Ҡалмаш (Татарстан)
Ҡалмаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Чалманарат ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Ҡалмаш татар. Калмаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
77 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423752 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
География
үҙгәртергәАуыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәҠалмаш — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1731 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Ҡамбар түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет (тәүге тапҡыр 1813 йылда телгә алына), мәктәп, ел тирмәне, икмәк магазины теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
1929 йылда ауылда Фрунзе исемендәге колхоз ойошторола, ул 1950 йылда — «Алға» колхозы, ә аҙаҡ — «Ағиҙел» колхозы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 238 башҡорт; 1834 йылда — 255 башҡорт; 1848 йылда — 287 башҡорт; 1859 йылда — 381 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1908 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
381 | 423 | 511 | 495 | 419 | 253 | 266 | 191 | 171 | 152 | 131 | 79 | 77 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Аҡанов Ҡотлояр Йәркәй улы — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2].