Терпеле
Терпеле[2] (татар. Терпеле, рус. Терпеле) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Терпеле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старосафаровское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423751 |
География
үҙгәртергәАуыл Терпеле йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Йәнәй улусының Буғаҙы түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[3].
XX быуат башында бакалея һәм шарап кибеттәре теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергәБашта ауылда йәнәй ырыуы башҡорттары йәшәй. 1750 йылда был ерҙәр мари сығышлы типтәрҙәргә ҡуртымға бирелгән.
1795 | 1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
69 | 203 | 231 | 318 | 308 | 314 | 321 | 117 | 191 | 120 | 128 | 131 | 114 | 50 | 51 | 44 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Татарская энциклопедия.