Инжил
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Инжил (ғәр. إنجيل - грек. εὐαγγέλιον — Евангелие[1]) — Исламдың дүрт илаһи китабының береһе, Евангелиеның Ҡөрьәндә ҡулланылған атамаһы[1]. Мосолмандар инаныуынса, Инжилде Аллаһы тәғәлә Ғайса пәйғәмбәргә (Иисус Христос) иңдергән [1].
Тәхриф
үҙгәртергәИслам тәғлимәтенә ярашлы, Яңы Ғәһед (Евангелие) беҙҙең көндәргә тәүге нөсхәһендә килеп етмәгән, бары һөйләп кенә бирелгән, быуаттар дауамында үҙгәрештәр (тәхриф) һәм өҫтәмәләр индерелә барған, шуға күрә башта булған нөсхә өлөшләтә генә килеп еткән[1][2]. Атап әйткәндә, Ҡөрьәндә Евангелиелағы предсказывался приход Әхмәт киләсәге тураһындағы өлөш юйҙыртылған[1]. Щул уҡ ваҡытта Ҡөрьәндә Яңы Ғәһедтә булған күпмелер сюжеттар инеп киткән, мәҫәлән, Мәрйәм Инә, Мәрйәм сүрәһе[1].
Тәүге мосолман шәрехләүселәре Библиялағы тексҡа үҙгәреш инмәһә лә, мәғәнәһе үҙгәртелгән (tahrif bi’al ma’ni). Шулай уҡ Имам әл-Бохари «Сәхих» китабының бер өлөшө булған «Бер Аллаһлыҡ китабы»нда («Китаб әт-Тәүхид») , тәхриф тексты түгел, мәғәнәне хаталы тәфсирләү тип аңлата[3]. Мәгәр яйлап текст та үҙгәртелгән тигән фекер өҫтөнлөк ала (tahrif bi’al-lafz)[4]. Христиан апологеты һәм дин белгесе Норман Гайслер иһә бының менән килешмәй, мосолмандар Ҡөрьәнгә ярашлы Яңы Ғәһеттең (Библияның) дөрөҫлөгөн танырға тейеш тип бара[4].
Ислам тәғлимәте буйынса Ҡөрьән иңеү менән Инжилдәге ҡайһы бер өлөштәр Аллаһ тарафынан алып ташланған[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ньюби, 2007, с. 122
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, 2007
- ↑ Ибрагим, 2007
- ↑ 4,0 4,1 Гайслер Н. Л. (инг.)баш. Энциклопедия христианской апологетики = Baker encyclopedia of christian apologetics / пер. В. Н. Гаврилов. — 2-е изд.. — СПб.: Библия для всех, 2009. — С. 115—119. — 1184 с. — ISBN 978-5-7454-1215-8.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- на русском языке
- Али-заде, А. А. Инджил // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Ибрагим Т. К. О каком искажении Библии говорил Пророк? // «Минарет». — Н. Новгород: ИД «Медина», 2007. — № 1 (011). Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
- Ньюби Г. Краткая энциклопедия Ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.
- на других языках
Һылтанмалар
үҙгәртергәИнжил Викимилектә |
- Инжил — Евангелие . Фонд Ихлас. Дата обращения: 12 июль 2015. 2017 йыл 30 август архивланған.