Ҡыстырлаҡарҡа (тау)

ҠыстырлаҡарҡаБашҡортостандың Ишембай районындағы тау. Ереклейылға менән Сауҡайорт (Һикәҙе ҡушылдығы) йылғалары араһында ята.

Ҡыстырлаҡарҡа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 650,5 метр
Башҡортостан картаһында Ишембай районы

Иң бейек түбәһе— 650,5 м. Битләүҙәре һөҙәк. Тау тоҡомо ҡомташ, аргиллиттар һәм венд конгломераттарынан тора. Тауҙан төньяҡ-көнсығыштараҡ Бөг(ө)мәле (672 м), көнбайыштараҡ көньяҡтан төньяҡҡа табан Биктәр һырты һуҙылып киткән.Ҡыҫтырлаҡарҡа Ишембай ҡурсыулығы биләмәһенә инә.

Маҡар ауылы янындағы тауҙар. Ишембай ҡурсыулығы.

Өҫтөндә һәм яҡын- тирәһендә уҫаҡ һәм ҡайын ҡатнаш урман үҫә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә