Сәмәрҡәнд күфи Ҡөрьәне
Усман Ҡөрьәне, йәки Ғосман Ҡөрьәне, йәки Сәмәрҡәнд күфи Ҡөрьәне — Ҡөрьәндең беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған иң боронғо ҡулъяҙмаһы, өсөнсө хәлифә Усман ибн Әффан ҡаны менән яҙылған тип фараз ителә.Күфә яҙмаһы менән башҡарылған. Ташкентта Хәҙрәти Имам Ансамбленә ингән Моғйи Мөбәрәк мәҙрәсәһенә һаҡлана.
Сәмәрҡәнд күфи Ҡөрьәне | |
Нигеҙләү датаһы | I мең йыллыҡ |
---|---|
Дәүләт | Үзбәкстан |
Урын | Ташкәнт |
Әҫәрҙең теле | классик ғәрәп теле[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | пергамент[d] |
Содержит | Ҡөрьән |
Сәмәрҡәнд күфи Ҡөрьәне Викимилектә |
| |
Усман (Ғосман) Ҡөрьәне, | |
Болан тиреһе. | |
Моғйи Мөбәрәк мәҙрәсәһе, Ташкент |
Тарихы
үҙгәртергәҠөрьәндең стандарт тексы Мөхәммәттең кейәүе өсөнсө хәлифә Усман ваҡытында эшләнгән тип һанала. Фараз буйынса, Ҡөрьәндең тәүге биш данаһы Хәлифәлектең төп ҡалаларына ебәрелгән (уларҙың береһе Истанбулдағы Топҡапы һарайында һаҡлана[1]), ә алтынсы данаһын хәлифә үҙенә ҡалдыра. Усмандың вариҫы, дүртенсе хәлифә Али ибн Әбү Талип был ҡулъяҙманы Мәҙинәнән яңы баш ҡалаһы Әл-Күфәгә алып киткән тип һанала . Унда ул Аҡһаҡ Тимер XV быуатта баҫып инеүгә тиклем һаҡлана. Усмандың Ҡөрьәне Сәмәрҡәндкә нисек эләгеүе тураһында күп версиялар бар .
Александр II батшалыҡ иткән осорҙа Рәсәй империяһы Бохара әмирлегенә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлай. 1868 йылдың май айында рус генералы Фон-Кауфман етәкселегендәге ғәскәрҙәр Сәмәрҡәндте баҫып ала. Ул ваҡытта Усман Ҡөрьәне XV быуатта йәшәгән суфыйҙар тәриҡәте шәйехе Хужа Ахрор мәсетендә һаҡлана. Мәсеткә һаҡланып ҡалған Ҡөрьәнде күрергә теләгән хаж ҡылыусылар әүҙем килә. Ҙур байрам көндәрендә китапты мәсеттән алып сығып, халыҡҡа күрһәтәләр.
Сәмәрҡәнд Зарафшан округы составына индерелә (1867 йылдан алып — Төркөстан крайы Сәмәрҡәнд өлкәһе). Округ начальнигы генерал-майор А. К. Абрамов башҡа эштәр араһында Ҡөрьәндең боронғо һәм һирәк осраған нөсхәһе менән ҡыҙыҡһына. Ул подполковник Серовҡа «фән өсөн ҡиммәтле боронғолоҡ ҡулдан ысҡынмаһын өсөн саралар күрергә» ҡуша. Һөҙөмтәлә Ҡөрьән 500 кокан (100 һум) күләмендә бүләк өсөн сәмәрҡәнд руханиҙары тарафынан батша хакимиәтенә тапшырыла һәм Ташкентҡа Төркөстан крайының генерал-губернаторы Фон Кауфманға, ә унан Санкт-Петербургҡа ебәрелә[2].
Усмандың Ҡөрьәне китапхананың ҡулъяҙмалар бүлегендә һаҡлана, унда 1891 йылда уны шәрҡиәтсе А. Ф. Шебунин (1867—1937) тикшерә, тасуирлай һәм даталай[2].
Әммә 1923 йылда Төркөстан республикаһы үтенесе буйынса совет хөкүмәте Ҡөрьәнде Ташкентҡа ебәрергә ҡарар итә[3][4]. Уны тапшырыу комиссияһының рәйесе итеп Ризаитдин Фәхретдинов тәғәйенләнә. Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, Фәхретдинов «Усман Ҡөрьәнен кире ҡайтарыу эше буйынса Сәмәрҡәндкә сәйәхәт тураһында» тигән юлъяҙма яҙа (юғалған)[5].Һуңынан Ғосман Ҡөрьәне Сәмәрҡәндкә Хужа Ахрор мәсетенә тапшырыла[2].
1905 йылғы факсимиле
үҙгәртергә1905 йылда Санкт-Петербургта шәрҡиәтсе-ғәрәпсе С. И. Писарев Санкт-Петербург археология институты ярҙамы менән баҫмаға ҡулъяҙма һүрәтенән факсимиле әҙерләгән. Ул тулы үлсәмле гигант фолиант рәүешендә натураль ҙурлыҡта тиерлек нәшер ителә. Баҫма сикләнгән тираж менән сыға, бөтәһе 50 дана баҫтырыла. Шуларҙың 25 — ен Писарев һата, 5 данаһы батша кешеләренә: Рәсәй императорына, төрөк солтанына, фарсы шаһына, Бохара әмире Абдулләхәт-ханға һәм уның вариҫына тапшырыла[6].
50 дананың бер нисәһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Дүрт данаһы Санкт-Петербургта Дәүләт дин тарихы музейында[7], береһе Санкт-Петербург йәмиғ мәсете канцелярияһында һаҡлана. Шулай уҡ факсимилеһе Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратында (ЦДУМ)[8], АҠШ-та Колумбия университеты китапханаһында, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Шәржә Ислам цивилизацияһы музейында урынлаштырылған[9]. Бер данаһы Ташкентта Тимериҙәр тарихы дәүләт музейында һаҡлана[10]. Түбәнге Новгород өлкәһе татар-мосолмандары береһен үҙендә тота.
Документаль фильм
үҙгәртергә2003 йылда Рәсәйҙә 52 минутлыҡ "Усман Ҡөрьәнен эҙләп " тигән документаль фильм төшөрөлгән. Фильм төшөрөү Үзбәкстанда, алыҫ тауҙар ауылдарында барған, унда бөгөнгө көнгә тиклем ҡиммәтле мосолман ҡомартҡылары һаҡланған, улар араһында был ҡулъяҙманың мөһим фрагменттары мөғжизә менән табылған.[11]
Фильм Е. А. Резвандың «Усман Ҡөрьәне» монография донъя күреү менән бер үк ваҡытта прокатка сыға [12]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия ислама(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Гогоберидзе Г. М. Коран Османа // Исламский толковый словарь. Ростов-на-Дону, 2009, с. 123—124.
- ↑ Российские мусульмане объединяются: съезд 1923 года. Айдар Хабутдинов 6.08.2008 . Дата обращения: 27 октябрь 2016. Архивировано 27 октябрь 2016 года.
- ↑ Мусульманские съезды . Дата обращения: 27 октябрь 2016. Архивировано 6 апрель 2016 года. 2016 йыл 6 апрель архивланған.
- ↑ Ризаитдин Фахретдинов. «Асар», или следы ушедших. Сергей Синенко 5.06.2012 . Дата обращения: 27 октябрь 2016. Архивировано 4 апрель 2016 года.
- ↑ ИД «Медина» — «Ислам в Санкт-Петербурге» — энциклопедический словарь . Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 14 сентябрь 2015 года.
- ↑ Государственный музей истории религии. Коран Османа . Дата обращения: 6 ғинуар 2013. Архивировано 21 август 2013 года.
- ↑ КОРАН(недоступная ссылка)
- ↑ Sharjah Museum of Islamic Civilization . Дата обращения: 6 ғинуар 2013. Архивировано 1 ғинуар 2013 года.
- ↑ Ансамбль Хазрет Имам . Дата обращения: 6 ғинуар 2013. Архивировано 15 ғинуар 2013 года.
- ↑ В поисках Корана Османа. 2003 . Дата обращения: 1 декабрь 2021. Архивировано 1 декабрь 2021 года.
- ↑ Е. А. Резвана «Коран ‘Усмана» - Катта-Лангар, Санкт-Петербург, Бохара, Ташкент, - (Санкт-Петербург, 2004) (рус-инглиз баҫмаһы ISBN 978-5-85803-265-6).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. Ф. Шебунин, «Куфический Коран С.-Петербургской публичной библиотеки» // Записки Восточного отделения Русского археологического общества. СПб., 1891, т. 6, с. 89-133.
- Е. А. Резван. Странствия «Корана Османа» // Журнал Вокруг света № 08, 2002.
- Надежда Кеворкова. «Самый древний в мире Коран находится в России» Интервью с Е. Резваном // «Газета», 06.10.2005
- Ванда Белецкая Ташкент. Судьба «Корана Османа» // «Огонёк». — 1979. — № 52. — С. 6—7.