Иҫәнбай (Татарстан)
Иҫәнбай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы. Иҫәнбай ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Иҫәнбай татар. Исәнбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
422222 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Бимә йылғаһы (Ҡырҡмас йылғаһының һул ҡушылдығы) буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 86 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәXVII быуаттың беренсе яртыһында йәнәй ырыуы аҫаба башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән[3]. Ауыл һуңыраҡ Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе составында була[4]. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫәнбай улусы составына керә һәм уның үҙәге була.
Иҫәнбай башҡорттары үҙҙәренең дөйөм Йәнәй улусының аҫаба ерҙәре һәм шәхси пай ерҙәре менән файҙаланыуҙа әүҙем ҡатнашҡандар. 1761 йылда Иҫәнбай ауылы башҡорттары Хәлил Тимеров, Үтәғол Балтасев, Сыртлан Таңатаров, Әҙел Ибраев, Сәғит Юлдашев, Исай Балтасев, Сүлтей Кимеев, Ҡолшәрип Дауытов үҙәренең аҫабалаштары — Апас, Байсар, Кәлтей, Терпеле, Шабыҙ, Суҡсы һәм Бәҙрәк ауылдары вәкилдәре менән берлектә Пермяково слободаһы һәм Ҡаракүл биҫтәһенең ике һарай крәҫтиәненә Бәләкәй Сәғәҙәк (Көйәҙе) күлендә балыҡ тотоу урындарын 14 йылға ҡуртымға бирәләр[4].
1854 йылда Иҫәнбай ауылынан Исән Балтасев Йәнәй улусы 5 аймағының (түбәһенең) 10 ауылы вәкилдәре менән бергә Сарапул ауылы һарай крәҫтиәндәренә 20 йылға ҡуртымға артабанғы биләмәләрҙе бирәләр: «старинные вотчинные свои воды, Каму реку со старицею камскою, с пески и заливы, рыбные в них ловли, стреж (в урочищах: верхняя межа Мачкаринская речка, нижняя межа черной исток) с пески, також с летними и зимними езами — делать, где пристойно — и с шашковою, и самовольною, и оханною, и крыжною ловлями (только нам, башкирцам, плавать оханами ж и крыгами сидеть) во владение… впредь на 20 лет»[4].
1855 йылда Иҫәнбай ауылынан Исән Балтасев, Байсар, Апас һәм Кәлтәй ауылдары вәкилдәре менән берлектә Ҡаракүл улусының Колесниково ауылының һарай крәҫтиәненә Старица (Үлзәт — Метәү) күлдәрендә балыҡ тотоу урындарын йылына 15 һум түләү менән 12 йылға ҡуртымға биреүҙә ҡатнаша. Ауылда 3 мәсет, мәҙрәсә һәм мәктәп булған. 1897 йылда земство урыҫ-башҡорт башланғыс училищеһы асылған[3].
1921 йылда ауыл Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылда — Алабуға кантоны, ә 1928 йылда — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Краснобор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында[2].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 292 аҫаба башҡорт; 1834 йылда — 504 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[4][3].
1859 | 1890 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989[2] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
810 | 1650 | 2323 | 2089 | 2046 | 1565 | 1312 | 1593 | 1117 |
Халыҡ иҫәбе | ||||
---|---|---|---|---|
2012[5] | 2013[6] | 2014[7] | 2015[8] | 2016[1] |
965 | ↘943 | ↘912 | ↗921 | ↘919 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абдуллатиф Тутаев — зауряд-хорунжий. 3-сө башҡорт полкы составында 1806—1807 йылдарҙа Францияға ҡаршы Пруссия кампанияһында, 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. «1812 йыл» көмөш миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года . Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 История башкирских родов. Еней. Том 1 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. Я. Гумерова. — Уфа: Китап, 2014. — С. 114—117. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 41—42. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014 . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.