Һамар-Златоуст тимер юлы

Рәсәй тимер юлы селтәренең Волга- Көньяҡ Урал өлөшө

Һамар-Златоуст тимер юлы (1890 йылға тиклем — Һамар-Өфө тимер юлы[1]) — Рәсәй империяһында ҡаҙна иҫәбенә төҙөлгән тимер юл. 1885 йылда төҙөлә башлаған, юлдың Һамарҙан Өфөгә тиклем өлөшө 1888 йылдың 8 (20) сентябрендә асыла, Златоустҡа тиклем өлөшө һуңыраҡ — 1890 йылдың 20 сентябрендә асыла. Силәбе ҡалаһына тимер юл 1892 йылда килеп етә[2].

Һамар-Златоуст тимер юлы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Яуаплы Куйбышев тимер юлы

Был юл XIXXX быуаттың утыҙынсы йылдарына тиклем Рәсәй тимер юлдары араһында иң ҙур юлдарҙың береһе була. Юл Һамар, Ырымбур һәм Өфө губерналары биләмәләре аша үтә һәм Волга һәм Көньяҡ Уралды бер-береһе менән бәйләй. Себер тимер юлы һәм Екатеринбург — Силәбе (1896 йылда) юлы асылғандан алып, Петербург-Вологда-Вятка тимер юлы асылғанға тиклем Рәсәйҙең Европа өлөшөн Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш менән тоташтырып торған берҙән-бер рельслы юл була.

Волга менән Көньяҡ Уралды тимер юл менән тоташтырыу тураһында һүҙ XIX быуат 70 -се йылдарынан алып барыла, әммә был осорҙа донъяла башланған ауыл хужалығы көрсөгө төҙөлөштө башларға бирмәй. Транссебер магистрален төҙөү Көньяҡ Урал һәм Волга араһында тимер юл төҙөү ҙе көн үҙәгенә ҡуя. 1882 йылда Һамар — Өфө участкаһында тикшеренеүҙәр башлана. Төҙөлөш 1885 йылда ҡаҙна иҫәбенә башлана. Юл төҙөлөшө инженеры К. Я Михайловский төҙөлөш етәксеһе, П. С. Жуков менән П. С. Мухлинский уның ярҙамсылары була, һуңынан улар Транссиб тимер юлын төҙөй.

Һамар- Өфө линияһын төҙөү ҡатмарлы шарттарҙа бара. Эшселәр һәр саҡ етешмәй, сөнки төҙөлөш халыҡ аҙ йәшәгән райондарҙа бара. Юлдың байтаҡ өлөшө ҡаты һәм ҡая ташлы урындарға тура килә. Төҙөлөш өсөн кәрәкле материалдар менән дә ауырлыҡтар тыуа. Эзбизташты яҡында ғына сығаралар, ләкин ҡом менән балластты алыҫтан ташырға тура килә.

Юл төҙөлөшө 1892 йылда тамамлана[3].

 
Һамар- Златоуст тимер юлының Эҫем станцияһы. С. м. Прокудин-Горский, 1910 йыл

1890—1893 йылдарҙа тимер юлда етди проблемалар була. Юлда йөк һәм пассажирҙар ташыу көйләнмәгәнлектән тимер юл ауыр иҡтисади хәлгә тарый һәм Һамара- Златоуст юлы идаралығы төнгө ваҡытта Кинель — Похвистнево һәм Раевка — Өфө юлдары буйлап поездар өсөн хәрәкәтте һәм бер нисә переезды яба. Ауырылҡтарға ҡарамаҫтан, тимер юл үҫешен дауам итә. 1890 йылдың 8 сентябрендә 300 саҡырымлыҡ Өфө — Златоуст юлы төҙөлөп бөтә, ә был тимер юл «Һамар-Златоуст юлы» тип йөрөтөлә башлай. 1892 йылдың 22 октябрендә Златоуст — Силәбе араһындағы 150 саҡрымлыҡ юлда хәрәкәт асыла. 1893 йылдың 1 ғинуарынан шәхси Ырымбур тимер юлы менән берләштергәндән һуң, уны «Ырымбур тармағы менән Һамар-Златоуст» юлы тип йөрөтә башлайҙар, тимер юлдың оҙонлоғо 1410 саҡырымға етә.

1896 йылда «Себер тимер юлы» буйлап йөк ташыу башланғас, Һамар-Златоуст магистралендә йөк ташыу йәнләнә, һәм даими хәрәкәт уның барлыҡ участкаларында ла яңынан тергеҙелә. Был тимер юл үҫеше Беренсе донъя һуғышы башланғансы дауам итә.

1895 йылдың сентябрь айында тар колеялы Кротовский — Сергиев тармағы төҙөлә башлай һәм 1897 йылдың 16 авгусында ул сафҡа инә, ул Сергиев курорты һәм Тимашевский шәкәр заводын тимер юл менән тоташтыра. Был эштәр менән тимер юл инженеры һәм яҙыусы Н. Г. Михайловский етәкселек итә.

1898 йылдың 28 декабрендә Рузаевка — Батрак участкаһында хәрәкәт башлана, ул юлдан Волгалағы пристандәргә табан юлдар төҙөлә. 1900 йылдың 11 ноябрендә Сызрань һәм Батрак санциялары тимер юл менән тоташтырыла.

1905 йылдың 1 ғинуарынан Кинелдән Ырымбурға тиклем тимер юл "Ташкент тимер юлы"на тапшырыла[4].

1914 йылдың 15 авгусында Һамара-Златоуст тимер юлының Шишмә станцияһы һәм Волга-Бөгөлмә тимер юлына тоташтырыла.

1916 йылда Бирҙәүеш станцияһы Һамар-Златоуст һәм Көнбайыш-Урал тимер юлдары менән тоташтырыла.

Революциянан һуң

үҙгәртергә

1919 йылда Һамар-Златоуст тимер юлын Көнбайыш-Урал тимер юлы менән, 1921 йылда —Волга-Бөгөлмә юлы (Шишмә станцияһынан Часовня-Өҫкө станцияһына тиклем) менән тоташтыралар. Ә 1929 йылдың 1 июлендә юлға Мәскәү-Ҡазан тимер юлының Инза — Ульяновск участкаһы тоташтырыла. 1934 йылдың апрелендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1933 йылдың 13 декабрендәге ҡарары буйынса Көньяҡ-Урал тимер юлы булдырылыу сәбәпле Һамара-Златоуст юлының бер өлөшө уға тапшырыла (Пермь тимер юлының бер өлөшө менән бергә)[3]. 1936 йылдың 26 майында Һамар-Златоуст тимер юлына В. В. Куйбышев исеме бирелә (14 май 1953 йылдың — Куйбышев тимер юлы). Юлдың Кропачево станцияһынан Златоустҡа тиклем участкаһы 1953 йылда Көньяҡ-Урал тимер юлына тапшырыла.

Һамар тимер юлы станцияһында оҙаҡ ваҡыт арауыҡты Батрак станцияһынан алып иҫәпләйҙәр (һуңыраҡ, 1956 йылда Батрак, Волганың Уң Яғы , Первомайский һәм Костыч ҡасабаларынан Октябрьский ҡалаһы булдырыла)[комм. 1]. Ҡала яны поездары туҡталыштары түбәндәгесә аталып йөрөтөлгән (1951—1952 йылдарҙан алып):

  • 114 км (Конструктор)
  • 116 км (Соцгород)
  • 120 км (Волгарь, һуңыраҡ — Ҡыҙыл Кряжок)
  • 128 км (Йылға)
  • 130 км (Толевый)
  • 133 км (Кирбес, һуңынан Киркомбинат)
  • 135 км (Стахановский)
  • 137 км (Бишйыллыҡ)
  • 139 км (Завод, аҙаҡ Тыныслыҡ).[5]

Мәжит Ғафури тимер юлы тураһында

үҙгәртергә

1902 йылда Мәжит Ғафури Себер тимер юлы төҙөлөүгә бәйле «Себер тимер юлы» шиғырын яҙа. Ошондай ауыр һәм ҡатмарлы эште башҡарып сыға алған дәүләт һәм халыҡ менән һоҡланыуын йәшермәй, халыҡты мәғрифәткә, яңылыҡҡа ынтылырға саҡыра.

Тағы ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Рәсәй тимер юлдары

Шишмә

Мәжит Ғафури

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ПСЗ-3, 1890 г., № 7099.
  2. Ю. Менчик. Встреча эпох. Куйбышевская магистраль объединила в себе 17 предшественниц 2018 йыл 4 июль архивланған. / Статья в № 39 (11372) от 05-11.10.2012 г. газеты «Куйбышевский железнодорожник» (С. 13).
  3. 3,0 3,1 Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 99-104. ISBN 5-98518-004-2.
  4. Оренбургский край
  5. Суровиков Е. Я. Улицы Самары. — Самара, «Папирус», 1997.

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. Первой железной дорогой в границах региона стала Моршано-Сызранская железная дорога, построенная в 1874 году. В 1877 году дорога была продолжена на участке Батраки — Кинель, с переправой через Волгу в Батраках, где была налажена переправа пассажиров, грузов и багажа летом на пароходах, а зимой на санях по льду. Тогда и была введена нумерация станций по расстоянию от Батраков.

Һылтанмалар

үҙгәртергә