Маҡар (Ишембай районы)

Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл
(Макар (Башҡортостан) битенән йүнәлтелде)

Маҡар (рус. Макарово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1019 кеше булған[2]. Почта индексы — 453232, ОКАТО коды — 80231850001.

Ауыл
Макарово
башҡ. Маҡар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай

Ауыл биләмәһе

Маҡар

Координаталар

53°38′39″ с. ш. 56°36′47″ в. д.HGЯO

Халҡы

1019[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

маҡарҙар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453232

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 850 001

ОКТМО коды

80 631 450 101

ГКГН номеры

0524048

Рәсми сайт

vk.com/makarovorb

Макарово (Рәсәй)
Макарово
Макарово
Маҡар (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Макарово

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[3]

Маҡар ауылы аша Стәрлетамаҡ — Белорет юлы үтә. XVIII быуаттың һуңғы сирегендә һалынған юл буйлап Әүжән-Петровск һәм Белорет заводтарынан металл сеймалын ат арбаларында Стәрлетамаҡ пристаненә тиклем ташығандар. XIX быуаттың тәүге яртыһында Ағиҙелдең һайығыуы сәбәпле, металл сеймалын Табын пристаненә ташыр булғандар. XIX быуат аҙағында Һамар-Златоуст тимер юлы һалына, шул мәлдән алып аттарҙа ташыу туҡтатыла[4].

Биктәр һыртының көнбайыш битләүендә, Суйыратҡантал аҡланынан өҫтәрәк, Ҡарамышевтарҙың тирмән таштарын сығарыу урыны була. Тирмән таштары тейәлгән йөклө аттар, Күксә болоно аша Һарғай ауылы янынан аҡҡан Рәүҙәк йылғаһын кисеп сығып, артабан йылға буйлап барып, Әрмет ауылы аша йөктәрен Табын пристаненә алып барып бушата. XVIII—XIX быуаттарҙа был төбәктә йәшәгән халыҡ Белоретҡа Күкбүре, Баҡый, Егәҙе һәм Туҡан аша йөрөр булған[4].

Маҡар ауылы XVII быуат аҙағынан — XVIII быуат башынан билдәле. Ауылдың исеме Маҡар антропонимынан килеп сыҡҡан тип раҫлаусылар бар[5]. Билдәле ғалим Ғ. Бохарова был атаманы фин-уғыр телдәрендә, ҡайһы бер төрки телдәрҙәге «бөкөрө», «таулы», «ҡабарып торған ер» мәғәнәһендәге һүҙҙәргә бәйләй, сөнки ауыл тауҙар араһында урынлашҡан. Мәҫәлән, макар (сыуаш т.)- «бугорок»[6]. Сағыштырыу өсөн- Мағаш тауы («бейек»).

1735 йылда «Өфө өйәҙе башҡорттарын улустар буйынса бүлеү исемлегендә» Юрматы улусының түбәләре һанап кителә, улар араһында Маҡар түбәһе лә була. Ауылдың исеме этнонимға әүерелә, Юрматы улусы түбәһенең ата-бабалар подразделениеһы атамаһы, Ҡармыш түбәһе Маҡар тип атала[7]

XVIII быуат аҙағында Маҡарҙа 141 ир-ат һәм 128 ҡатын-ҡыҙ, 5 типтәр, 1836 йылдағы VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса 91 йортта 274 ир-ат һәм 247 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 992 кеше һәм 215 йорт хужалығы иҫәпләнә.

Халыҡ араһында 1812 йылғы Ватан һуғышы ветерандары, Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 12-се башҡорт полкының элекке һалдаттары — Ураҙай Юҙлыбаев, Бикмөхәмәт Иҙелбеков була. XVIII быуат аҙағында Һикәҙе йылғаһы эргәһендәге Маҡар ауылында 35 йортта 141 ир-ат һәм 128 ҡатын-ҡыҙ, бер ихатала 5 типтәр йәшәгән. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 91 йортта 274 ир-ат һәм 247 ҡатын-ҡыҙ була. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. 1834 йылда ауыл халҡында 379 ат, 486 һыйыр, 290 һарыҡ, 260 кәзә һаналған. Уларҙың 500 умартаһы һәм 5 солоғо булған 1843 йылда 576 бот көҙгө ашлыҡ һәм 496 бот яҙғы ашлыҡ сәселә[8]. Ул ваҡытта ауылда бер һыу тирмәне һәм тимерлек була, 1920 йылда инде ике тирмән була. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу 992 кеше һәм 215 йорт хужалығы күрһәткән. Был осорҙа Маҡар шул уҡ исемле улустың үҙәге булып торған. Маҡар районының (Ишембай районы тип үҙгәртелә) элекке район үҙәге.

Мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендәге уңыштар

үҙгәртергә

Батша Рәсәйе шарттарында башҡорттарҙың мәҙәни һәм интеллектуаль үҫешен идеаллаштырып булмаһа ла, XIX быуатта Рәсәй интеллигенцияһының алдынғы вәкилдәренең аң-белемгә, мәҙәнилеккә тартылыуын инҡар итергә ярамай. Брокгауз һәм Ефрондың XIX быуатта донъя күргән «Энциклопедический словарь» китабында түбәндәге юлдар бар: «Башҡорттарҙа белем алыу киң таралған, мәсеттәр эргәһендәге һәм айырым эшләгән мәктәптәр бихисап. Дин әһелдәре балаларға ғына түгел, ә өлкән быуын вәкилдәренә лә белем бирергә тырыша». ХХ быуат башында Маҡар улусында ғына Әрмет, Үтәк һәм Көҙән ауылдарында халыҡ араһында киң танылған мәҙрәсәләр эшләй[4].

XIX быуатта Ибраһим Ҡарамышев улдарының береһе Әбүбәкер суфый, үҙенең ҡатыны менән бергә, балаларҙы мәсеттә уҡыта. XIX быуатта имам-мөҙәрис Мөхәмәтшәриф Ибраһим улы Ҡарамышев донъяуи белем биргән айырым мәҙрәсә тота. Урындағы мәғрифәтселәр Һиҙиәт суфый Ибраһимов, имам-хатиб Заһиҙулла Һатлыҡов, Наҙарғәле Йомағужин, буласаҡ шағир Ғәзиз Һатлыҡов һәм башҡалар ошо мәҙрәсәнән белемгә юл ала. Ырымбур кадет корпусын тамамлаусы офицерҙар Йософ, Ғүмәр һәм Солтангәрәй Ҡарамышевтар ҙа башланғыс белемде урындағы мәҙрәсәлә ала.

XIX быуаттың икенсе яртыһында һәм ХХ быуатта революцияға тиклем ауылда бер нисә мәҙрәсә эшләй, уларҙа Әбүбәкер суфый, Мөхәмәтшәриф Ҡарамышев, Заһиҙулла Һатлыҡов, Наҙарғәле Йомағужин, Мөхәмәҙулла Дауытовтар ауыл балаларына белем бирә. Шулай уҡ революцияға тиклем Ғатуф Ҡарамышев ҡатыны менн бергә үҙ йортонда мәҙрәсә тота, был уҡыу йортонда дини белемдән тыш йәдит йүнәлешендәге идеялар менән һуғарылған әҫәрҙәрҙе өйрәнеү ҙә уҡытыу планына индерелә. Әлеге көнгә тиклем диуарҙары Маҡар ауылының тарихын һаҡлаған таш йорттағы мәҙрәсәлә Мөхәмәҙулла Дауытов, түбәнге мәсет имамы Зәйнәп Ҡарамышева балалар уҡыта. Мәҙрәсә Арыҫлан Ҡарамышев иҫәбенә тотола. 1915 йылда Ғәзизә Ҡарамышева ҡыҙ балалар өсөн мәҙрәсә аса.

1918 йылда ауылда Ғатуф Ҡарамышевтың шәхси мәктәбе, Ғәзизә Ҡарамышеваның Таш мәҙрәсәһе һәм урыҫ-башҡорт башланғыс училищеһы эшләй. Ошо уҡыу йорттарында белем алған йәштәр артабан уҡыуҙарын Ырымбур, Троицк, Ҡаҙан һәм башҡа урындарҙағы уҡыу йорттарында дауам итә.

(Зуфара Карамышев. «Село Макарово». Историко-этногрфические очерки)

Өфө губернаторы канцелярияһының архив фонды документтары буйынса 1872 йылдың 5 мартында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Маҡар улусында урыҫ мәктәбе асыла. Документта училище йортоноң ауыл халҡы иҫәбенә тотолоуы билдәләнә. Уҡытыу эше Әбделхаҡ Сәғитовҡа (йылына 120 һум жалованье менән) йөкмәтелә. Ә Байслан мулла малайҙарға мосолман дине буйынса белем бирергә тейеш була[4].

Ауылдың бөгөнгөһө

үҙгәртергә

Маҡар ауыл Советының үҙәге. Ауылда меңгә яҡын кеше йәшәй, 465 йорт бар. Маҡар урман эсендә, төпкөлдә ултырһа ла, бик заманса ауыл. Электр, һыу, газ кеүек заман уңайлыҡтары әүәлдән тормошҡа ашырылған. Ауылда урта мәктәп бар. Маҡар урта мәктәбе 1872 йылда Ишембай районында урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла. 1936 йылдан хәҙерге исемен һәм статусын ала. Мәктәп базаһында Ишембай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй (1998 йылдан алып). Мәктәп территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға — обелиск (1985), бинаһына уны тамамлаған Ж. Ғ. Кейекбаев һәм З. Т. Үтәғолов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ (1997) ҡуйылған[9]. Ауылда А. Б. Мөхәмәтҡолов музейы бар. Ҙур мәҙәниәт йорто, дауалау амбулаторияһы, балалар баҡсаһы, моделле китапхана, спорт залы, почта, балалар майҙансығы, магазиндар, кафелар бар[10].

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[11]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Ташкент урамы (рус. улица Ташкентская)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Дауахана урамы (рус. улица Больничная)
  • Төньяҡ урамы (рус. улица Северная)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)

Ауыл эргәһендәге ер-һыу

үҙгәртергә

Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан ауылды Йәнәле, Селтербей тауҙары, Кәлимосҡан ҡаяһы уратып алған. Маҡар янында Ҡаран-Йылға, Кургунтуй, Ҡуҡрауыҡ шарлауыҡтары урынлашҡан. Аллағыуат шишмәһе тотош ауылды тап-таҙа эсәр һыу менән тәьмин итә. Йәнә Шишмә соҡоро, Ҡолоҡ шишмәләре бар. Улар бик тәрәндән урғылып сыға, һыуы таҙа һәм һалҡын, унда ҡондоҙҙар йәшәй, ҡыр өйрәктәре төйәк иткән. Әсебашы ҡойоһонда иһә фтор бик күп. Урындағыларҙың ышанысына ярашлы, ауылдың ошо ҡойоһо яғында йәшәгән кешеләр ғаиләһендә башлыса малайҙар тыуа икән. Был әлеге һыуҙың мөғжизәһе. Ҡойо янында ҡышын да йәшел үлән үҫә, тоҙло һыуы йыл әйләнәһенә туңмай. Ул ашҡаҙан ташынан да дауалай, тиҙәр[10].

 
Кәлимосҡан ҡаяһында Салауат Юлаев мәмерйәһе.

Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителә. Был мәмерйәлә Салауат Юлаев бер ҡасан да булмаған, был урында «Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгән.

  • Селтербей һәм Уртаташ — Һикәҙе йылғаһының (Егән йылғаһы ҡушылдығы) уң ярында, ауылдың көнсығышында, «Ишембай» заказнигы биләмәһендә урынлашҡан.
  • Ҡыҙылташ — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡаяташ. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында ауылдан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙылташ Ишембай заказнигы биләмәһенә инә.
  • Һикәҙе — Маҡар ауылы янынан көнбайышҡа табан Ишембай районы буйлап ағып, Егән йылғаһына уның тамағынан 60 км ҡалған ерҙә уң яҡтан барып ҡушыла.
  • Һәүәҙе (урыҫ. Хауазе) — ауылы эргәһендә, Маҡар — Ҡолғона юлында урынлашҡан тау. Туристар өсөн иҫтәлекле урын.
  • Ҡолоҡ — Маҡар ауыл советы биләмәһендәге шишмә, Һикәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 4,5 км алыҫлыҡта Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә текә ҡая аҫтынан баш алған тау шишмәһе.
  • Ҡуҡрауыҡ — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Маҡар ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Һикәҙенең һул яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 12 км.
  • Шемәк— ауылдан 6 км төньяҡ-көнсығыштараҡ Һикәҙе йылғаһының һул яҡ ярындағы тау.
  • Божор — ауыл янындағы тау.
  • Ҡыстырлаҡарҡа— ауыл янындағы тау. [Ереклейылға менән Сауҡайорт (Һикәҙе ҡушылдығы) йылғалары араһында ята.
  • Ватҡанташ (тау) — тәбиғәт мөғжизәһе ул, өс һикәлтәле мәғрүр ҡаяның таштарында ҡарағай ағастары һылашып үҫеп ултыра. СССР-ҙың 50 йыллығына арнап сығарылған күп томлыҡ йыйынтыҡҡа индерелгән "Урал" томында Ватҡанташ һәм Кәлимосҡан ҡаяларының фотоһүрәттәре урынлаштырылған[4]

Топонимдар тураһында риүәйәт

үҙгәртергә

Маҡар ауылы янындағы топонимдар айырым-айырым рәүештә тикшереүҙе талап итә. Ҡасҡын, Ҡарауылтау, Ҡыҙҙар ташы, Уҡлыҡая, Ҡыҙҙар яланы, Сатрайорт, Балтайорт, Баттал ыҙмаһы тигән топонимдар XVII — XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарына барып тоташа. Ихтилалдарҙан һуң ауылдың ир-егеттәре Уҡлыҡая тауында карателдәргә ҡаршы торған. Ҡасҡын йылғаһы тарлауығы буйлап балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡасырып алып киткәндәр. Ҡыҙҙар ташы мәмерйәһендә ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар йәшеренгән. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ихтилалдар ҡатнашыусылар Алатауҙа йәшеренеп йәшәгән. Ҡарауылтау башына менеп хәүеф барлығын-юҡлығын билдәләгәндәр. Тауҙарҙағы Баттал ыҙмаһы, Сатрайорт, Балтайорт ҡышын йәшеренеп йәшәү урыны ла булған[4].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Транспорт

үҙгәртергә

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 992
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1019 523 496 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Видеофильмдарҙа

үҙгәртергә


Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 //Зуфар Карамышев/ «Село Макарово»/ ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан»/ 1995—2002/ стр. 207
  5. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге Өфө: Китап, 2002. 256 б. — Б. 145.
  6. [ https://cyberleninka.ru/article/n/finno-ugorskiy-substrat-v-bashkirskoy-toponimii Финно-угорский субстрат в башкирской топонимии. Г.Бухарова]
  7. [Әсфандияров, Әнүәр Зәкир улы|Асфандияров А. З.]] ' История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с.— С.124.
  8. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.124 2020 йыл 3 март архивланған.
  9. Маҡар (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  10. 10,0 10,1 «Мин — Маҡарҙан!» — тип ғорурланып йәшәй улар
  11. «Налог Белешмәһе» системаһында Маҡар ауылы