Нәсихәттәр

XX быуат башындағы башҡорт һәм татар мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фахретдинов китабы

Нәсихәттәр — билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың ислам дине ҡағиҙәләренә таянып яҙылған, дөйөм әхләҡи ҡиммәттәргә эйә әҫәрҙәре йыйынтығы.

Нәсихәттәр
Атамаһы Нәсихәттәр
Автор Ризаитдин Фәхретдинов
Нәшер ителеү ваҡыты 1903
Ризаитдин Фәхретдинов

Тәүге тапҡыр «Нәсихәттәр I» (малайҙарға), «Нәсихәт II» (ҡыҙҙарға), «Нәсихәт III» (өлкәндәргә) 1903 йылда баҫылып сыға:

« Р.Ф. Фәхретдиновтың Өфөлә йәшәгән ғүмеренең тәүге осоронда ул уҡыу-уҡытыу, этика, тәрбиә мәсьәләләренә арналған дәреслектәр, популяр брошюралар, фәнни-методик хеҙмәттәр яҙып, донъяға сығара. Бына шул баҫмаларҙың бер нисәһе: ... «Нәсихәт I» (малайҙарға, 1903), «Нәсихәт II» (ҡыҙҙарға, 1903), «Нәсихәт III» (өлкәндәргә, 1903) һ.б. китаптарын баҫтыра[1] »

Бынан һуң бер нисә тапҡыр башҡорт, татар, рус телдәрендә яңынан нәшер ителә.

2003 йылда Өфөлә башҡорт телендә «Ғилем» нәшриәтендә баҫыла[2].

2018 йылда башҡорт телендә Мәскәүҙә «Мир знаний» нәшриәтендә сыға[3].

Йөкмәткеһе

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының алдынғы ҡарашлы оло шәхесе, үҙ заманының иң мәҙәниәтле һәм уҡымышлы кешеләренең береһе, Көнсығыш һәм көнбайыш мәҙәниәттәре менән яҡшы таныш күренекле ғалим Ризаитдин Фәхретдинов йәш быуынды тәрбиәләүгә, халыҡты ағартыуға ҙур өлөш индергән мәғрифәтсе. Уның «Ғаҡидә», «Ғаилә», «Ир балалар өсөн нәсихәт», «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт», «Тәрбиәле әсә», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле әҫәрҙәре тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Был китаптар уҡыу йорттарында педагогик әсбап итеп тә ҡулланылған.

Уның әҫәрҙәрендә, йәштәр төплө белем һәм яҡшы тәрбиә алғанда ғына, уларҙың хыялдары тормошҡа ашыр, бәхетле булыр, тигән фекер ята. Р. Фәхретдиновтың шундай әҫәрҙәренең береһе «Нәсихәт» тип атала. Ул өс китаптан тора. Беренсеһе — ир балаларға, икенсеһе — ҡыҙ балаларға, өсөнсөһө — ололарға тәғәйенләнгән[4].

Балалар өсөн нәсихәт

үҙгәртергә

«Ир балалар өсөн нәсихәт» — 35, ә «Ҡыҙ балалар өсөн нәсихәт» 27 бүлексәнән тора. Бүлексәләр бер үк баш аҫтында бирелһә лә, был ике китап ир һәм ҡыҙ балаларҙың енси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яҙылған. Тәүге бүлексәләрҙә ата-әсә, туғандар, күршеләр, өй эсендәгеләр, мөғәллим һәм мөғәллимәләр, шәкерттәр, дуҫтар менән аралашыу ҡағиҙәләре ентекләп өйрәтелә. Автор гигиена, тәнде, өҫ-башты таҙа тотоу, йорт-ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуҙың, гимнастиканың һаулыҡ һәм күңел көрлөгө өсөн файҙаһын аңлата. Йөҙ, күҙ, ауыҙ, танау, ҡолаҡ, ҡул, баш, сәс тәрбиәһе кеүек һәр ағзаға айырым бүлексәләр бағышлана. Автор ашау-эсеү, мәжлес, табын ҡағиҙәләре лә балаларға кесе йәштән һеңдерелергә тейеш тип иҫәпләй. Р. Фәхретдинов балаларға ултырыу әҙәбен, хатта урамда, тимер юл, пароходта йөрөү тәртибен дә өйрәтә[2].

Ризаитдин Фәхретдинов бигерәк тә туғандар менән араларҙы боҙоп ҡуйыуҙан ҡурҡырға өйрәтә. Оло туғандарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, кеселәре тураһында ҡайғыртығыҙ, улар ата-әсәгеҙҙән ҡала иң яҡын кешеләрегеҙ, тип яҙа ул китабында. «Ҡулығыҙҙа булған әйбер менән туғандарығыҙҙы ҡыҙыҡтырып ҡаратып ҡуймағыҙ, уларға ла өлөш сығарығыҙ. Һәр ваҡыт уларға шәфҡәтле булығыҙ»,- тип донъя малы өсөн туғандар менән ыҙғышыуға юл ҡуймаҫҡа өндәй.

Белем алыу һәм һөнәр үҙләштереү тураһында Ризаитдин Фәхретдиновтың: «Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек, әхләгегеҙҙе боҙмаҫлыҡ һәм белгәндәрегеҙ менән тәкәбберләнмәҫлек шарт менән нимә генә булһа ла уҡығыҙ, нимә генә булһа ла өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ. Былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ һәм бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ. Бәлки һеҙ ата-әсә, бөтә ҡарындаштар һәм ҡәбилә, ҡәүем һәм милләт өсөн олуғ шәрәф эшләнгән һәм бөйөк ядкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ», — тигән нәсихәте бөгөн генә хәҙерге заман балаларына төбәп яҙылған кеүек яңғырай[2].

"Ир балаларға нәсихәт"ендә ҙур тормош тәжрибәһе туплаған остаз әллә ниндәй ҙур байлыҡ, дәрәжәләргә ирешһәгеҙ ҙә элек бергә уҡыған иптәштәрегеҙ менән үҙегеҙҙе һауалы, тәкәббер тотмағыҙ, итәғәтле булығыҙ, тип өйрәтә.

Ололар өсөн нәсихәт

үҙгәртергә

«Ололар өсөн нәсихәт» 15 бүлексәнән һәм 11 өгөттән төҙөлгән. Р.Фәхретдинов "Нәсихәт"ен өйләнеүҙең маҡсатын асыҡлауҙан башлап китә һәм башҡа бүлексәләрҙә нисек итеп ышаныслы ғаилә башлығы һәм яҡшы холоҡло ҡатын булырға өйрәтә («Ир әҙәбе», «Ҡатын әҙәбе» һ.б.). Буласаҡ хәләл ефетегеҙҙең байлығына, уның дәрәжәһенә генә ҡарап түгел, холоҡ-фиғелен белеп, үҙегеҙгә тиң булырҙай кешене һайлағыҙ, «күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни ни ҡәҙәр ауыр булһа ла тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ», тип кәңәш бирә[2].

Әгәр инде Аллаһ балалар бирһә, уларға яҡшылыҡ һәм әҙәп өйрәтеп, тәрбиәләргә кәрәклекте иҫкәртә.

«Ата һәм әсә ҡағиҙәләре» бүлексәләрендә 22 өгөт-нәсихәттә баланы тыуғандан алып өйләнгәнгә тиклем нисек ҡарарға, уға ниндәй тәрбиә бирергә икәнлеге аңлатыла. Артабан үҙләштергән һөнәреңә, белемеңә тырышлығыңды ҡушып хужалығыңды, ғаилә иҡтисадын нисек алып барырға өйрәтә. Тапҡан малды исраф итмәй, ғаиләң кәрәгенә тотонорға, насар маҡсатта тотонмаҫҡа, лотерея һәм башҡа ҡомарлы уйындар уйнап, туҙҙырмаҫҡа кәңәш бирә.

Китаптың һуңғы өлөшөндә бирелгән 11 өгөттә Ризаитдин Фәхретдинов кешеләр араһында таралған ҡайһы бер боҙоҡлоҡтарҙан, алама ғәҙәтле кешеләрҙән йыраҡ булырға өндәй[2]. Һигеҙенсе өгөттә ул ҡайһы бер мосолмандар араһында ла тарала башлаған кешене түбәнлеккә төшөрә торған эскелеккә, иҫерткес эсеүсе кешеләргә кире ҡарашын белдерә һәм: «Был боҙоҡ ғәҙәт ни ҡәҙәр ҡыҙғаныс һәм күңелдәргә йәрәхәт бирәсәк хәлдер», — ти. Олуғ аҡыл эйәһе Р.Фәхретдиновтың өгөттәрендәге әҙәп, әхлаҡ, кешелеклелек, изгелек, ғәҙеллек, намыҫ һәм башҡа төшөнсәләр хаҡындағы фекерҙәренең әһәмиәте бик ҙур, уларҙа ислам ҡанундары менән бер рәттән быуаттар буйы тупланған ата-бабалар тәжрибәһе, халыҡтың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм традициялары сағылыш тапҡан[5].

Халыҡ араһында йәшәп килгән яҙылмаған ҡанундарҙы үҙләштергән, йәғни тәрбиәле, әҙәпле кеше халыҡ ихтирамын яулай, үҙ итмәгәнен, киреһенсә, халыҡ дошман күрә.

Ризаитдин Фәхретдинов ялҡаулыҡ һәм нәфсе артынан йөрөүҙе хупламай, эшһеҙ һәм хәрәкәтһеҙ кеше тәбиәғәтен боҙа, был уны фәҡирләндерә ти.

Ризаитдин Фәхретдиновтың халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған "Нәсихәттәр"ендә дөйөм фекерҙәр һәм идеялар ғына тупланмаған, ә фәнгә нигеҙләнгән, ғәмәлдә тормошҡа ашырылған педагогик ҡанундар бирелгән[6].

Үҙе халыҡ өсөн бихисап эштәр башҡарған, изгелектәр ҡылған олуғ шәхестең:

«Милләт һәм ватан өсөн хеҙмәт итергә тура килһә, уның өсөн рәхмәт һәм бүләк көтмәгеҙ. Бүләк көтөү шулай ҡалһын, фарыз ҡылдың, милләт һеҙгә яфа ҡылһа, һис үпкәләмәгеҙ, өҫтөгөҙгә йөкмәтелгән хеҙмәттәрҙән баш тартмағыҙ. „Ҡалаларым һәм ҡәүемдәрем ни ҡәҙәр мине яфалаһалар ҙа, минең алдымда улар һаман хөрмәтле“, — тигән ғәрәп шиғырын' уҡығыҙ һәм шулай итеп күнелегеҙҙе йыуатығыҙ», -тигән һүҙҙәре уның васыяты кеүек ҡабул ителә

.

  • Фәхретдинов Ризаитдин, Нәсихәттәр / Автор-төҙөүсеһе һәм тәржемәсеһе Әхәт Сәлихов. Мәскәү: Мир знаний,2018. 108 б. ISBN 978-5-9500224-7-0
  • Баишев, Фаниль Нафикович. Общественно-политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова / Ф. Н. Баишев; Рос. акад. наук, Уфим. науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1996. — 175 с. ISBN 5-295-01503-3

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә