Төп менюны асырға

ХафизлыҡҮҙгәртергә

Ҡөрьәнде тулыһынса ятлап алып, Изге Китаптың йөкмәткеһен һаҡлап тороусы был кешеләрҙе мосолмандар Ҡөрьән хафизхафиз әл-Ҡүрьән») тип атай, улар мосолмандарҙың айырым дини ҡатламы һанала.

Күплектә — «хафаза» тип атала.

Хафиз тип шулай уҡ тиҫтәләрсә мең хәҙисте, уны тапшырыусыларҙы, шулай уҡ хәҙисте тапшырған кешеләрҙең шәхси сифаттарын, уларҙың ышаныслылығын, тоғро һүҙлелеген, хата-кәмселектәрен яттан белгән мөхәҙистәрҙе лә (хәҙис белгестәрен) атайҙар.

ТарихынанҮҙгәртергә

Ҡөрьәнде ятҡа бикләүҙең, йәғни ятлап алыуҙың Ислам ҡомартҡыларын һәм тәүсығанаҡтарын һаҡлап ҡалыуҙа әһәмиәте бик ҙур. Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары, хәҙистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе тере сағында уҡ махсус ятлап алыныла башлаған һәм артабан быуындан-быуынға тапшырыла барған.

Ҡөрьәндең үҙгәрешһеҙ һаҡланып килеүендә хафиздарҙың хеҙмәте ҙур. Ҡөрьәнде һәм хәҙистәрҙе ятлап алыу традицияһы бөгөнгәсә һаҡланып килә.

Билдәле хафиздарҮҙгәртергә

Билдәле Ҡөрьән хафиздар иҫәбенә ошо шәхестәр инә

  • Әбд әр-Рахман ибн Мәхди (һижри 198 йылда вафат),
  • Ибн Әбу Шәйбә (һижри 235 йылда вафат),
  • Ибн Әсәкир (һижри 571 йылда вафат),
  • Ғабдулла ибн Әбд әр-Рахман әд-Дәрими (һижри 255 йылда вафат),
  • Ибн Әбу Хәтим әр-Рази (һижри 327 йылда вафат),
  • Ибн Әбд әл-Бәрр (һижри 463 йылда вафат).

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Хафиздар тураһында видеоларҮҙгәртергә

  •   Видео Таджик Хафиз Самые лучшие чтение корана в мире
  •   Видео Слепой Хафиз читает Коран!
  •   Видео 12-летний хафиз ведет таравих в Казани
  •   Видео Один из лучших хафизов Корана в мире!
  •   Видео 13-летняя чеченка стала хафизом в Британии.
  •   Видео Хафизы мира
  •   Видео Хафиз Шариф Знает 10 видов кираат
  •   Видео Девушка-хафиз из Саратова пробилась в финал Конкурса в Дубае
  •   Видео Таджикистан Хафиз 1 место в мире.
  •   Видео Таджик хафиз коран в Тегран