Иҫке Ҡәҙермәт
Иҫке Ҡәҙермәт[3][4] (татар. Иске Кадермәт, рус. Старое Кадырметьево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Иҫке Ҡәҙермәт | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старосафаровское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
37 кеше (1795)[2], 19 кеше (1795)[2], 248 кеше (1816)[2], 364 кеше (1834)[2], 393 кеше (1848)[2], 534 кеше (1854)[2], 546 кеше (1870)[2], 441 кеше (1902)[2], 733 кеше (1912)[2] |
Почта индексы | 423748 |
География
үҙгәртергәАуыл Терпеле йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Тарих
үҙгәртергәАуылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Буғаҙы түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[6].
1848 йылда тирмән, XX быуат башында ауылда мәсет (1808 йылдан билдәле), мәктәп (1857 йылда асыла)[5] теркәлгән[6].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[5].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 37 аҫаба башҡорт (йәнәй ырыуының буғаҙы түбәһе) һәм 19 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуының туғыҙ түбәһе), 1816 йылда — 248 башҡорт, 1834 йылда — 364 башҡорт, 1870 йылда — 546 башҡорт иҫәпләнгән. 1902 йылда 147 ихатала — 441 йән ир затлы керҙәштәр, 1912 йылда 142 ихатала — 733 керҙәш башҡорт йәшәй[6].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
56 | 371 | 461 | 546 | 659 | 743 | 830 | 733 | 571 | 497 | 582 | 361 | 374 | 406 | 346 | 180 | 164 | 151 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Өфө: Китап, 2009.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 382. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Ҡәҙермәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 338—342. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.