Чалманарат — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Чалманарат
татар. Чалманарат
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Чалманарат

Координаталар

55°46′ с. ш. 53°48′ в. д.HGЯO

Халҡы

305 человек (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423752 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 205 885 001    

Код ОКТМО

92 605 485 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Чалманарат (Рәсәй)
Чалманарат
Чалманарат
Чалманарат (Татарстан)
Чалманарат

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Чалманарат — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә.

XX быуат башында мәсет, мәктәп, икмәк магазины, һыу һәм ел тирмәне теркәлгән, баҙар эшләгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 84 аҫаба башҡорт (бүләр ырыуынан), 36 керҙәш башҡорт (йәнәй ырыуынан), 9 типтәр; 1816 йылда — 348 башҡорт; 1834 йылда — 471 башҡорт; 1912 йылда — 518 аҫаба башҡорт, 23 типтәр (керҙәш башҡорт) йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918841897190619131920192619381949195819701979198920022010
686781207669545592535374229367400350309324310

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Айтуғанов Әбдрәшит Әбсәләм улы — зауряд-есаул. 1807 йылда Францияға ҡаршы Пруссия кампанияһында һәм 19-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 468—473. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.