Йософ (пәйғәмбәр)
Йософ (ғәр. يوسف) — ислам пәйғәмбәре, Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы, төш юрау кәрәмәтенә эйә. Библиялағы Иосиф пәйғәмбәр менән тиңләштерелә. Уның тормошона Йософ сүрәһе (ғәр. يوسف — сүрәтү Йусуф) бағышланған. Был сүрә — Ҡөрьәндәге ун икенсе сүрә. Мәккәлә иңә. Аяттар һаны — 111. Шуларҙың туҡһан һигеҙе Йософ — Яҡуп пәйғәмбәрҙең улы тураһында. Ә беренсе 3 аят быға инеш булып тора. Уларҙа Ҡөрьән тураһында һөйләнелә.
Йософ сүрәһе | |
Синыфы | |
---|---|
Мәғәнәһе |
Йософ |
Статистика | |
Сүрә номеры |
12 |
Аяттар һаны |
111 |
Джүз |
12 — 13 |
Хизб |
24 — 25 |
Руҡуғ |
12 |
Алдағы сүрә | |
Киләһе сүрә | |
QuranAcademy.org |
Сүрәлә кирелек һәм көнсөллөк кешеләрҙең күбеһен көфөрлөккә килтерергә мөмкин тиелә. Сүрәнең аҙағында әүәлге пәйғәмбәрҙәр, уларға халыҡтарҙың мөнәсәбәте һәм уларҙың ахырҙа гонаһлы кешеләр өҫтөнән еңеү яулауҙары тураһында әйтелә.
Әлеге сүрәнең төп үҙенсәлеге — унда Йософ ғәләйһиссәләм тураһында риүәйәт булыуы һәм ғаилә ағзаларының береһен башҡаларға ҡарағанда күберәк яратыу, уларҙа көнсөллөк килтереп сығарыуын күрһәтә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
- Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтамалар
үҙгәртергәПортал «Ислам» | |
Ҡөрьән Викиөҙөмтәлә | |
Ҡөрьән Викикитапханала | |
Йософ (пәйғәмбәр) Викимилектә |
- Йософ сүрәһенең Ноғмани тәфсире 2011 йыл 13 апрель архивланған.
- Йософ сүрәһенең һәр аятын айырым тыңла(недоступная ссылка)
- Имам.ру сайты
Был Ҡөрьән тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |