Әбү Ләһәб
Ғәбд әл-Ғүззә ибн Ғәбд әл-Моталлип (ғәр. عبد العزى بن عبد المطلب), Әбү Ләһәб тигән ҡушамат менән билдәле (ғәр. أبو لهب; VII быуат уртаһы, Мәккә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — һижрәнең 624 йылы, шунда уҡ) — Мөхәммәт Рәсүлулланың ﷺ атаһының бер туған ҡустыһы, Мәккәлә дәғүәт алып барған һуңғы осорҙа оторо яуызлыҡтар ҡылған, ҡаршылыҡ күрһәткән кеше. Уның тураһында Ҡөрьәндә сүрә бар.
Әбү Ләһәб | |
ғәр. أَبُو لَهَبٍ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 549 |
Тыуған урыны | Мәккә, Хижәз |
Вафат булған көнө | 624 |
Вафат булған урыны | Мәккә, Хижәз |
Атаһы | Ғәбд әл-Моталлип[1] |
Әсәһе | Любна бинт Хаджар[d] |
Бер туғандары | Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип, Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип, Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб һәм аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d] |
Хәләл ефете | Өммө Йәмил[d][2] |
Балалары | Утба ибн Абу Лахаб[d], Утайба ибн Абу Лахаб[d], Му‘аттиб ибн Абу Ляхаб[d], Дурра бинт Абу Ляхаб[d], Азза бинт Абу Ляхаб[d] һәм Халида бинт Абу Ляхаб[d] |
Һөнәр төрө | сауҙагәр, сәйәсмән, диссидент |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Әл-Мәсәд |
Әбү Ләһәб Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Биографияһы
үҙгәртергәБашта Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ менән яҡшы мөнәсәбәттә була, улдары ҡыҙҙарына әйттерелгән була. Әбү Талиптың вафатынан һуң 619 йылда Әбү Ләһәб Бәнү Хәшимдең башлығы булып китә һәм Мөхәммәт ﷺ мәжүси һындарға табыныуҙан тулыһынса баш тартҡанға тиклем яҡлай әле. Ағаһының ярҙамдан баш тартыуы Рәсүлдең хәлен ныҡ хөртәйтә һәм Мәккәнән күсергә мәжбүр итә[3].
Әбү Ләһәб (ут атаһы (эйәһе), тамуҡ киҫәүе) ҡушаматы уға Әл-Мәсәд сүрәһе нән алып бирелгән. Әбү Ләһәбтең ҡатыны ла (Әбү Суфыяндың туғаны Үмм Йәмил), хаслыҡ ҡылып, Пәйғәмбәрҙең ﷺ аяҡ аҫтына, өҫтөнә сәнскәктәр, тиҙәктәр ырғыта торған була[3].
Әбү Ләһәб Бәҙер һуғышында ҡатнашмай, сөнки һеңлеһе Әтикәнең төшө насар була. Ул ҡорайыштарҙың ғәскәрен ҡоралландырырға, һуғышсылар ялларға бик күп аҡса бирә. Мосолмандар еңеп сыҡҡас, ул ҡайғыһынан бер нисә көндән үлә. Тәненән бик насар еҫ сыға, уға хатта уландары бер нисә көн яҡын килә алмай. Бер ниндәй йолалар атҡармай ғына күмеп ҡуялар[4].
Әбү Ләһәб Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺҠөрьәндә телгә алынған берҙән-бер дошманы.
تَبَّتْ يَدَا أَبِي لَهَب ٍ وَتَبَّ مَا أَغْنَى عَنْهُ مَالُه ُُ وَمَا كَسَبَ سَيَصْلَى نَارا ً ذَاتَ لَهَب ٍ وَامْرَأَتُه ُُ حَمَّالَةَ الْحَطَبِ فِي جِيدِهَا حَبْل مِنْ مَسَد
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде А. Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Али-заде А. Абу Лахаб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 3,0 3,1 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Али-заде, А. А., 2007