Ҡыҙылташ (ҡаятау, Ишембай районы)

Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡаятау

Ҡыҙылташ — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡаяташ. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙылташ Ишембай заказнигы биләмәһенә инә.

Ҡыҙылташ
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Ҡыҙылташ ҡаятауы һәм яланы
Ҡыҙылташтағы Кәлимосҡан ҡаяһы. Салауат Юлаев мәмерйәһе

Майҙаны- 450 га. Һикәҙе йылғаһының боролоп киткән урынындағы киң булмаған һырт рәүешендәге, 3 километрға һуҙылған ҡаятау.

Ҡаятау өҫтө йыла, имән, ҡайын, саған, уҫаҡ ҡатнаш йүкәлектәр менән ҡапланған. Ҡаяташтар өҫтөндә ҡарағайҙар,Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына ингән ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған Клер астрагалы үҫә.

Ҡаятауҙа тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иҫәпләнгән Кәлимосҡан ҡаяһы һәм Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Бынан 360—380 миллион йыл элек, палеозой эраһында формалашҡан, девон һәм карбондың сиктәш ҡатламаларын донъяла иң аныҡ күрһәтеүсе миҫалдарҙың береһе ул Кәлимосҡан ҡаяһы.

Атамаһы «ҡыҙыл» һәм «таш» һүҙҙәренән яһалған. Ерән төҫтәге лишайниктар йылғаның текә ярҙарына шундай үҙенсәлекле төҫ биргәнгә күрә был ҡаятауға «Ҡыҙылташ» атамаһы бирелгән.

Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау Маҡар ауыл советы хакимиәтенә йөкләтелгән.

1940 йылда «Мосфильм» режиссёры Я.Протазанов Маҡар янында «Салауат Юлаев» фильмының бик мөһим эпизодтарын төшөрә. Ҡыҙылташ янындағы яланда башҡорттарҙың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышы, Салауат Юлаевтың мәмерйәлә йәшеренеп ятҡан сағы, Салауаттың улы Рамазан (ысынында Нурия исемле ҡыҙ бала төшә, С.Злобин уйлап сығарған персонаж) менән осрашыуы һ.б. Маҡар ауылында төшөрәлә.Фильмда яҡын тирәләге ауылдарҙан кешеләр ҡатнаша, уларҙың күбеһе һуғышта һәләк була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә