҡылыуы һәм конгреста ҡатнашыуы хаҡында «Йөрөгән ерҙәрем вә күргән илдәрем» исемле хажнамәһен һәм сәйәхәтнамәһен яҙа. 1926 йылда улы Ғабдрахман Фәхретдиновҡа «Башҡорт тарихы» исемле китабын әҙерләшеүгә һәм сығарышыуға ярҙам итә.

1920—1930 йылдарҙа «Аҫар»ҙың өсөнсө томын яҙа, уға 307 яңы белешмә биографиялар өҫтәй. 1930 йылдан алып уның дүртенсе томы өҫтөндә эшләй башлай. 1922—1935 йылдарҙа энциклопедик белешмә рәүешендәге «Йыуаныс» исемле ҙур хеҙмәтен яҙыуын дауам итә.

1936 йылдың 11 апрелендә Ризаитдин Фәхретдин вафат була. Өфө мосолмандар зыяратында ерләнә.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Нәсихәттәр. — Өфө: Китап, 2006. — 320 с. — ISBN 5-295-03811-4.
  • Аҫар. Беренсе китап / Инеш һүҙ авторы Ғ. Б. Хөсәйенов, яуаплы мөхәррире М. Х. Нәҙерғолов. — Өфө: Ғилем, 2006. — 176 с. — ISBN 5-7501-0704-3.
  • Аҫар. Икенсе китап /Инеш һүҙ авторы һәм яуаплы мөхәррире М. Х. Нәҙерғолов. — Өфө: ТТӘИ, 2009. — 224 с. — ISBN 978-5-91608-022-3.
  • Йыуаныс. Беренсе китап / Инеш һүҙ авторҙары Ғ. Б. Хөсәйенов, С. М. Хөсәйенов; яуаплы мөхәррир С. М. Хөсәйенов. — Өфө: ТТӘИ, 2011. — 224 с. — ISBN 978-5-91608-069-8.
  • 1989 йылда Ризаитдин Фәхретдиновтың исеме Өфөләге мәҙрәсәгә бирелә.
  • 2009 йылдан алып Өфөлә Фәхретдинов уҡыуҙары уҙғарыла.
  • 2016 йылдың мартында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Япониялағы Киото университетының халыҡ-ара тел һәм донъяны тикшереү институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Токиола Ризаитдин Фәхретдинов «Автобиография»һының факсимилелы баҫмаһын сығарҙы[21].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 54 с. ISBN 5-295-02294-3.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Собханғол (Собханҡол) — башҡорт старшинаһы, имам хатип.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Хөсәйенов Ғ. Б. Ризаитдин бин Фәхретдин. Тарихи-биографик китап. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. — 304 с. — ISBN 5-295-02131-9.
  3. Ризаэддин Фахреддин: Жизнь длиною в вечность / авторы-составители Д. Г.Гыймранова, Л. И. Губайдуллина, Р. Х. Минуллин. — Казань, 2014. — С. 13.
  4. 4,0 4,1 4,2 Материалы к биобиблиографии Ризы Фахретдинова (Из Научного архива УНЦ РАН /Сост. и автор вступ. статьи Г. Х. Абдрафикова (Гарипова), В. Ю. Габидуллина (Батырханова); отв. ред. М. Х. Надергулов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2010. — 76 с.
  5. Хранилище отдела рукописей и текстологии ИИЯЛ УНЦ РАН, ф. 125, оп. 1, ед.хр. 20.
  6. Государственный архив Оренбургской области. Ф. 21. Оп. 2. Д. 418. Л. 66–67.
  7. Национальный архив Республики Татарстан. Ф. 2722. Оп. 1. Д. 2. Л. 1–4.
  8. Шакуров Р. З. Великий подвижник науки и просвещения // Ватандаш. — 2008. — № 10. — С. 22—36. — ISSN 1683-3554.
  9. Кутушев Р. Р. Материалы к биографии Ризы Фахретдинова // Творчество Ризы Фахретдинова: Исследования, материалы. — Уфа, 1988. — С. 58. — 136 с.
  10. Ризаитдин бин Фәхретдиндең анкетаһы. «Йәшлек» (13 ғинуар 2009). Дата обращения: 20 март 2015. 2016 йыл 1 сентябрь архивланған.
  11. Список членов мусульманской религиозной общины при 1-й соборной мечети г. Уфы // ЦГАОО РБ, ф. Р-1252, оп.1, д.257, лл.9-13 об.
  12. «Ахунд Риза ад-Дин бин Фахр ад-Дин в данный момент является членом суда Оренбургского духовного магометанского собрания. Относясь к народу башкорд, имеет 44 года от роду. По вероисповеданию – мусульманин. Имеет серебряные и золотые медали «За усердие» на Станиславской ленте»

    — «My Biography» of Riḍā al-Dīn b. Fakhr al-Dīn (Ufa, 1323 A. H.) / Ed. by Marsil N. Farkhsatov, Isogai Masumi and Ramil M. Bulgakov // TIAS Central Eursian Research Series № 11. Tokyo: Department of Islamic Area Studies Center for Evolving Humanities Graduate School of Humanities and Sociology, the University of Tokyo, 2016. P. 50. ISBN 978-4-904039-99-1; НА РТ. Ф. 1370. Оп. 1. Д. 27. Л. 41.

  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 Шакуров Р. З. Фахретдинов Риза (Ризаитдин) Фахретдинович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 604. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  14. Йыуаныс. Беренсе китап / Инеш һүҙ авторҙары Ғ. Б. Хөсәйенов, С. М. Хөсәйенов; яуаплы мөхәррир С. М. Хөсәйенов. — Өфө: ТТӘИ, 2011. — 224 с. — ISBN 978-5-91608-069-8.
  15. «Ученый [Ризаитдин Фахретдин] признал, что наша борьба преследует священные цели и задачи, но из-за преклонного возраста сам он вряд ли сможет быть полезным в этом деле. Однако своим сыновьям Габдрахману и Габдрашиту завещал всячески помогать башкирскому движению за свободу и независимость.»

    Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 184. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.

  16. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
  17. Постановление III Всебашкирского учредительного курултая от 20 декабря 1917 года
  18. Юнусова А. Б. К истории Духовного управления мусульман Республики Башкортостан // Мир Ислама. — 1999. — № 1/2. — С. 149—162.
  19. «Уважаемый учёный Ризаитдин говорил, что он непрестанно молится за успех нашего дела и что очень доволен тем, что его собственные сыновья тоже сотрудничают с нами. Перед моим уходом почтенный ученый прижал мою голову к груди, глаза его наполнились слезами. Во взгляде у него застыл безмолвный вопрос: „Какие же еще испытания ждут нас?“ Я сказал ему: „В этой жизни, объятой пламенем, мы будем искать пути правды, пробиваясь сквозь пекло. Может быть, плодами нашей борьбы воспользуются уже будущие поколения. А пока нам надо убедиться, что в нашем народе не умерли отвага, вера в свои силы. Если эти чувства не угаснут, когда-нибудь и наш народ станет жить как свободная нация“. С просветленной душой я ушел от хазрета Ризаитдина. Хоть на глазах у него и стояли слезы, он сохранял спокойствие и степенность мудреца. Даже в такое грозное время он продолжал работать в тиши своей богатейшей библиотеки, проникая в глубь веков, и это придавало мне силы. Долго не выходили его проникновенные слова из моей памяти»

    Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Книга I. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 1994. — С. 315—316. — 400 с. — ISBN 5-295-01269-7.

  20. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — С. 327. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  21. Башҡорт һәм япон ғалимдары Токиола Риза Фәхретдиновтың «Автобиография»һын баҫтырып сығарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 31 март (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2016)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә