Ҡөрьән

Мосолмандарҙың изге китабы
(Ҡөръән битенән йүнәлтелде)

Ҡөрьән (Ҡөрьән ШәрифҠөрьән Кәрим) — Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт ﷺ аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре. Кешеләр өсөн тура юл күрһәтеүсе һәм иң һуңғы Китап. Был илаһи хәбәрҙәр серияһының кульминацияһы.

Ҡөрьән
Нигеҙләү датаһы 631
Рәсем
Атамаһы القرآن‎
Алдағы Инжил
Жанр дини әҙәбиәт[d] һәм изге китап[d]
Баҫма йәки тәржемә Ҡөръән тәфсире[d], Төрөк Библияһы йәки Ҡөръән[d], Мөхәммәт Ҡөръәне[d], Закон Мухаммада-псевдопророка[d], Ҡөръәндең хәбәре[d], Бөйөк Ҡөръән[d], Данлы Ҡөръәндең мәғәнәһе[d], Изге Ҡөръән: ғәрәп тексы һәм инглизсә тәржемәһе[d], Хаҡ дине Ҡөръәне теле[d], The Koran[d], Ҡөръән[d], Ҡөръән (Прогрессив мосолмандар ойошмаһы)[d], Q81517861?, Xuraan ci Wolof[d], Q88492746?, Q19149734?, Q110628775?, al-Qurʼān al-Karīm (al-Maṭābiʻ al-Amīrīyah, 1342h)[d], Q126942608?, Q130398024?, Kor-an Sharif[d], Koran Sharif (Part 1)[d], Koran Sharif (Part 2)[d], Koran Sharif (Part 3)[d], Kor-an Sharif[d], Kor-an (Volume 3)[d] һәм Kor-an (Voluem 2)[d]
Әҫәрҙең теле классик ғәрәп теле[d]
Место действия Ғәрәп ярымутрауы
Персонаждар исемлеге Ҡөръәндәге персонаждар һәм исемдәр исемлеге[d]
Персонаждар Мөхәммәт (Пәйғәмбәр), Нух (пәйғәмбәр), Ғайса пәйғәмбәр, Муса пәйғәмбәр[d], Ибраһим пәйғәмбәр, Исхаҡ (пәйғәмбәр), Мәрйәм Инә, Зәйет бин Хариҫа, Луттың ҡатыны[d], Наама[d], Әс-Сәмири, Әбү Ләһәб, Өммө Йәмил[d], Дауыт[d], Голиаф[d], Һарун (пәйғәмбәр), Сөләймән пәйғәмбәр[d], Әҙәм пәйғәмбәр[d], Ҡәбил менән Һәбил, Ябраил, Сәба батшабикәһе, Һауа, Зәйнәб бинт Йәһеш, Хызыр (персонаж), Лут пәйғәмбәр, Ғөзәйер (персонаж), Лоҡман (дәғүәтсе), Ҡарун[d], Йософ (пәйғәмбәр), Луттың ҡыҙҙары[d], Иҙрис (пәйғәмбәр), Әйүп (нәби), Исмәғил пәйғәмбәр, Ильяс, Әл-Ясағ, Зүлкәфил (пәйғәмбәр), Шөғәйеп (пәйғәмбәр), Сәлих (пәйғәмбәр), Һуд (пәйғәмбәр), Яҡуп (пәйғәмбәр), Юныс (пәйғәмбәр), Зөлҡәрнәй (персонаж), Шайтан һәм Исламда Тәңре[d]
Ҡайҙа өйрәнелә Ҡөръән ғилеме[d]
Етештереү урыны Мәккә һәм Мәҙинә
Тулы мәғлүмәт өсөн URL al-quran.info
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Ҡөрьән Викимилектә

Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә иңдерелгән

үҙгәртергә
 
Ҡөрьәндән бер бит

«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән Кәрим», «Ҡөрьән Шәриф», «Ҡәләм Шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», «Фурҡан» һәм башҡалар. Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 — тән 6236 — ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға‎) аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аят әл-Күрсиҙе), Йа Синды, Әл-Мүлк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.

Ҡөрьән ҡоролошо

үҙгәртергә

Ҡөрьәндә 114 сүрә - оҙонлоҡтары төрлөсә ( 3-тән 286-ға тиклем аят, 15-тән 6144-кә тиклем һүҙ) иҫәпләнә Барлыҡ сүрәләр ҙә аяттарға бүленгән. Ҡөрьәндә 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар,[1] хәрефтәр һаны 320 меңдән ашыу. Ҡөрьән шулай уҡ аҙна эсендә уҡырға уңайлы булһын өсөн 7 тигеҙ өлөшкә (мәнзил) бүленгән. Ҡөрьәнде тигеҙ 30 өлөшкә (жүз) бүлеү ай дауамында бүлеп уҡыу өсөн уңайлы.

Мосолман традицияларына ярашлы, сүрәләр мәккәләге һәм мәҙинәләге тип бүлеп йөрөтөлә — тәүгеләре Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға‎) һижрәт ҡылғанға тиклем (йәки Мәҙинәгә китеп барғанда), һуңғылары һижрәттән һуң иңгән.

Мосолмандар Ҡөрьәндең йөкмәткеһе үҙгәртелә алмай тип һанай, сөнки Хаҡ тәғәлә уны не может быть изменено, так как Всевышний пообещал его охранять вплоть до Ҡиәмәт көнөнәсә һаҡларға һүҙ биргән:

  Беҙ иҫкә төшөрөүҙе иңдерҙек һәм Беҙ уны һаҡлайбыҙ ҙа.(Ҡөрьән, 15:9)  

Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһенән башҡа барыһы ла : «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» тип әйтеүҙән башлана. Ҡөрьәндең беренсе сүрәһенә был һүҙҙәр тәүге аят итеп индерелгән

Ҡөрьән сүрәләре хронология буйынса түгел, ә күләменән ҡарап урынлаштырылған:башта оҙон сүрәләр килә, артабан аяттар һаны кәмей барыу тәртибендә урынлаштырылған [2].

Ҡөрьән — Аллаһы Тәғәлә һүҙе

үҙгәртергә
 
Аллаһ һүҙе - Ҡөрьән уҡыусы

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы Тәғәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын. Иман — иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.

Башҡорт телендә баҫтырып сығарыу

үҙгәртергә
 
Ҡөрьән башҡортса сыға башлаған. "Известия", 1990, 23 май
  • Ҡөрьән Кәрим (Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 960 б.
  • Ҡөрьән тәфсире. — Ҡазан: «Матбуғат йорто» нәшриәте, 2005. — 784 б.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Миллиардтан ашыу мосолман өсөн[3] Ҡөрьән — айырым мөнәсәбәт талап иткән изге Китап. Улар Ҡөрьәнгә бик ҙурлап ҡарай. Күп мосолмандар Ҡөрьәндең бер нисә аятын булһа ла яттан белә. Ғәҙәттә былар намаҙҙа ҡушып уҡый торған сүрә-аяттар. Тотош Ҡөрьәнде яттан белгән кешене хафиз тип атайҙар.

Шәриғәт буйынса мосолмандың Ҡөрьән алдында шундай бурыстары бар:

  • Ҡөрьән Кәримдең Аллаһы тәғәлә һүҙе икәненә ышаныу, уны ҡаиғәҙәгә ярашлы, дөрөҫ итеп уҡыу тәжүид.
  • Ҡөрьәнгә тәһәрәтһеҙ килеш тотонмаҫҡа.
  • Ҡөрьәнде таҙа урындарҙа ғына уҡырға.
  • Ҡөрьәнде бейек урындарҙа ғына тоторға. Ҡөрьәнде иҙәнгә һалырға ярамай.
  • Ҡөрьән ҡушҡандарҙы ҡәтғи үтәргә. Ғүмер буйы Ҡөрьән Кәримдәге иман ҡағиҙәләренә ярашлы йәшәргә.

Изге Китапты уҡығанда мосолман тәҡүәлек күрһәтергә һәм аңы менән уны тойорға, мәғәнәһе тураһында уйланырға тейеш. Ҡөрьәнде уҡыуҙың маҡсаты ла шунда:

  «Йә улар (мөшриктәр) Ҡөрьән хаҡында фекерләмәҫтәрме? Йә уларҙың йөрәктәре хаҡ һүҙҙе аңлауҙан йоҙаҡланғанмы?»(Ҡөрьән, 47:24)  

.

Ҡөрьән сүрәләре интернетта еңел табыла, шулай уҡ икенсе телдәргә мәғәнәһенең тәржемәләре лә бик күп.

Ҡайһы бер илдәрҙә (Иран, Кувейт, Ливия, Малайзия, БҒӘ, Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан), Сәғүд Ғәрәбстаны,Тажикстан) Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса халыҡ-ара хафиздар конкурсы үткәрелә. Конкурстарҙа ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнаша [4][5][6][7]

Ҡөрьәнгә ҡағылышлы ваҡиғалар

үҙгәртергә
  • Библия, Ҡөрьән, Танах һәм Ганджур китаптары Рәсәй халыҡтарының тарихи мираҫы тип танылған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь[8].

Ҡөрьән - хафиздар тураһында видеолар

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Таджик Хафиз Самые лучшие чтение корана в мире
  • YouTube сайтында Видео Слепой Хафиз читает Коран!
  • YouTube сайтында Видео 12-летний хафиз ведет таравих в Казани
  • YouTube сайтында Видео Один из лучших хафизов Корана в мире!
  • YouTube сайтында Видео 13-летняя чеченка стала хафизом в Британии.
  • YouTube сайтында Видео Хафизы мира
  • YouTube сайтында Видео Хафиз Шариф Знает 10 видов кираат
  • YouTube сайтында Видео Девушка-хафиз из Саратова пробилась в финал Конкурса в Дубае
  • YouTube сайтында Видео Таджикистан Хафиз 1 место в мире.
  • YouTube сайтында Видео Таджик хафиз коран в Тегран

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Айа // Религия: Энциклопедия / сост. и общ. ред. А. А. Грицанов, Г. В. Синило. — Мн.: Книжный Дом, 2007. — 960 с. — (Мир энциклопедий).
  2. Ҡөрьән / Грязневич П. А. // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Muhsin S. Mahdi, Fazlur Rahman, Annemarie SchimmelIslam 2007 йыл 22 декабрь архивланған.. // Encyclopedia Britannica, 2008.
  4. В Кувейте начался международный конкурс по чтению Корана 2013 йыл 21 март архивланған.//AhlylBaytNewsAgency,14.04.2011
  5. В Москве пройдет XI международный конкурс чтецов Корана//Информационно-аналитический канал ANSAR, 22.10.2010 г.
  6. Украинские хафизы представят страну сразу на нескольких международных конкурсах по чтению Корана 2014 йыл 8 июль архивланған.//Информационно-аналитический проект «Ислам в Украине», 26.08.2009
  7. Конкурс чтецов Корана в Исламской республике Иран 2012 йыл 19 июнь архивланған.//Информационно-образовательный портал MuslimEdu.ru.,12 Октября 2010 г.
  8. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь

Һылтанмалар

үҙгәртергә