Һарун (ғәр. هارون‎), Әбү әл-Фәрәдж («йыуатыу атаһы») — ислам пәйғәмбәре, Муса (Муса) пәйғәмбәрҙең ир туғаны. Библиялағы тәүге рухани Аарон менән тиңләштерелә.

Һарун
Зат ир-ат
Рәсем
Тыуған урыны Мысыр
Атаһы Амрам[d]
Әсәһе Иохаведа[d]
Бер туғандары Муса пәйғәмбәр[d][1][2] һәм Мириам[d]
 Һарун Викимилектә

Ҡөрьәндә үҙгәртергә

Һарундың пәйғәмбәрлек хеҙмәте уның ир туғаны Муса пәйғәмбәр менән тығыҙ бәйләнгән була. Мәҫәлән, Муса Һарунды Тәүрат алырға барғанда йәһүдтәрҙең хакимы итеп ҡалдыра, Муса менән бергә фирғәүенгә бара.

Һарун нәҫеленән (Ғайса пәйғәмбәрҙең) әсәһе Мәрйәм Инә булған[3][4].

Мосолмандар Һарун (Аарон) тауында ерләнгән Һарун ҡәберен хөрмәт итә[5].

Һарундың исеме Ҡөрьәндә 20 тапҡыр осрай.

  Хаҡтыр, Беҙ Мусаға ла, Һарунға ла ниғмәттәр (пәйғәмбәрлек, дини дәрәжә һәм донъя малы) бирҙек.   Уларҙы һәм ҡәүемдәрен хәтәр бәләләрҙән (һыуға батып үлеүҙән) ҡот​ҡарҙыҡ.   Уларға ярҙам иттек һәм улар еңеп сыҡты.   Һәр икеһенә лә (дөрөҫлөктө) ап-асыҡ итеп аңлата тор​ған бер Китап (Тәүрәтты) бирҙек.   Һәр икеһен дә тура юлға күндерҙек.  Уларҙан һуң килгәндәргә (яҡшы) хә​тирәләр ҡалдырҙыҡ.  Мусаға ла, Һарунға ла Беҙҙән сәләм (уларға именлек) булһын.   Дөрөҫө шул, изгелек ҡыл​ғандарҙы Беҙ ана шулай бүләкләйбеҙ.   Шик юҡ, икеһе лә мөьмин бәндәләремдәндер.
 

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Али-заде А. Харун (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  2. Али-заде А. Муса (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
  3. Ṭabarī, Taʾrīkh, i, 734
  4. Rippin, Andrew, «Aaron», in: Encyclopaedia of the Qurʾān, General Editor: Jane Dammen McAuliffe, Georgetown University, Washington DC.
  5. на арабском Джабаль наби Харун, то есть Гора пророка Аарона

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Али-заде, А. А. Харун // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Пиотровский М. Б. Харун // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 275. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Hārūn b. ʿImrān / Eisenberg, G.; Vajda, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Ҡөрьәндең башҡортсаға тәржемәһе [1]