Ҡолоҡ (шишмә)
Ҡолоҡ — Башҡортостандың Ишембай районыдағы шишмә. Маҡар ауыл советы биләмәһендә аға. Һикәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 4,5 км алыҫлыҡта Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә текә ҡая аҫтынан баш алған тау шишмәһе.
Ҡолоҡ | |
Ҡайҙа ҡоя | Һикеяҙ |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Оҙонлоҡ | 1,5 km |
Оҙонлоғо- 1,5 км. 1985 йылдың 26 декабренән шишмә буйҙарына «Ҡолоҡ йылғаһы буйҙары» тигән Рәсәйҙең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы бирелгән[1].
«Ҡолоҡ» - кеше исеме. Тарихи Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығышында «Ҡолоҡас», «Ҡолоҡай» атамалары йыш осрай. Улар барыһы ла антропонимдан алынған. Тағы ла халыҡта «Ҡолоҡ бейәнең ҡолоно елгә ҡаршы түҙмәй» тигән әйтем бар. «Ҡолоҡ»- көсһөҙ («слабый»), өлгөрөп етмәгән бейә тигән мәғәнәлә. «Ҡолоҡ», «ҡолоҡай»- ҡолон (жеребёнок).
«Ҡолоҡ йылғаһы буйҙары»
үҙгәртергә1985 йылда Маҡар урман хужалығының 45-се квадратында ООПТ(Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе) дәүләт тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алған[2]. 34,3[3] биләмә Көньяҡ Уралдың макробитләүендәге киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау өсөн булдырылған.
Был тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһенең бер өлөшө 1971 йылда ойошторолған Ишембай ҡурсыулығында урынлашҡан[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ҡалып:Oopt
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 26.12.1985 N 212 «Об охране дикорастущих видов растений на территории Башкирской АССР» (вместе со «Списком растений, сбор которых запрещен на территории Башкирской АССР», «Перечнем дикорастущих видов растений, сбор которых запрещен в зеленых зонах городов, рабочих поселков и других населённых пунктов», «Перечнем государственных памятников природы по охране дикорастущих растений на территории Башкирской АССР»)
- ↑ км² ГОСУДАРСТВЕННЫЙ ДОКЛАД О СОСТОЯНИИ ПРИРОДНЫХ РЕСУРСОВ И ОКРУЖАЮЩЕЙ СРЕДЫ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В 2010 ГОДУ . Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 19 марта 1971 года N 119