Ҡәбил менән Һәбил
Ҡәбил менән Һәбил (ғәр. قابيل وهابيل — Ҡәбил үә Һәбил) — Әҙәм менән Һауаның улдары. Библиялағы Каин һәм Авель менән тиңләштерелә. Аллаһы Тәғәлә икеһенә лә ҡорбан килтерергә ҡушҡан һәм Һәбилдең генә ҡорбанын ҡабул иткән. Көнләшеүҙән Ҡәбил ҡустыһы Һәбилде үлтергән һәм кешелек тарихында беренсе кеше үлтереүсе булып танылған[1]. Һәбилде үлтереү тарихы Ҡөрьәндә бәйән ителә[2], әммә унда туғандарҙың исеме күрһәтелмәгән[3].
Ҡәбил менән Һәбил | |
Ҡөрьән бәйәне
үҙгәртергәӘҙәмдең ике улы ҡорбан килтереүе тарихы Ҡөрьәндең Әл-Мәида сүрәһендә бәйән ителә[4].
Төп нөсхә:
وَاتْلُ عَلَيْهِمْ نَبَأَ ابْنَيْ آدَمَ بِالْحَقِّ إِذْ قَرَّبَا قُرْبَانًا فَتُقُبِّلَ مِنْ أَحَدِهِمَا وَلَمْ يُتَقَبَّلْ مِنَ الْآخَرِ قَالَ لَأَقْتُلَنَّكَ ۖ قَالَ إِنَّمَا يَتَقَبَّلُ اللَّهُ مِنَ الْمُتَّقِينَ لَئِنْ بَسَطْتَ إِلَيَّ يَدَكَ لِتَقْتُلَنِي مَا أَنَا بِبَاسِطٍ يَدِيَ إِلَيْكَ لِأَقْتُلَكَ ۖ إِنِّي أَخَافُ اللَّهَ رَبَّ الْعَالَمِينَ إِنِّي أُرِيدُ أَنْ تَبُوءَ بِإِثْمِي وَإِثْمِكَ فَتَكُونَ مِنْ أَصْحَابِ النَّارِ ۚ وَذَٰلِكَ جَزَاءُ الظَّالِمِينَ فَطَوَّعَتْ لَهُ نَفْسُهُ قَتْلَ أَخِيهِ فَقَتَلَهُ فَأَصْبَحَ مِنَ الْخَاسِرِينَ فَبَعَثَ اللَّهُ غُرَابًا يَبْحَثُ فِي الْأَرْضِ لِيُرِيَهُ كَيْفَ يُوَارِي سَوْءَةَ أَخِيهِ ۚ قَالَ يَا وَيْلَتَا أَعَجَزْتُ أَنْ أَكُونَ مِثْلَ هَٰذَا الْغُرَابِ فَأُوَارِيَ سَوْءَةَ أَخِي ۖ فَأَصْبَحَ مِنَ النَّادِمِينَ |
Ҡөрьән Әҙәмдең улдары ҡорбан килтереүе һәм бер балаһының ғына ҡорбаны ҡабул ителеүен хикәйәләй. Бынан һуң Ҡәбил ҡустыһына үлтереү менән янай. Һәбил иһә Аллаһтан ҡурҡыуын һәм үҙе ағаһына ҡулын күтәрмәйәсәген, ә үлтереүсе кисекмәҫтән тамуҡ утына эләгәсәген әйтә. Үлтерештән һуң Аллаһ ҡоҙғондо ебәрә, ул ерҙе соҡоп, мәйетте нисек йәшерергә күрһәтә. Ошо ваҡиғанан һуң бәнү Исраилдә кеше үлтереү тыйыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде, 2007
- ↑ Әл-Мәида 5:27-31
- ↑ Пиотровский, М. Б., 1987
- ↑ Ҡөрьән Кәрим — Д. Кинельский тәржемәһенән башҡортсаға Ф. Н. Байышев, Д. Д.Мәһәҙиев тарафынан әйләндерелгән
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Кабил и Хабил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Пиотровский М. Б. Кабил и Хабил // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 124. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Кабил и Хабил / Пиотровский, М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987. — Т. 1 : А—К. — С. 602.
- Камал ас-Сейед. Кабил и Хабил // Коранические истории / перевод с арабского М.-Н. О. Османов. — 3-е, доп. — Диля, 2001. — С. 16—23. — 576 с.