Юныс (пәйғәмбәр)

Кит тарафынан йотолоуы менән билдәле пәйғәмбәр

Юныс (ғәр. يونس‎), Зун-Нун (ғәр. ذو النون‎ — Кит хужаһы‎) — Ниневия халҡына ебәрелгән ислам пәйғәмбәре. Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алына. Библия пәйғәмбәре Иона менән тиңләштерелә.

Юныс
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө Б. э. т. V быуат
Тыуған урыны Ниневия, Мосул, Найнава[d]
Вафат булған көнө I быуат
Вафат булған урыны Ниневия, Мосул, Найнава[d]
Һөнәр төрө Пәйғәмбәрҙәр
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән
Изображается на Ҡөрьән
 Юныс Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Юныс пәйғәмбәр Ниневияла йәшәгән халҡына бер аллалыҡ дәғүәте өсөн ебәрелә. Буйһонмаҫ халыҡ оҙаҡ йылдар буйына Юнысты кире ҡаға, һәм шул саҡта ул Раббынан бының өсөн ҡаты яза биреләсәген иҫкәртеп, уларҙы ташлап китергә ҡарар итә. Аллаһ уға кисекмәҫтән кире ҡайтырға һәм үҙ халҡы араһында ҡырҡ көн дауамында дәғүәтен дауам итергә ҡуша. Юныс пәйғәмбәр Аллаһтың ҡушҡанын үтәй һәм кире әйләнеп ҡайта, әммә кешеләр һаман уны тыңларға теләмәй. Шул саҡта Юныс, өмөтөн юғалтып, утыҙ етенсе көнгә Ниневиянан китә.

Ниневия халҡының тәүбәһе

үҙгәртергә

Пәйғәмбәр Юныс Ниневиянан киткәндән һуң ҡаланы ҡара болоттар ҡаплай. Кешеләр ныҡ ҡурҡа һәм Аллаһтан мәрхәмәт һорап, доға ҡыла башлай. Улар Юносты ғәҙелһеҙ кире ҡаҡҡандарын аңлап, үкенәләр һәм Аллаһҡа иман килтерәләр. Аллаһ уларҙың гонаһтарын ғәфү итә һәм ҡара болоттар ҡала өҫтөнән тарала башлай. Ҡөрьәнгә ярашлы, Ниневия халҡы тәүбә иткәндән һуң ҡаты язанан ҡотолған берҙән-бер халыҡ була[1]. Пәйғәмбәр халҡының язаға тарттырылмауын күрә, әммә уны йәнә алдаҡсы тип иғлан итеүҙәренән шикләнеп, ҡалаға инергә баҙнат итмәй. Ҡурҡып, Юныс Тигр йылғаһына юллана, карапҡа ултырып, диңгеҙгә йөҙөп китә.

Кит ҡорһағында һынау

үҙгәртергә

Юныс пәйғәмбәр ултырған карап асыҡ диңгеҙгә сыҡҡас, көтмәгәндә һыуҙа ҡатып ҡала. Команданың уны урынынан күсерергә маташыуы уңышһыҙ тамамлана, һәм шул саҡта карапта үҙенең хужаһынан ҡасып килгән ҡол булыуын фараз итәләр. Уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, ҡасҡын ҡолдарҙы асыҡлау өсөн тотҡан йәрәбә кемгә төшһә, ҡалған экипажды ҡотҡарыу өсөн шуны диңгеҙгә ташларға тейеш булғандар. Пәйғәмбәр уларға нәҡ ошо хәлдең сәбәпсеһе булыуын таный, әммә уға ышанмайҙар. Йәрәбә Юнысҡа өс тапҡыр сыҡҡандан һуң, уны диңгеҙгә ташлайҙар[2]. Юнысты эргәлә йөҙөп барған кит (йонос балығы) йота[3]. Кит эсендә тулыһынса аңында ҡалған Юныс сабырһыҙлығы өсөн үкенә, Һәм Аллаһ уны ғәфү итә[4].

Бер нисә көн кит эсендә йөрөп көсһөҙләнгән Юныс пәйғәмбәр диңгеҙ буйына сығарып ташланыла[5]. Уның янында ҡабаҡ ағасы үҫеп сығып, Ҡояштан һәм бөжәктәрҙән һаҡлай[6]. Бер нисә көндән хәл инеп, Юныс Аллаһ бойороғо буйынса йәнә үҙ халҡына бара һәм пәйғәмбәрлек эшмәкәрлеген дауам итә[7].

Риүәйәттәргә ярашлы, Юныс пәйғәмбәр Ниневияға яҡынлашҡас, бер көтөүсене осрата, ул Юныс киткәндән һуң булған хәл тураһында һөйләй һәм, ҡотҡарылған халыҡ пәйғәмбәрҙең кире ҡайтыуын көтә, тип өҫтәй. Ҡала халҡы, Юныстың ҡайтыуы тураһында белгәс, шатланып ҡабул итә, дингә һәм дөрөҫ табыныуға өйрәнә башлай.

Ҡөрьәндең унынсы сүрәһе Юныс пәйғәмбәр хөрмәтенә аталған һәм 109 аяттан тора. Был сүрә Мәккәлә «Исра» сүрәһенән һуң төшөрөлә. 40-сы, 94-96-сы аяттар ғына Мәҙинәлә иңә. 98-се аятта Ниневия халҡы тураһында әйтелә, тәүбә иткәндән һуң улар Аллаһ тарафынан ғәфү ителә.

  Юныс халҡынан башҡа иман килтергән һәм уға иманы файҙа иткән берәй ҡала булдымы? Улар иман килтергәс, Беҙ уларҙан был донъялағы хурлыҡ ғазабын алып ташланыҡ һәм уларҙы билдәле уаҡытҡа тиклем файҙаландырҙыҡ..
 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Пиотровский М. Б. Йунус // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 121. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Йунус // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Yūnus / B. Heller-[A. Rippin]. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)