Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)

Һикәҙе — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға, Егән йылғаһы ҡушылдығы. Йылға системаһы: Һикәҙе → ЕгәнАғиҙелКамаВолга[1]. Йылғаның оҙонлоғо — 46 км[2].Һыу йыйыу бассейны майҙаны— 253 км²[2]. Инеше Алатау һыртының көнбайыш яҡ итәгендә.

Һикәҙе
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Егән
Ҡушылдыҡ Ҡуҡрауыҡ (Һикәҙе ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 46 km
Карта
 Һикәҙе Викимилектә

Йылға төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан тауҙарҙа тар һикәлтәле тарлауыҡтар буйлап шарлап аға. Ул бер яҡтан тау аҫтына инеп китә лә тауҙың икенсе яғында көн битенә сыға. Яҙын һыу мул саҡта йылға аша сығырға теләүсегә хәүеф янай, сөнки уның көслө ағымы юлында осраған ҙур-ҙур таштарҙы ла ағыҙып алып китә. Шемәк тауы янында йүнәлешен ҡырҡа үҙгәртеп, көньяҡҡа табан аға. Ҡаранйылға тамағында төньяҡҡа табан борола. Маҡар ауылы янынан көнбайышҡа табан Ишембай районы буйлап ағып, Егән йылғаһына уның тамағынан 60 км ҡалған ерҙә уң яҡтан барып ҡушыла (155 м бейеклектә).

Һикәҙе ҡара ятыуҙарға һәм тәрән сөңгөлдәргә лә бай була, бына улар: Оло ятыу, Күк ятыу, Ғәни ятыуы, Таҡтаташ һәм Абыҙаҡҡан. Әммә был исемдәр халыҡ телендә генә ҡалған, сөнки XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында йылға ныҡ һайыға, хатта уның көслө ағымында эшләгән тирмәндәр ҙә юҡҡа сыға: тәүҙә Бәхтеш тирмәненең эше туҡтатыла, XX быуаттың 40-сы йылдарында Хисам , Әкбәр һәм Зәйнәғәбдин тирмәндәре ябыла. Был тирмәндәрҙең булыуын тик Һикәҙе йылғаһының көслө ағымын тирмәндәргә алып барған һәм әлегәсә һаҡланып ҡалған каналдар ғына раҫлай[3]. Маҡар ауылының көнбайышында Һикәҙе Егән йылғаһына барып ҡушыла.

Һикәҙе буйынан СтәрлетамаҡМагнитогорск (Р316) юлының бер өлөшө үтә.

Йылға буйындағы һоро урман тупрағында киң япраҡлы урман үҫә.

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Ҡушылдыҡтары исемлеге[1]: Сатрайорт, Сураш, Әсе, Аллағыуат, Балтайорт, Ереклейылға, Ҡаранйылға, Ҡарсыйылға, Ҡасҡынйылға, Ҡыҙыл, Ҡуҡрауыҡ (Һикәҙе ҡушылдығы) (Кук-Ҡарауыҡ), Һыуалған, Үръяҡялан, Ҡолоҡ шишмәһе. Был ҡушылдыҡтар, әллә ни ҙур булмауҙарына ҡарамаҫтан, ауыл халҡын үҙенең саф һыуҙары менән тәьмин итә. Туғыҙҡырлы убаһы итәгендәгендәге шишмә һәм хәстәхана ҡаласығы араһында һалынған 1 км тирәһе оҙонлоҡтағы һыу үткәргес әлеге көнгә тиклем хәстәхана ҡаласығын эсәр һыу менән тәьмин итә. Әсе һәм Аллағыуат шишмәләре ауыл ситендәге Уртаташ һәм Селтербей тауҙары аҫтынан көн битенә урғылып сыға. Уларҙың да саф, эсергә яраҡлы һыуҙары һыу үткәргестәр аша ауыл халҡына йорттарына еткерелә. ХХ быуаттың 30-сы — 50-се йылдарында Ҡолоҡ шишмәһенең һыуын, тирмән тәгәрмәсе (нижнебойное колесо) ярҙамында әйләндереп, бәләкәй электр станцияһы механизмдары, шулай уҡ циркуляр бысҡылар, ярма ярыу станоктарын эшләтеүҙә ҡулланалар[3].

Ҡуҡрауыҡ йылғаһы Һикәҙегә шарлауыҡ булып ҡушыла.

 
Йәйен Һикәҙе ер аҫтына китә (название фотографии пользователя Tsibin Konstantin)

Йәйгеһен, ҡушылдыҡтары ҡорой башлағас, йылға урыны менән аҡмай, һуңыраҡ, Кәлимосҡан ҡаяһына 1 саҡрымдай ара ҡалғас, ер аҫтына китеп юғала, Кәлимосҡан ҡаяһынан һуң бер нисә километр үткәс кенә ер өҫөтөнә сыға (йылға 6 км тирәһе арала ер аҫтынан аға). Йылға төбө ташлы, эреле-ваҡлы һуйырташтарҙан тора.

Йылға буйында Маҡар ауылы урынлашҡан.

«Һикәҙе» — «һитә» (перга, цветень, хлебина) һәм -ҙе ялғауы ҡушылып яһалған атама. Һикәҙе һыуҙарының тарлауыҡтарҙа хасил булған һикәлтәләр буйлап һикереп ағыуына бәйле «һикәлтә» һүҙенән алыныуы ла ихтимал, тигән фараз да бар[3].

Топографические карты

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 KIIQ: N2501 / Сикася. rusreise.de (16 ғинуар 2010). Дата обращения: 14 апрель 2019. Архивировано из оригинала 12 февраль 2013 года. 2013 йыл 12 февраль архивланған.
  2. 2,0 2,1 «Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. 3,0 3,1 3,2 Һикәҙе (Егән ҡушылдығы)//Зуфар Карамышев «Село Макарово», ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД "Республика Башкортостан", 1995 — 2002. стр. 207, стр. 43

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Зуфар Карамышев «Село Макарово», ТИЦ — филиал ГУП РБ ИД "Республика Башкортостан", 1995 — 2002. стр. 207.

Ҡалып:Белая от Стерлитамака до в/п Охлебина