Фәхретдинов Ғәбделәхәт Ризаитдин улы
Ғәбделәхәт Ризаитдин улы Фәхретдинов (1889[1]—1938) — иҡтисадсы, Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы.
Ғәбделәхәт Ризаитдин улы Фәхретдинов | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Илбәк ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы, (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай районы) |
Вафат: | |
Вафат урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлек төрө: |
иҡтисадсы |
Биографияһы
үҙгәртергәФәхретдинов Ғәбделәхәт Ризаитдин улы 1889 йылда[1] Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы) Илбәк ауылында мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдин ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт[2].
Ырымбур реаль училищеһын, Ҡазан Император университетын тамамлай. Һөнәре буйынса агроном. Матбуғатта публицист булараҡ сығыш яһаған. 1917 йылдан губерна земствоһы идаралығының ағзаһы[3].
1917 йылда Ырымбур һайлау округында 9-сы һанлы (башҡорт федералистары) исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына депутат итеп һайлана[3].
1918 йылда Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы комитеты (Комуч) составына инә. 1918 йылдың сентябрендә Һамар ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте һәм Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы комитеты араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, килешеүгә ярашлы Комуч Башҡортостан автономияһын таный. Һөйләшеүҙәрҙә башҡорт делегацияһы составында ағаһы Ғабдрахман Фәхретдиновта була[4].
Совет осоронда Мәскәүҙә «Роспищетара» контораһында иҡтисадсы булып эшләй[2].
1938 йылдың 28 майында ҡулға алына, «контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа» ғәйепләнә һәм 1938 йылдың 16 сентябрендә атыла, Коммунарка полигонында ерләнә. 1960 йылдың 10 сентябрендә аҡлана[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Ризаитдин Фәхретдин улы (1859—1936) — башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле.
- Әсәһе — Нуръямалбанат Ғабдулнасыр ҡыҙы.
- Ағаһы — Ғабдрахман (1887—1936)
- Ҡустыһы — Ғабдрәшит (1892–1953)
- Һеңлеһе — Зәйнәп (1893–1985)
- Ҡустыһы — Сәғит (1900–1944)
- Һеңлеһе — Әсмә (1906–1993)[5].
- Ҡыҙы — Дилара (1923—?) — сәнғәт ғилеме белгесе. Сәнғәт ғилеме докторы (1988).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — 12 ғинуар 1892 йыл. Ҡарағыҙ: Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М.: РОСПЭН, 2008. — 463 с. — ISBN 978-5-8243-0972-0. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 [http://lists.memo.ru/d33/f405.htm#n167 Фахрединов Абдул-Ахад Риза Энгдинович (Абдулахад Резеэтдинович)] . Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 27 февраль 2016.
- ↑ 3,0 3,1 Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М.: РОСПЭН, 2008. — 463 с. — ISBN 978-5-8243-0972-0. (рус.)
- ↑ Хадыев М., Фахретдинов А. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — С. 6. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7. (рус.)
- ↑ Роднов М. И. Семья Р. Фахретдинова по материалам земской переписи 1900—1901 гг. // Проблемы башкирской, татарской культуры и наследие Ризы Фахретдинова: Материалы межрегионального симпозиума (13 мая 2005 г.). Уфа: ООО «Принт+», 2006. С. 15 — 20.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. — М.: РОСПЭН, 2008. — 463 с. — ISBN 978-5-8243-0972-0. (рус.)
- Хөсәйенов Ғ. Б. Ризаитдин бин Фәхретдин. Тарихи-биографик китап. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. — 304 с. — ISBN 5-295-02131-9.