Йәнәй
Йәнәй — башҡорт ҡәбиләһе.
Тамғалары | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: билдәһеҙ
| |
Тел | |
Дин |
Ырыу составы
үҙгәртергә- Боғаҙы
- Ҡамбар
- Туғыҙ
Этноним
үҙгәртергәҠәбиләнең этнонимы генах (грек. γενάχ) формаһында Византия императоры Константин Багрянородный менән «Империя менән идара итеү тураһында» хеҙмәтендә боронғо венгр ҡәбиләләре берләшмәһендә телгә алына[1]. Йәнәй башҡорт ҡәбиләһенең һәм ено (мадьярса Jenő) венгр ҡәбиләһенең этнонимдарының уртаҡлығы тел белгестәрендә бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Д. Немет буйынса этноним артабанғыса үҫешкән: jenee — jeneu — jeno. Этнонимдың барлыҡҡа килеүе хаҡында төрлө фекерҙәр бар. Тел белгестәре В. Г. Егоров һәм Д. Немет буйынса йәнәй атамаһы боронғо төрки телдәренән барлыҡҡа килгән тип фаразлайҙар[2]. Этноним шулай уҡ сыуаштарҙа ла билдәле[3].
Тарих
үҙгәртергәБеҙҙең эраның I мең йыллыҡ аҙағында — II мең йыллыҡ башында йәнәйҙәр юрматы-юрмый этник ҡоронда булып, боронғо башҡорт халҡының компоненттарының береһе була. Йәнәй ҡәбиләһенең формалашыуына шулай уҡ ҡатай, ҡыпсаҡ һәм үҫәргән ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай[3][2].
1909 йылда «Шура» журналында баҫылып сыҡҡан йәнәйҙәрҙең риүәйәттәренә ярашлы, уларҙың боронғо тыуған ерҙәре («йәнәй ватаны») Әй буйҙарында урынлашҡан[4]. Аҙаҡ йәнәйҙәр яңы ер эҙләп Каманың ике яҡ яр буйы, Ыҡ һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымы буйҙарына килеп төпләнәләр[5]. Был ысынға тап килә, ҡәбилә Каманың ике яҡ яр буйы, Иж (Ижау), Сөн, Ыҡ һәм Ағиҙелдең түбәнге ағымындағы үҙәндәрен биләгән, ерҙәренең төньяҡ сиктәре Беүә буйҙарына барып еткән[2][6]. Бында йәнәйҙәр байлар, бүләр, гәрә, йылан һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре менән күрше була[3].
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Йәнәй улусын тәшкил итә. П. И. Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы XVIII быуат уртаһында Йәнәй улусында 400 йорт иҫәпләнгән. Географик урынлашыуы арҡаһында, ҡәбиләнең биләмәһе тәүгеләрҙән булып колонияллаштырыуға дусар була, был үҙ сиратында уларҙы башҡорт ихтилалдарында ҡатнашырға мәжбүр итә[7].
Йәнәйҙәрҙең ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Сарапул, Минзәлә һәм Бөрө өйәҙҙәренә[8], ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (10-сы, 11-се) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡараған[3].
Урынлашыуы
үҙгәртергәЙәнәй башҡорттарының тораҡ пункттары[9][10][11][12] | ||
---|---|---|
РФ субъекты | Район | Тораҡ пункттар |
Башҡортостан | Бүздәк районы | Иҫке Боғаҙы, Иҫке Шығай, Шланлыкүл |
Дәүләкән районы | Сапай | |
Илеш районы | Йәйләү, Ҡыпсаҡ, Турасы | |
Краснокама районы | Сауыҙ, Сауыҙбаш | |
Туймазы районы | Кәкребаш, Түбәнге Бишенде | |
Татарстан | Аҡтаныш районы | Адай (Әҙебай), Боғаҙкүл, Иҫке Боғаҙы (Боғаҙы), Иҫке Ҡәҙермәт (Кадермәт), Иҫке Солтанғол (Солтанғол), Иҫке Сәфәр, Иҫке Урьяды (Үрге Үръяҙы), Карт, Ҡыр-Ҡайынтүбә, Ҡалмаш, Сыуыҡсу (Татар Суыксуы), Терпеле, Түбән Урьяды (Түбәнге Үръяҙы), Чалманарат, Шәбеҙ, Юғары Боғаҙы (Яңы Боғаҙы) |
Минзәлә районы | Бикбау, Ҡалмырҙа | |
Әгерже районы | Акхужа, Битсимәс, Ғәли, Девәтернә (Туғыҙбай), Иҫке Әсләк (Ыҫлаҡ), Иҫәнбай, Көчек, Ҡаҙыбаш, Ҡасай, Сосново (Нарат), Таузима, Үтәгән, Әгерже, Яңы Аҡҡужа, Яңы Мәтле, Яңы Әсләк (Яңы Ыҫлаҡ) |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Константин Багрянородный. Об управлении империей / Под. ред. Г. Г. Литаврина, А. П. Новосельцева. Греческий текст, перевод, комментарии. — Изд. 2-е, исправл. — М.: Наука, 1991. — С. 163. — 496 с. — ISBN 5-02-008637-1. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 339—341. — 572 с.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Йәнғужин Р. З. Йәнәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 25—26
- ↑ Еней-бабай. // «Шура». — 1909, № 1. — 21 б.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 385. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 26
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 35
- ↑ История башкирских родов, 2014, с. 27,35—97
- ↑ Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1. (рус.)
- Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Башкирские родословные = Башҡорт шәжәрәләре / Рос. акад. наук. Уфим. науч. центр. Центр этнол. исслед., Акад. наук Респ. Башкортостан. Отд-ние гуманитар. наук; Сост., предисл., поясн. к пер. на рус. яз., послесл. и указ. Р. М. Булгакова, М. Х. Надергулова; науч. рук. Р. Г. Кузеев. Вып. 1. — Уфа: Китап, 2002. — С. 383—384. — 478 с. — ISBN 5-295-03089-X.
- История башкирских родов. Еней. Том 1. С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2014. — Т. 1. — 432 с. — ISBN 978-5-85051-606-2. (рус.)
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәнғужин Р. З. Йәнәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Йәнғәлин Ә.-Г. Минзәлә башҡорттары араһында нисә Герой булған? 2016 йыл 8 март архивланған.// «Башҡортостан» гәзите. 2013, 15 май.
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- YouTube сайтында Башкирское родословие: Еней Сценарий авторы С. Хәмиҙуллин, реж. А. Өмөтбаев. «Историческая среда», «Башҡортостан» ДУП ТРК, 2012 йыл.