Тәжүид
Тәжүид (ғәр. تجويد) — Ҡөрьәнде орфоэпия ҡағиҙәһе буйынса уҡыу һәм Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға өйрәткән ярашлы дисциплина (’илм әт-тәжүид)[1], был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе боҙолмаһын өсөн эшләнә.
Тәжүид | |
ғәр. تَجْوِيدٌ | |
Хеҙмәтләндереүсе | Ҡарый (Ҡөрьәнде тәжүидсә уҡыусы ), Хафиз һәм hezzab[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Ислам[d], Проект:Суфизм[d] һәм Проект:Ислам/Коран[d] |
Тәжүид Викимилектә |
Тәжүид тураһында ғалимдар
үҙгәртергәТәжүидтең ошондай билдәләмәләре бар:
Тәжүид — һәр өндө артикуляцияға һәм үҙенсәлектәренә ярашлылылыҡ бирергә өйрәткән фән.
Оригинал текст (ғәр.)اَلتَّجْوِيدُ عِلْمٌ يُعْرَفُ بِهِ إِعْطَاءُ كُلِّ حَرْفٍ حَقَّهُ وَمُسْتَحَقَّهُ مَخْرَجًا وَصِفَةً
Тәжүид әйтелеште ауырлаштырыу өсөн булдырылған тип уйлау хата — киреһенсә, ул Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға, уның хәрефтәрен Пәйғәмбәребеҙсә әйтергә өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Был хаҡта Жәзәрий шулай тигән:
Тәжүид — ул телде сәйнәү, өндө тамаҡ төбөнән сығарыу, яңаҡты ҡыйыш-мыйыш килтереү, тауышты ҡалтыратыу, өндәрҙе икеләтә һуҙыу, оҙонлоғон ҡыҫҡартыу, яңғыратып тыңҡыш уҡыу һәм «рә» өнөн ҡыҫыу түгел …
Оригинал текст (ғәр.)ليس التجويد بتمضيغ اللّسان ولا بتقعير الفم ولا بتعويج الفكّ ولا بترعيد الصوت ولا بتمطيط الشدّ ولا بتقطيع المدّ ولا بتطنين الغنّات ولا بحصرمة الراءات.
- Телде сәйнәү: кеше ауыҙына нимәлер ҡапҡан кеүек һөйләй.
- өндө тамаҡ төбөнән сығарыу: кеше тамаҡ төбө менән һөйләй.
- яңаҡты ҡыйыш-мыйыш килтереү: кеше бар өндәрҙе лә йомшаҡ әйтеп һөйләй, тауышын бала тауышы кеүек сығара.
- тауышты ҡалтыратыу: кеше өшөгән йә иларға йыйынған кеүек тауышын ҡалтырата. Әммә күңеле нескәреп тауыш ҡалтырау ғәфү ителә.
- өндәрҙе икеләтә һуҙыу: кеше икеләтелгән тартынҡыларҙы тағы ла арттырыбыраҡ ҡабатлай.
- оҙонлоҡто ҡыҫҡартыу: кеше оҙон һуҙынҡыларҙы бер шым, бер ҡысҡырып әйтә.
- яңғыратып тыңҡыш уҡыу: был назализация (اَلْغُنَّةُ) менән уҡылған өндәрҙе артығы менән һуҙыу.
- «рә» өнөн ҡыҫыу: кеше «ر» хәрефен уҡығанда тауышын өҙә.
Йәғни, ғәрәптәр тыумыштан һөйләшкәнсә, тәбиғи тауыш менән уҡыу талап ителә(А. Р. Сүәйд) .
Тәжүидтең асылы — классик фонетикалағы ғәрәп өндәрен әйтергә өйрәнгәндә мәхрәж бик мөһим.
Мәхрәж — өндө тейешенсә әйтергә өйрәткән махсус механизмдарҙы ҡулланыу.
Тәжүидте өйрәнеү фарыз, Пәйғәмбәр хәҙисендә әйтелгәнсә: «Һеҙҙең иң яҡшығыҙ Ҡөрьәнде өйрәнеүсе һәм башҡаларға уны өйрәтеүселер».
Аллаһ Ҡөрьәндә әйткән: «Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡығыҙ» (Әл-Мүзәммил 4).
Изһар
үҙгәртергәӘл-Изһар(الاظهار) — был (Ҡалып:Trr) һәр өндөң таҙа, тыңҡышланмай әйтелеүе.Нүн сүкүндән йәки тәнүиндән һуң изһар хәрефе тора икән, изһар ҡағиҙәһе ҡулланыла.
Изһар хәрефтәре
үҙгәртергәء,ه,ع,ح,غ,خ
Ҡәлҡәлә
үҙгәртергәӘл-Ҡәлҡәлә (القلقلة) — был (ғәр.: хәрәкәт) сүкүнле хәрефте асыҡ итеп әйтеү 1.
Ҡәлҡәлә хәрефтәре
үҙгәртергәҠәлҡәлә хәрефтәре 5: ﻕ ﺩ ب ﺝ ﻁ. Улар бөтәһе лә قًطْبُ جَدٌّ һүҙендә ҡулланла.
Ҡәлҡәлә кимәлдәре
үҙгәртергә- «Ҙур ҡәлҡәлә» (قلقلة كبرى). Иң юғары кимәлдә асыҡ итеп әйтеү - сүкүнле хәрефтәр һүҙ аҙағында икәү итеп әйтелә. Мәҫәлән: الحجّ ,الحقّ
- «Уртаса ҡәлҡәлә» (قلقلة وسطى). Сүкүнле хәрефтәр һүҙ аҙағында тора, әммә икәү итеп әйтелмәй. Асыҡ итеп әйтеп уҡыла, әммә тәүге осраҡтағы кеүек үк түгел. Мәҫәлән: مِنْ عَلَقٍ,احد
- «Бәләкәй ҡәлҡәлә» (قلقلة صغرى). Сүкүнле хәрефтәр һүҙҙәрҙең уртаһында тора. Мәҫәлән: الفجْر بطْشة
Иҙһәм
үҙгәртергәӘл-Иҙһәм (اَلْاِدْغَام) — «нүн-сүкүн» йәки «тәнвин» һүҙ аҙағында үҙенән һуң килгән хәрефкә әйләнә һәм икәү итеп әйтелә, һәм артабан был хәреф «тәшдид» менән уҡыла.
Ғүннәле иҙһәм
үҙгәртергә«Нүн-сүкүн» йәки «тәнвин» : م ن و ي хәрефтәре менән осрағанда «нүн-сүкүн» үҙенән һуң килгән хәрефкә әйләнә һәм икәү итеп әйтелә. Өндө икеләтеү назализация менән башҡарыла — был «иҙһәм мәғәл ғүннә» тип атала.
Ғүннәһеҙ иҙһәм
үҙгәртергә«Нүн-сүкүн» йәки «тәнвин» артынан ل ر хәрефтәре килһә, өндө икеләтеү назализацияһыҙ (танау эсенә ебәрелмәй) башҡарыла һәм «иҙһәм билә ғүннә» тип атала.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Тухфат уль-атфаль
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Халидов А. Б. Тажвид // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 220.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Халидов А. Б. Тажвид // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 220.
- Аудиочтение Корана . houseofquran.com. Дата обращения: 24 июль 2013. Архивировано 20 август 2013 года.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |