Рәүҙәк — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында аҡҡан йылға. Оло һәм Кесе Рәүҙәк ҡушылыуынан килеп сыға. Оҙонлоғо 51 километр. Рәүҙәк буйында Һарғай, Иҫәкәй, Ибрай ауылдары урынлашҡан.

Рәүҙәк
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Егән
Ҡушылдыҡ Оло Әрмет (Рәүҙәк ҡушылдығы), Кесе Әрмет һәм Кесе Рәүҙәк
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 501 км²
Дәүләт  Рәсәй[1][1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Оҙонлоҡ 33 km
Карта
 Рәүҙәк Викимилектә

Оҙонлоғо — 52 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 501 км²[2]. Йылға (Оло Рәүҙәк) [[Биктәр] (629 м) тауы итәгене урмандар араһында баш ала[3].

Атаманың килеп сығышы тураһында

үҙгәртергә

Йылғаның атамаһы башҡ. Рәүҙәк башҡ. Урау үҙәк «бормаланып аҡҡан, йүнәлешен үҙгәретеүсән йылға» . Филология фәндәре докторы Г.Х Бухарова фекеренсә Рәүҙәк — башҡорт гидрономияһындағы иран компоненты[4]. Ул «Рә» менән үҙәк( «ложбина») географик терминдарҙан тора ти. Рэ = РƏ(РЯ) — Йёрмёкёй районындағы йылға, Ыҡ йылғаһының ҡушылдығы. РƏТҮШ (РЯТУШ) — Нуриман районындағы ауыл ( Рəтүш тауы исеменән (Рэ — гидроним, түш «тау битләүе»), Рəтүш йылғаһы -Нуриман районындағы йылға. Уларҙы санскрит телендәге ramh ‘течь’, raya ‘поток’, rasa ‘жидкость, влага’ һүҙҙәре менән дә бәйләргә тырышыусылар бар[5]. Волганың боронғо яҙмаларҙа тәүге осраған атамаһы— Ра. Ул Клавдий Птолемейҙың «География»һында (б.э.т.II) осрай[6]

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

Йылғаға Утарйорт менән Өҫкөйорттан ағып сыҡҡан бихисап шишмәләр һәм йылғалар ҡоя.

Йылға буйлап һалда ағып төшөргә була. Йылға буйындағы тауҙарҙа бер нисә урында мәмерйә бар. Ташөй мәмерйәһе ташҡын ваҡытында һыу менән тула, унда кәмә менән барып етеп була [7].

Тәбиғәтте ҡурсалау саралары

үҙгәртергә

Рәүҙәк йылғаһы (шулай уҡ Кесе Рәүҙәк тә) буйҙары һәм яҡын тирәләге урмандар дәүләт тарафынан һаҡлана. Киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн был тирәләргә Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән [8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Ряузяк (Большой Ряузяк)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Лист карты N-40-78 Ташла. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
  4. Бухарова Г. Х. Индоиранский субстрат в башкирской гидронимии//Профессор Джалиль Гиниятович Киекбаев и его вклад в развитие урало-алтайской и тюркской филологии: материалы Международной научно-практической конференции. Уфа: ООО "Издательство «Диалог», 2011. — 524 с. Стр. 22-24
  5. Кочергина, 1987, 534, 539, 540
  6. Бухарова, стр. 24
  7. По тропам Южного Урала: Ряузяк, река. www.southural.ru. Дата обращения: 21 апрель 2019.
  8. Управление Росприроднадзора по Республике Башкортостан. www.rpnrb.ru. Дата обращения: 21 апрель 2019. Архивировано из оригинала 11 сентябрь 2012 года. 2007 йыл 27 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Белая от Стерлитамака до в/п Охлебина