Үтәгән (Татарстан)
Үтәгән[3] (татар. Үтәгән, рус. Утяганово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
Үтәгән | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старосляковское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 364 кеше (2002)[2] |
Почта индексы | 422225 |
География
үҙгәртергәАуыл Бимә йылғаһы буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
үҙгәртергәАуылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫәнбай административ-территориаль улусы составына керә[5].
1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын аяуһыҙ баҫтырыу һөҙөмтәһендә, ауыл кешеләре (аҫаба йәнәй башҡорттары) Иванай ауылына (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) күсергә мәжбүр була һәм бында керҙәш булып китә[5].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, мәктәп, земство мәктәбе, тирмән теркәлгән[4].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылдан — Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[4].
Халҡы
үҙгәртергә1834 йылда ауылда 216 аҫаба башҡорт (шулай уҡ Яңы Мәчти тигән өлөшөндә 14 керҙәш башҡорт); 1840 йылда — 244 башҡорт (шулай уҡ 1841-1842 йылдарҙа Яңы Мәчти тигән өлөшөндә 30 башҡорт) иҫәпләнгән[5].
1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
249 | 487 | 1093 | 1195 | 1295 | 1106 | 1051 | 793 | 713 | 408 | 364 | 287 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 42-43. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.