Татар Сыуыҡсыуы (Һыуыҡһыу) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Татар Сыуыҡсыуы ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Татар Сыуыҡсыуы
татар. Татар Суыксуы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Татар Сыуыҡсыуы

Координаталар

55°44′ с. ш. 53°40′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1745 йыл[1]

Халҡы

866 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423736

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 870 001

Код ОКТМО

92 605 470 101

Номер в ГКГН

0190097

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Татар Сыуыҡсыуы (Рәсәй)
Татар Сыуыҡсыуы
Татар Сыуыҡсыуы
Татар Сыуыҡсыуы (Татарстан)
Татар Сыуыҡсыуы

География

үҙгәртергә

Ауыл Аҡтаныш ауылынан көнбайыштараҡ 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Сыуыҡсыу (Һыуыҡһыу) — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1745 йылдан билдәле. Революцияға тиклем Башҡорт Сыуыҡсыуы тип телгә алына[1]. Татарҙан ауылда керҙәштәр булмаһала, урыҫ сығанаҡтарында ауыл Татар Сыуыҡсыуы тип атала[2]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә һәм уның үҙәге була.

Ауыл башҡорттары — Миңлеғол Ҡанбаров һәм Рәхмәтулла Илъясов 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. ХХ быуат башында ауылда улус идаралығы, почта станцияһы, мәсет (1798 йылдан билдәле), мәктәп, ел һәм һыу тирмәне, баҙар теркәлгән[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].

1795 йылда 197 аҫаба башҡорт; 1816 йылда — 305 башҡорт (уларҙың 6-һы күп ҡатынлы); 1848 йылда — 391 башҡорт; 1859 йылда — 293 керҙәш (типтәр); 1912 йылда — 929 керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022008
3364045047789729299831041922822883909988936875866

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 402—406. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.