Мәликов Ариф Жангир уғлы

Мәликов Ариф Жангир уғлы (әзерб. Arif Cahangir oğlu Məlikov; 13 сентябрь 1933 йыл, Баҡы9 май 2019 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Әзербайжан композиторы, педагог. Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (198]). СССР-ҙың халыҡ артисы (1986).

Мәликов Ариф Жангир уғлы
әзерб. Arif Cahangir oğlu Məlikov
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Azerbaijan.svg Әзербайжан
Тыуған көнө 13 сентябрь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3][4]
Тыуған урыны СССР, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Баҡы
Вафат булған көнө 9 май 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[5][3][4] (85 йәш)
Вафат булған урыны Әзербайжан, Баҡы
Ерләнгән урыны Баҡының арҙаҡлылары ерләнгән аллея[d]
Һөнәр төрө композитор, рәссам, кинокомпозитор, музыка педагогы
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d] һәм Әзербайжан Милли фәндәр академияһы
Уҡыу йорто Бакинская музыкальная академия[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2019
Музыка ҡоралы фортепиано һәм Тар[d]
Жанр Опера, Симфония һәм Балет
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Статус авторского права как автора работы защищены авторским правом[d]
Commons-logo.svg Мәликов Ариф Жангир уғлы Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Ариф Жангир уғлы Мәликов 1933 йылдың 13 сентябрендә Баҡы ҡалаһында тыуған.

19451954 йылда Баҡы ҡалаһында А. Зейналлы музыка училищеһында тарҙа уйнарға өйрәнә, 19551958 йылдарҙа — Әзербайжан дәүләт консерваторияһында Ҡара Ҡараевтың композиция класында уҡый. Йәш композиторҙың диплом эше — «Беренсе симфония».

Уҡыу менән бер рәттән музыкаль һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә.

1958 йылдан консерваторияла эшләй (1971 йылдан доцент, 1979 йылдан профессор,1982 йылдан композиция кафедраһы мөдире).

Сальян (Әзербайжан ССР-ы) территориаль һайлау округы буйынса СССР-ҙың халыҡ депутаты итеп һайлана. Әзербайжан Милли фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы[6]. Хазар университетының почётлы докторы (2012 йыл, Баҡы, Әзербайжан).

Композитор Ариф Мәликов 2019 йылдың 9 майында Баҡыла вафат була[7]. Хөрмәтле ҡәберлек аллеяһында ерләнә[8].

ИжадыҮҙгәртергә

Әзербайжан халыҡ музыка сәнғәтен, тәү сиратта, муғамды, тәрән өйрәнә. Композиторҙың «Мөхәббәт тураһында легенда» исемле балеты Нәзим Хикмәт әҫәре буйынса яҙыла һәм тәүге тапҡыр 1961 йылда Ленинград С. М. Киров опера һәм балет театрында ҡуйыла. Һәм был әҫәр беҙҙең көндәрҙә үҙенең популярлығын юғалтмай. «Мөхәббәт тураһында легенда» балеты донъялағы бик күп театрҙар ҡуйҙы, уның менән композитор исеме бөтә донъяла танылды .

«Метаморфозалар» симфоник поэма һәм Икенсе симфония композитор ижадының мөһим бер осорон тәшкил итә, композитор стиле ҡатмарлаша һәм бер ни тиклем халыҡ музыкаһынан алыҫлаша төшә.

Алты өлөштән торған «Икенсе симфония»һын композитор Д. Д. Шостаковичҡа бағышлай, 1973 йылдың апрелендә Бакыла тәүге тапҡыр башҡарыла. Уны һуңыраҡ Мәскәү, Тбилиси, Анкара (Төркиә) сәхнәләрендә лә башҡаралар.

1974 йылда ул Югославия камера оркестры өсөн «Өсөнсө камера симфония»һын яҙа. 1977 йылда бер өлөшлө «Дүртенсе симфония»һын, һуңыраҡ «Бишенсе» һәм «Алтынсы» симфонияларын яҙа.

1983 йылда Куйбышев (хәҙер Һамар) опера һәм балет театрында һәм Үзбәк ССР-ының Алишер Навои исемендәге Ҙур театрында «Ике йөрәк поэмаһы»ның премьераһы үтә.

1984 йылда композиторҙың «Алтынсы симфония»һы донъя күрә, уны автор «Контрастар» тип атай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Әзербайжан ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965)
  • Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1978)
  • СССР-ҙың халыҡ артисы (1986) — совет музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[9]
  • Әзербайжан ССР-ының дәүләт премияһы (1986)
  • Алиев Гейдар Премияһы (2009) — Әзербайжан музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур хеҙмәте өсөн[10]
  • «Гейдар Алиев ордены» (2013) — Әзербайжан мәҙәниәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[11]
  • «Бойондороҡһоҙлоҡ» ордены (1998) — Әзербайжан музыка мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур ҡаҙаныштары өсөн[12]
  • «Дан» ордены (2018) — Әзербайжан музыка мәҙәниәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[13]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • Низами Гянджеви исемендәге алтын миҙал (2015)[14]

Төп әҫәрҙәреҮҙгәртергә

 
Ҡаҙағстан почта маркаһында, балет арналған «мөхәббәт тураһында легенда»
  • «Мөхәббәт тураһында легенда» (1961)
  • «Үлемдән көслөрәк» (1966)
  • «Ике ерҙә» (1969)
  • «Али-баба, 40 юлбаҫар» (1973)
  • «Ике йөрәк поэмаһы» (1982)
  • «Йософ һәм Зөләйха» (1999).
  • «Тулҡын» (1967).
Оркестр өсөн әҫәрҙәр
  • флейта менән оркестр өсөн концертино (1955)
  • һигеҙ симфония (1958 буйынса 2000 йй.)
  • һигеҙ симфоник поэма (шул иҫәптән «Әкиәт» (1957), «Физули» (1959), «Родина» (1963), «Метаморфоза» (1964), «Һуңғы артылыш» (1972), «Герой»)
  • оркестр өсөн сюита (1967, шул иҫәптән өс халыҡ уйын ҡоралдары оркестр өсөн сюита (1968))
  • «Симфоник әкиәттәр» (1968)
  • халыҡ инструменттары оркестры өсөн 7 симфония(1995).
Вокаль һәм камера әҫәрҙәрен
  • кантата «Ер тауышы» (солистар, хор һәм оркестр өсөн) (1972)
  • тауыш менән оркестр өсөн алты йыр
  • Н. Хикмәт һүҙҙәренә романстар циклы (1962, 1971)
  • «Әзербайжан»- тауыш һәм симфоник оркестр өсөнбаллада (1995).
Кино, театр өсөн Музыка һәм драма.

ФильмографияһыҮҙгәртергә

БиблиографияҮҙгәртергә

  • Алекберов Н. Ариф Меликов. — Баку, 1993

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. OCLC. VIAF[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. 4,0 4,1 Musicalics
  5. Умер народный артист СССР Ариф Меликов
  6. Меликов Ариф Джахангир оглы // Национальная академия наук Азербайджана
  7. Умер народный артист СССР Ариф Меликов. ТАСС. 9 май 2019 тикшерелгән.
  8. Ариф Меликов похоронен на аллее Почетного захоронения
  9. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 17 октября 1986 года № 5901 «О присвоении почётного звания «Народный артист СССР» тов. Меликову А. Д.»
  10. Распоряжение Президента Азербайджанской Республики от 5 мая 2009 года № 259 «О награждении А. Д. Меликова Премией Гейдара Алиева»
  11. Распоряжение Президента Азербайджанской Республики о награждении орденом «Гейдар Алиев» А.Дж. Меликова
  12. Указ Президента Азербайджанской Республики от 12 сентября 1998 года № 766 "О награждении А. Дж. Меликова орденом «Независимость»
  13. Распоряжение Президента Азербайджанской Республики о награждении А. Дж. Меликова орденом «Слава»
  14. AMEA-nın «Nizami Gəncəvi adına Qızıl medal»ı sahiblərinə təqdim olunub

ҺылтанмаларҮҙгәртергә