Ҡалмырҙа — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Иҫке Мавеевка ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Ҡалмырҙа
татар. Калморза
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Минзәлә

Ауыл биләмәһе

Иҫке Мавеевка

Координаталар

55°35′ с. ш. 53°22′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1706 йыл

Халҡы

203 кеше (2002)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85555

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 240 000 061

ОКТМО коды

92 640 481 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡалмырҙа (Рәсәй)
Ҡалмырҙа
Ҡалмырҙа
Ҡалмырҙа (Татарстан)
Ҡалмырҙа

География

үҙгәртергә

Ауыл Ыҡ буйында, Минзәлә ҡалаһынан көнсығыштараҡ 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ҡалмырҙа — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1706 йылдан билдәле тип иҫәпләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Туғыҙ түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Семиостровная улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауылдың 65 кешеһе ихтиласыларҙың яғында һуғыша[1].

1815 йылда 3 мәсет булған, 1842 йылда беренсе мәсет ҡарамағында мәҙрәсә, ә ҡалғандарында — мәктәптәр теркәлгән. XIX быуат аҙағында ауылда 3 ел тирмәне эшләгән[2][1].

1930 йылда ауылда «Ҡалмырҙа» колхозы (1935 йылдан — «Ҡыҙылъяр») ойошторола, ул 1950 йылда «Ҡорыч» (1956 йылдан — «Победа», 1961 йылдан — «Гигант») колхозына, ә 1988 йылдан — «Ҡыҙыл Ҡурған» колхозына керә[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — Минзәлә районы составында була[1].

1795 йылда ауылда ир енесле 477 йән башҡорт һәм 186 типтәр; 1816 йылда — 600 башҡорт (шуларҙың 12-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 131 типтәр; 1834 йылда — 739 башҡорт (шуларҙың 9-ы — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 191 типтәр; 1870 йылда — 1812 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188419061913192019261938194919581970197919892002
157197177285297317337372317333334256124203

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия. Т. 1. — С. 381.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 116—125. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.