Шөғәйеп (пәйғәмбәр)
Шөғәйеп (ғәр. شعيب, ғәрәпсә әйтелеше [ʃuʕajb]) — ислам пәйғәмбәре, мәдйәниҙәргә һәм әйкәтиҙәргә ебәрелгән нәби. Библиялағы Иофор менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә 10 тапҡыр телгә алына.
Шөғәйеп | |
ғәр. شُعَيْب | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
проповедник, пастух |
Тыуған көнө: |
около 16 век до н.э. |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: |
около 15 век до н.э. |
Үлгән ере: | |
Дине: Ағымы: |
|
Балалары: |
дочь (жена Мусы) |
Ҡөрьән шәхесе | |
Исеме башҡа телдәрҙә: |
йәһ. יתרו |
Тиңләнә: | |
Категория: | |
Ҡөрьәндә телгә алыу: |
10 раз: 7:85—93, 26:176—189, 11:89—94 и др. |
Кәрәмәт һәм билдәләр: |
землетрясение и молния |
Бәйле персонаждар: | |
Ваҡиғалар: |
уничтожение мадианитян |
Шөғәйеп Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМәдйән ҡәбиләһе Фәләстиндең көньяғында урынлашҡан. Был ҡәбиләнең бөтә кешеләре лә һатыу һәм һатып алыу ваҡытында хәрәмләшкән була. Мәдйәндәр сәйәхәтселәргә һөжүм итә, талау менән шөғөлләнә. Улар Аллаһтан ҡурҡмағандар, сөнки ялған илаһтарға табынғандар, шулар уларҙы яралтҡан тип уйлағандар.
Аллаһ уларға бер Аллаһҡа табынһындар, кешеләргә изгелек эшләргә, намыҫлы сауҙа алып барырға өйрәнһендәр өсөн Шөғәйепте ебәрә. Мәдйән халҡы пәйғәмбәрҙе кире ҡаға, туғандары булмаһа, уны хатта үлтерерҙәр ине. Шөғәйеп уларҙы Аллаһ юҡ итә алыуын иҫтәренә төшөрә, әммә Мәдйән халҡы уға ышанмай.
Артабан Шөғәйеп сауҙала алдашмау талабы менән Әл-Әйкәт халҡына юллана. Әйкәттәр ҙә пәйғәмбәрҙе кире ҡаға һәм уны алдаҡсы тип атай. Пәйғәмбәрлек миссияһын иҫбатлау өсөн күктән ярсыҡтар төшөрөүҙе талап итәләр.
Ҡайһы бер кешеләр иман килтергән, Шөғәйепкә ҡушылып Мәдйәнгә килгән. Пәйғәмбәр Шөғәйеп Мәдйән һәм әл-Әйкәт халҡына, әгәр улар ерҙә фетнә ҡылыуҙы туҡтатмаһалар, Аллаһ язаһын бирәсәк тип аңлатыуын дауам итә. Халыҡтың аҡһаҡалдары, әгәр улар үҙҙәре тотҡан дингә ҡайтмаһа, Шөғәйептең диндарҙарын ҡаланан ҡыуасағын әйтә. Шөғәйеп мәжүсилек динен ҡабул итеүҙән баш тарта, шунан һуң уларға мөнәсәбәт насарайғандан-насарая башлай.
Кешеләрҙең бер ҡасан да ышанмаясағын аңлап, Шөғәйеп уларға Аллаһтың хөкөм сығарыуын һорай. 7 көн түҙгеһеҙ эҫенән һуң ер тетрәп, Мәдйән халҡы барыһы ла үҙ йорттарының емереклектәре аҫтында һәләк була, уларҙың береһе лә ҡотола алмай.
Шөғәйеп һәм уның диндәштәре ер тетрәүҙән ҡотолоп ҡала. Шунан һуң Шөғәйеп бик оҙаҡ йәшәй. Аллаһ уны йомарт бүләкләй. Шөғәйептең меңләгән кәзә һәм һарыҡтары була, уларҙы пәйғәмбәр үҙе ҡарай һәм көтә.
Шөғәйеп ҡәберҙәре
үҙгәртергәҠөрьәндә Пәйғәмбәрҙең вафат булған урыны күрһәтелмәгән һәм ерләнгән урыны буйынса һәр хәлдә дүрт версия бар.
- «Пәйғәмбәрҙәр Тарихы» китабына ярашлы (О. Н. Топбаш) пәйғәмбәр Шөғәйеп Ҡәғбә янында Мәккәлә ерләнгән.
- Курд версияһы — Вираншәһәр янында Шәһри Шөғәйеп тигән ерҙә.
- Иордан версияһы — Вади-Шөғәйеп үҙәнендә.
- Друздар версияһы — Фәләстиндә Нәби Шөғәйептә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [908 Шөғәйеп] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Пиотровский М. Б. Шу’айб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 301. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Шөғәйеп / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — С. 646.