Яҡуп (пәйғәмбәр)
Яҡуп[3], Йа ' ҡуб (ғәр. يعقوب), Исраил[4] — ислам пәйғәмбәре, Ибраһим пәйғәмбәрҙең кинйә улы Исхаҡтан тыуған ейәне. Яҡуптың 12 улы була, уларҙан Исраилдең 12 быуыны тарала һәм пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе - Муса, Дауыт, Сөләймән, Ғайса һ.б. донъяға килә. Библиялағы Иаков менән тиңләштерелә.
Яҡуп | |
ғәр. يعقوب | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
Дин таратыусы |
Тыуған көнө: |
Б.Э.Т 18 быуат |
Тыуған ере: |
хәҙерге Сүриә йәки Мадьяна |
Үлем көнө: |
Б.Э.Т. 17 быуат. |
Үлгән ере: |
хәҙерге Мысыр |
Ерләнгән ере: | |
Йыл йәшәгән |
147 йәш тирәһе |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: | |
Әсәһе: | |
Балалары: | |
Исеме башҡа телдәрҙә: |
йәһ. יַעֲקֹב, |
Тиңләнә: | |
Категория: | |
Ҡөрьәндә телгә алыу: | |
Кәрәмәт һәм билдәләр: |
Һуҡыр кешенең күреү һәләтен тергеҙә |
Яҡуп Викимилектә |
Яҡуп Ҡөрьәндә телгә алына:
. Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙек. Пәйғәмбәрлек һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡөръәнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүләктәр бирҙек. Хаҡтыр, ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр. |
Йософ ҡиссаһы
үҙгәртергәЯҡуп пәйғәмбәр төштәргә аңлатма бирә алған. Яратҡан улы Йософ ун бер йондоҙҙоң, ай менән ҡояштың уға табыныуы тураһында төш күргәнен һөйләгәс, Яҡуп уға пәйғәмбәрлек биреләсәге һәм ҙур игелектәр ҡыласағы тураһында әйтә. Яҡуптың Йософҡа һөйөүе һиҙелмәй ҡалмай һәм башҡа улдары уға көнләшә башлай. Бер ваҡыт Яҡуптың улдары үҙҙәре менән Йософто алып китә лә, уны ҡоҙоҡҡа ташлай. Йософтоң күлдәген ҡанға буяп, атаһына алып киләләр һәм уны бүре ашаны, тип әйтәләр. Яҡуп үҙен алдарға теләүҙәрен аңлай һәм яратҡан улын кире ҡайтарыуҙы талап итә. Күҙ йәштәре һәм улын юғалтыуҙан йылдар буйы ҡайғырыуҙары арҡаһында Яҡуп һуҡырайған. Йософто иһә үтеп барған каруансылар ҡотҡара һәм ул Мысырға эләгә. Унда финанс эштәре менән етәкселек иткән етәксе вазифаһына өлгәшә. Йософтоң тырышлығы арҡаһында ете йыллыҡ ҡоролоҡ ваҡытында Мысыр ҙур бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоп ҡала. Бер ваҡыт Яҡуптың улдары Мысырға сәфәр ҡылғанда, Йософ уларҙы күреп ҡала. Артабан ағаларын ғәфү итә. Яҡуп улының яҙмышы тураһында белгәс, башҡа улдары менән бергә Мысырға күсенә[5].
Яҡуптың күрә башлауы
үҙгәртергәЙософ ағаларын ғәфү иткәндән һуң, уларҙың береһенә биреп, атаһына күлдәк ебәрә. Күлдәкте Яҡуп йөҙөнә ҡаплағас, күрә башлай. Был хаҡта Ҡөрьәндең "Йософ" тип аталған12 сүрәһендә хәбәр ителә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде А. Йакуб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Исхак (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ А. Наумов Поэты Узбекистана. — 1977, С. 24.
- ↑ Введение в востоковедение. Общий курс. 2019, С. 246.
- ↑ Али-заде, 2007
Һылтанмалар
үҙгәртергәЭнциклопедик мәҡәләләр
үҙгәртергә- Пиотровский М.Б. Йа’куб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 119-120. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Али-заде, А. А. [386 Йакуб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Yaʿḳūb / Firestone, R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)