Викидатала элемент юҡ

Малик — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Малик (Мәлик) башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, эйә, хужа; башлыҡ, батша, солтан мәғәнәһен аңлата[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Яҡшымбәтов Малик Нәсих улы (18 апрель 1944 йыл — 18 февраль 1993 йыл) — кинорежиссёр, 1991—1993 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе.

Балапанов Малик Хәмит улы(19 ноябрь 1958 йыл) — ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).

Мәлик ибн Әнәс, имам Мәлик (ғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎مالك ابن أنس الأصبحيғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎; исеме аҫтында билдәле — фәких, мөхәддис, мәликит мазхабенә нигеҙ һалыусы һәм эпоним.

Атаһының исемендә

үҙгәртергә

Вәлиев Мәсхүт Малик улы (13 ғинуар 1947 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).

Малик (рус. Маликово) — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 13 кеше<ref>Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Мәлик (вазифа) (рус. Мали́к, ғәр. ملك‎ — m’alik, ивр. аналогы — мелех מלך) — ғәрәп монарх титулы, шулай уҡ шул дәрәжәләге шәхес. Әмир йәки солтан кеүек башҡа телдәргә тәржемә ителмәй торған ғәрәп монархтары титулдарынан айырмалы, мәлик һүҙен «король» йәки «батша» тип тәржемә итәләр. Мәҫәлән, Сәғүд Ғәрәбстаны, Бахрейн, Иордания, Марокко хакимдары — мәликтәрҙе король тип, ә илдәрен ғәрәпсә «мәликлек» йәки «мәмләкәт» (ғәр. مملكة‎ — mamlakah) тип атайҙар. Ғәрәптәр был титул менән исламға тиклемге һәм мосолман булмаған монархтарҙы ла (боронғо монархтар икәнде аңлатыр өсөн) атап йөрөтә. Был һүҙ «батша» тигәнгә тап килә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ