Түбәнге Үръяҙы
Түбән Үръяҙы (Түбәнге Үръяҙы; татар. Түбән Үрьяды, рус. Нижние Урьяды) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Түбәнге Үръяҙы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кузякинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423735 |
География
үҙгәртергәАуыл Үръяҙы йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1706 йылдан билдәле. Ауыл Йәнәй улусының Туғыҙ түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиострово (Ушар) улусы составына керә[3].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].
XX быуат башында ауылда мәсет теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[2].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 16 башҡорт, 1834 йылда — 44 башҡорт һәм 11 типтәр, 1859 йылда — 140 башҡорт һәм типтәр, 1912 йылда — 259 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[3].
1795 | 1834 | 1859 | 1870 | 1905 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
16 | 55 | 140 | 153 | 253 | 259 | 226 | 358 | 224 | 198 | 110 | 203 | 129 | 50 | 27 |