Үтәбай-Кәрими Рауил Алексей улы
Үтәбай-Кәрими (Үтәбаев) Рауил Алексей улы (30 август 1933 йыл — 4 март 2005 йыл) — уҡытыусы, ислам белгесе, шәрҡиәтсе, тәржемәсе. 1988—1992 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
Үтәбай-Кәрими Рауил Алексей улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР[1] Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 30 август 1933 |
Тыуған урыны | Казаклар[d], Саба районы[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 март 2005 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | тәржемәсе |
Биографияһы
үҙгәртергәҮтәбаев Рауил Алексей улы (Үтәбай-Кәрими) 1933 йылдың 30 авгусында Татар АССР-ы Ҡазаҡлар ауылында тыуған.
1950—1952 йылдарҙа Мәскәү Шәрҡиәт институтында уҡый.
1956 йылда Ҡазан педагогия институтын тамамлай.
Хеҙмәт биографияһы 1956 йылда Омск өлкәһендә башлана, урта мәктәптәрҙә уҡытыусы, халыҡ мәғарифы бүлегенең милли мәктәптәр инспекторы булып эшләй.
1960—1963 йылдар арауығында һәм 1980 йылдан башлап Өфөлә Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында, 1963 — 1980 йылдарҙа Өфөлә һәм [Өфө районы] урта мәктәптәрендә эшләй.
1988 йылдан алып ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙмәткәр.
1992 — 1994 йылдарҙа Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсә мөҙәрисе, директоры.
Башҡортостанда һәм Татарстанда Ризаитдин Фәхретдин тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе еткереүсе булды. 1984 йылдың ғинуарында Башҡортстан Фәндәр академияһында сығыш яһап, күренекле шәрҡиәтсе уның исемен киң йәмғәтселеккә мәғлүм итте. Рауил Үтәбай-Кәрими уның "Жәүәмиғүл кәлим шәрхе" китабын кириллица менән сығарып, ҙур эш башҡарҙы.
1996 — 1997 йылдарҙа Төркиәлә, Истамбулдың әл‑Фәтих университетында уҡыта. Ислам тарихы, мәғрифәтселек, Р.Ф. Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһындағы һәм башҡа хеҙмәттәр авторы. Шәреҡ ғалимдары хеҙмәттәрен башҡорт, урыҫ һәм татар телдәренә тәржемәләй.
Үтәбай-Кәрими 2005 йылдың 4 мартында Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.
Ғаилә хәле
үҙгәртергәКүренекле ғалим-шәрҡиәтсе Үтәбай-Кәримиҙең (Үтәбаев Рауил Алексей улы)[2] тоғро тормош юлдашы, рухи ярҙамсыһы, мәрхүм булғас, уның тороп ҡалған ҡулъяҙмаларын тәртипкә һалып, нәшриәткә әҙерләп биреүсе - Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы. Уларҙың бик милли рухлы ике балаһы - Зөһрә менән Салауат — ата-әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була, уларҙың тамамланмай ҡалған ҡайһы бер эштәрен дауам итәләр[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ [1] 2016 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Үҙҙәре өсөн генә йәшәмәнеләр [2](недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Риза Фәхретдин. "Жәүәмиғүл кәлим шәрхе". Ырымбур. 1917 - Ҡазан, 1995
- А. Черкалихин, Р. Краснова. Мне не выпало лишнего счастья — Журнал «Уфа», 2005 йыл, № 10
- Шәркыять илчесе: мәкаләләр һәм биобиблиографик мәгълүматлар җыентыгы.- Казан, 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Үҙҙәре өсөн генә йәшәмәнеләр [3](недоступная ссылка)
- Уфада Равил Үтәбай-Кәриминең китабы туе үтте[4](недоступная ссылка)
- Уфада Равил Үтәбай-Кәримине искә алалар [5] 2019 йыл 1 май архивланған.