Бикбау (Татарстан)
Бикбау — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Бикбау ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Бикбау татар. Бикбау | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
770 человек (2000) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 85555 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
География
үҙгәртергәАуыл Ыҡ буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәБикбау (Бикбулат) — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуаттың икенсе яртыһынан һуңыраҡ түгел нигеҙләнгән тип иҫәпләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Туғыҙ түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Семиостровная улусы составына керә, ә 1918 йылдан Әтрәкле улусының үҙәге була. XIX быуат уртаһына тиклем ике ауылдан — Бикбау һәм Бикбау-Яҡуп ауылдарынан тора, 1902—1932 йылдарҙағы рәсми сығанаҡтарҙа шулай уҡ ике тораҡ пункт иҫәпкә алына — Беренсе Бикбау һәм Икенсе Бикбау.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауылдың 65 кешеһе ихтиласыларҙың яғында һуғыша[1].
1815 йылда 3 мәсет булған, 1842 йылда беренсе мәсет ҡарамағында мәҙрәсә, ә ҡалғандарында — мәктәптәр теркәлгән. XIX быуат аҙағында ауылда 3 ел тирмәне эшләгән[2][1].
1920 йылдарҙа аслыҡ һөҙөмтәһендә ауыл халҡының иҫәбе ныҡ кәмей. Коллективизация осоронда ауылда «Ҡорыч» колхозы ойошторола, ул 1956 йылда «Победа» колхозының нигеҙе булып тора. 1961 йылда был колхоз эреләтелгән «Гигант» колхозына керә[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1954 йылдың 19 февраленән — Матвеево районы, 1959 йылдың 19 ноябренән — Минзәлә районы составында була[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда ир енесле 477 йән башҡорт һәм 186 типтәр; 1816 йылда — 600 башҡорт (шуларҙың 12-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 131 типтәр; 1834 йылда — 739 башҡорт (шуларҙың 9-ы — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 191 типтәр; 1870 йылда — 1812 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].
1795 | 1858 | 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
660 | 1592 | 1812 | 2069 | 2898 | 2740 | 2377 | 2443 | 2124 | 2170 | 1891 | 971 | 770 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сәйетбаттал Сәйфуллин — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. «1812 йыл» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.
- Илкәй Араптанов — поход старшинаһы. 1806—1807 йй. Наполеон Францияһына ҡаршы Пруссия кампанияһында ҡатнаша.