Лоҡман, Лүҡмәән[2] (ғәр. لقمان‎; беҙҙең эраға тиклем XI быуат[3]), — исламда хаҡ тәҡүә тип хөрмәт ителгән боронғо аҡыл эйәһе («хәким»). Ҡөрьәндең 34 аяттан торған 31-се сүрәһе Лоҡман исеме менән аталған һәм Мәккәлә «Саффат» сүрәһенән һуң иңгән. Ҡөрьән буйынса, Лоҡман бер Аллалыҡты төшөнгән аҡыл эйәһе булған.

Лоҡман
ғәр. لقمان
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1698[1]
Вафат булған көнө 1769[1]
Һөнәр төрө баснописец, табип
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Luqman
 Лоҡман Викимилектә

Тормош юлы үҙгәртергә

Лоҡмандың сығышы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ. Бер риүәйәттәр буйынса, ул үҙенең хужаһынан Исраил кешеһе азат иткән эфиоп ҡоло булған. Башҡаларҙың әйтеүенсә, ул Суданда (Омдурман) балта оҫтаһы һәм тегенсе булған[4].

Ҡөрьәндә үҙгәртергә

Ҡөрьәндең 31-се сүрәһендә Аллаһ Лоҡманға тәрән аҡыл бүләк итте, тиелә. Улына өгөт-нәсихәттәрендә ул ҡөҙрәтле Аллаһҡа ышанырға һәм Уға ширк тотмаҫҡа, доға ҡылырға, гонаһтан ситтә торорға, яҙмыш һынауҙарына түҙергә, тәкәббер һәм маҡтансыҡ булмаҫҡа васыят итә[5]. Лоҡман улына атлағанда ла, телмәрҙә лә баҫалҡы булырға васыят итә, сөнки «иң йәмһеҙ тауыш — әлбиттә, ишәк тауышы»[6].

Ҡөрьән тәфсирселәре йыш ҡына Лоҡманды Библиялағы Валаам тип таный. Ҡайһы берәүҙәр уны пәйғәмбәрҙәргә индерә, әммә күпселеге уны хаҡ тәҡүә (сәлих) тип һанай[4]. Ислам әҙәбиәтендә Лоҡман исеменә бәйле күп аҡыллы һүҙҙәр һәм әйтемдәр билдәле. Һуңғы урта быуаттарҙа Лоҡманды Эзоп менән тиңләйҙәр, мәҫәлдәр авторы тип иҫәпләп, уны йәмһеҙ ҡара ҡол тип һүрәтләйҙәр[5].

Бик күп ғәрәп йолаларының килеп сығыуы уға бәйле һанала[7].

Версияларҙың береһе буйынса, Лоҡман Дауыт пәйғәмбәр заманында йәшәгән, уның менән осрашҡан, унда уҡыған. Диндең төрлө аспекттарын ул шул тиклем яҡшы белгән, шуға күрә Дауыт уны хатта судья итеп тәғәйенләгән[4].

Мәҙәниәттә үҙгәртергә

Лоҡман образына (Луқмон) Алишер Навои ҙа мөрәжәғәт итә. Уныңса был аҡыл эйәһе, фани донъя данын ҡалдырып, харабаларҙа төпләнә һәм әҙ генә менән ҡәнәғәт булып йәшәй[8]. Аҡыл эйәһе Лоҡман образы төрлө халыҡ риүәйәттәрендә, атап әйткәндә, афған риүәйәттәрендә лә осрай[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Luqmān // https://www.bartleby.com/library/bios/3911.html
  2. Локман // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. «По Масуди, он был нубийский невольник, живший во времена Давида» / Локман // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 Али-заде, 2007
  5. 5,0 5,1 Ислам: ЭС, 1991
  6. Луҡман https://ru.quranacademy.org/quran/31:12-19/kul
  7. Ислам: ЭС, 1991, с. 147
  8. Стена Искандара, LXXVIII
  9. Афганские сказки и легенды. — М., 1972. — С. 272—273.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Пиотровский М. Б. Лукман // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 147—148. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Лукман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар үҙгәртергә