Балапанов Малик Хәмит улы

физик

Балапанов Малик Хәмит улы (19 ноябрь 1958 йыл) — ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).

Балапанов Малик Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 ноябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Малик Хәмит улы Балапанов 1958 йылдың 19 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған[1]. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамғандан һуң «Кабель» конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1988 йылдан алып БДУ-ла: башта — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 20062008 йылдарҙа — физика факультеты деканы урынбаҫары, 2010 йылдан башлап Физик-техник институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире. Кафедра тамамлаусылары юғары уҡыу йорттарында, академик ғилми-тикшеренеү институттарында, завод лабораторияларында һәм конструкторлыҡ бюроларҙа, колледжарҙа, идар итеү һәм мәғариф өлкәләрендә эшләйҙәр[2].

2013 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор[3].

Фәнни эшмәкәрлеге ионлы ғәҙәттән тыш үткәргестәр физикаһы менән бәйле. Балапанов ҡаты иретмәләрҙең суперионлы фазаларын тикшерә һәм ионлы үткәреүсәнлек дәүмәле менән куб фазалы рәшәткәнең йылылыҡтан һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты араһында бәйләнеш таба[1].

110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Төп ғилми эше: Влияние размеров зёрен на диффузионные процессы в суперионных фазах Cu1.75Se, Li0.25Cu1.75Se, Li0.25Cu1.75S //Электрохимия. 2007. Т.43. № 5; Ionic conductivity and chemical diffusion in superionic LixCu2—xS (0<x<0.25) //Physica status solidi (b). 2004. Vol.241. № 1 (авторҙаш)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә