Бисмиллаһ
Бисмиллаһ (ғәр. بسم الله), тәсмиә (ғәр. تسمية), бәсмәлә (ғәр. بسملة) — Ҡөрьәндең туғыҙынсы Әт-Тәүбә сүрәһенән ғәйре һәр сүрәнең башында торған кәлимә : «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» өсөн мосолмандар ҡулланған термин (ғәр. بِسۡمِ ٱللهِ ٱلرَّحۡمَـٰنِ ٱلرَّحِيمِ — Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ Исеме менән). Уны һәр доғала, намаҙҙа, ниндәй булһа ла хәләл эш башлағанда, мосолмандар яҙған һәр документта (хаттар, килешеүҙәр, мөрәжәғәттәр, васыяттар һәм башҡалар) ҡулланалар[1].
Бисмиллаһ | |
ғәр. بِسْمِ اللهِ الرَّحْمٰنِ الرَّحِيْمِ ғәр. بسملة | |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
---|---|
Изображается на | ﷽[d] |
Бисмиллаһ Викимилектә |
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәҠөрьән сүрәләрендә бисмиллаһ айырым аят итеп иҫәпкә алынмай. Беренсе сүрә — Әл-Фатихала ғына беренсе аят булып бәсмәлә тора. Был сүрә тураһында Әл-Хижер сүрәһенең 87-се аятында, Әл-Фәтихала ете аят, тип әйтелгән, тимәк, Бисмиллаһ — уның беренсе аяты булып тора[2]. Был ғибәрә шулай уҡ ән-Нәмл («Ҡырмыҫҡалар») сүрәһенең 30-сы аятында ла әйтелә. Ҡыҫҡа ғына «бисмиллаһ» (Аллаһ хаҡына) Һуд сүрәһенең 41-се аятында осрай (11:41)[3]. «Һеҙҙең Аллағыҙ хаҡына» (би-сми-раббикә) ғибәрәһе Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр, «данларға»,[4] йәки «уҡырға» тигән бойороҡтан һуң килә[5]. Аллаһ Исемензекер) итеү 13 тапҡыр, ә Әр-Рәхман (Шәфҡәтле) сүрәһенең 78-се аятында[6] Аллаһ Исемен тәбрикләү тураһында әйтелә (тәбәрәкә- смү- раббикә)[7].
Тарихынан
үҙгәртергәҒәрәптәргә Ислам дине иңгәнсе, яһилиәт осоронда, улар төрлө илаһтарға, һындарға табынғандар. Шуға күрә берәй шулар исеме менән, Бисмил-Лат һәм Бисмил-Ғүззү, тип эшкә тотонғандар.
Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Рисаләт иңгәс, ул Бисмиллаһ (Аллаһ исеме менән) тип әйтә торған булған. Мәгәр Ән-Нәмл сүрәһе иңгәндән һуң Ул тулы итеп «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» тип әйтә башлаған һәм Ҡөрьәндә шулай итеп нығынған[8].
Каллиграфия
үҙгәртергәБисмиллаһ кәлимәһе Ислам, ғәрәп каллиграфияһында бик яратып һәм йыш ҡулланыла.
Мал салыу
үҙгәртергәМалды һуғымға салыр алдынан Бисмиллаһ тип әйтеү итте хәләл итә. Әммә Ислам ҡағиҙәләре буйынса харам тип һаналған малды (мәҫәлән, сусҡаны) Бисмиллаһ тип салыу уны хәләл итмәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ньюби, 2007, с. 62
- ↑ Ҡөрьән/һылтанма|15|87
- ↑ Ҡөрьән/һылтанма|11|41
- ↑ Ҡөрьән/һылтанма|56|74, Ҡөрьән/һылтанма|56|96, Ҡөрьән/һылтанма|69|52, Ҡөрьән/һылтанма|87|1.
- ↑ Ҡөрьән/һылтанма|96|1.
- ↑ Ҡөрьән/һылтанма|55|78.
- ↑ William A. Graham Basmala (Supplement 2016) // Encyclopaedia of the Qurʾān, General Editor: Jane Dammen McAuliffe, Georgetown University, Washington DC.
- ↑ Şamil İslam Ansiklopedisi
Әҙәбиәт
үҙгәртергәБисмиллаһ Викимилектә |
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.