Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәрйәм Инә, МәрйәмҒайса пәйғәмбәрҙең әсәһе, Исламда исеме иң йыш телгә алынған, хөрмәт ителгән мөслимәләрҙең береһе. Уның хөрмәтенә Ҡөрьән Кәримдә 19-сы сүрә «Мәрйәм» сүрәһе тип аталған. Шулай уҡ ул Ҡөрьәндә исемләп аталған берҙән-бер ҡатын. Был сүрәлә Ғайса Пәйғәмбәрҙең донъяға килеүе һәм уның әсәһе Мәрйәм хаҡында бәйән ителә.[1]

Ҡөрьәндә Ғайса Пәйғәмбәрҙең Аллаһ тәғәләнең бойороғо буйынса ғиффәтле ҡыҙҙан донъяға килеүе һүрәтләнә. Ғиффәтле Мәрйәмде ырыуҙаштарының аҙғынлыҡта һәм гөнаһ ҡылыуҙа ғәйепләүҙәре һәм Ғайса Пәйғәмбәрҙе һәләк итергә маташыуҙары өсөн Аллаһ уларға ҡаты яза бирә: "Ғайса ғәләйһиссәләмде инҡар итеүҙәре, кафыр булыуҙары һәм хәҙрәти Мәрйәм хаҡында олуғ булыусы боһтанәйтеүҙәре, йәғни, зина ҡылды, тиеүҙәре сәбәпле, уларға ғазап ебәрәбеҙ. …Йәнә уларҙың:"Дөрөҫлөктә, беҙ Мәсихте — Аллаһы тәғәләнең рәсүле булыусы Мәрйәм улы Ғайсаны үлтерҙек", — тип әйтеүҙәре сәбәпле ғазап бирербеҙ (Коран 4:156-157, «Ҡатындар» сүрәһе, Мөхәммәт Иманҡолый Ҡазани тәржемәһе).

Мәрйәм Инә һәм Ғайса Пәйғәмбәр мосолмандар тарафынан бик ололоҡлана, мәгәр Исламда улар илаһилаштырылмай.

Мәрйәм Инә

үҙгәртергә

Ер йөҙөндә иң йыш телгә алынған, ололанған бер ҡатын бар — ул Мәрйәм Инә. Нәсараларҙа бөйөк был Әсәнең йәнә бер исеме — Дева Мария, йәғни, Ғиффәтле Мәрйәм. Мәрйәм Инә башҡа бер ниндәй дини китапта булмағанса, Аллаһ тарафынан Ҡөрьән Кәримдә айырым сүрәгә лайыҡ ителгән, исеме иң йыш телгә алынған мөхтәрәм зат. 19-сы был сүрә «Мәрйәм» тип атала һәм 98 аяттан тора. Ул ғына ла түгел, Ғайса Пәйғәмбәрҙең һәм уның әсәһенең исемдәрен башҡа сүрәләрҙә һәм хәҙистәрҙә лә осратабыҙ.

Ғайса Пәйғәмбәрҙең мөғжизәле рәүештә донъяға килеүе «Мәрйәм» сүрәһендә тасуирлана (16-35 аяттар).

Ғимран ҡыҙы Мәрйәм ифрат диндар, һәр саҡ Бәйтел-мәҡдистә (Иерусалимдағы ғибәҙәтхана) ҡалдырмай ғибәҙәт ҡыла торған булған. Атаһы ошо ғибәҙәтхананың ихирамлы, олуғ имамы, әсәһе Хәббә бинте Фәҡүд ифрат тәрбиәле, ипле, тәҡүә ҡатын.

Бәлиғ булғас, бер саҡ Мәрйәм башҡаларҙан ситкәрәк китеп, тәнен күрмәһендәр өсөн пәрҙә ҡороп, ғөсөл ала башлай. Ҡапыл уның ҡаршыһында бик сибәр ир һынында Ябраил фәрештә пәйҙә була. Ҡыҙ ҡалтырап төшә һәм: «Әгәр ҙә һин Алланан ҡурҡыусы тәҡүә бәндә булһаң, һинең зарарыңдан Аллаға һыйынам», — ти һала. Ябраил фәрештә иһә:

— Мин Алланың илсеһе. Һине бер пак һәм маҡтаулы бала менән шатландырырға килдем, — тип яуаплай.

Билдәле, Мәрйәм был һүҙҙәрҙән бөтөнләй ҡаушай, ғәжәпләнә:

— Минең нисек балам тыуһын?! Миңә бер ир кешенең дә ҡағылғаны юҡ, мин уйнашсы түгел, — тип асыулы яуаплай.

— Дөрөҫ, — ти Ябраил фәрештә. — Ләкин Раббыбыҙ: «Ир кеше ҡағылмаған ҡыҙҙан бала таптырыу Беҙҙең өсөн бик еңел эш. Беҙ ул баланы ҡөҙрәтебеҙҙе күрһәтер өсөн кирәмәт һәм уға иман килтереүселәргә рәхмәт итеп иңдерәсәкбеҙ. Ул баланы атайһыҙ яралтыу тәҡдир ҡылынған эш, булмайса ҡалмаҫ», — тине.

Шул һүҙҙәрҙән һуң Ябраил фәрештә Мәрйәмдең ауыҙынамы, яғаһынамы өрә. Ауырға ҡалғанын белгәс, әлбиттә, ҡыҙ бик ҡайғыра, кешеләргә күренергә ояла, уларҙан йәшеренеп йөрөй. Берәүҙәр әйтеүенсә, туғыҙ сәғәт эсендә, ә икенселәр фекеренсә, туғыҙ көндән уны тулғаҡ тота башлай. Иҫ киткес сафлыҡта, намыҫсан итеп тәрбиәләнгән ҡыҙ баланың рухи ғазаптарын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Бәндә күҙенән ҡасып бара торғас, ул ботаҡтары киҫелеп бөткән, олоно ғына һерәйеп торған ағас төбөнә килеп ауа.

— Их, ошо хәлде күргәнсә, үлеп, онотолоп бөткән булһамсы! Бәйтел-мәҡдистә ғибәҙәт ҡылыусылар һәммәһе мине таный. Ирһеҙ, ғиффәтле килеш бала табып, халыҡ күҙенә нисек күренәйем, — тип әрней, өҙгөләнә бисара ҡыҙ.

Шул мәл аяҡ аҫтынан тауыш килә:

— Ҡайғырма, әй Мәрйәм! Раббыбыҙ ҡушыуынан, аяҡ аҫтыңда шишмә атылып сығыр. Шул шишмәлә тәһәрәт ал, шуның һыуын эс. Ҡороған хөрмәнең олонон үҙеңә табан тарт, унан һиңә таҙа, яңы өлгөргән емештәре ҡойолор, — ти.

Ғайса ғәләйһиссәләм яҡты донъяға шул рәүешле йыуатҡыс һүҙ менән килә. Рәсүлде фанилыҡҡа фәрештәләр ҡабул итә, уны йыуып, йәннәт ебәгенә төрөп, Мәрйәм Инәнең алдына һала. Шул ваҡытта уға йәнә тауыш ишетелә:

— Әгәр юлыңда берәйһе осрап, был баланы ҡайҙан алдың, тип һораһа, һин: «Бөгөн бер кем менән дә һөйләшмәҫкә нәҙер әйттем»,- тип яуапла.

Ғибәҙәт ҡылыр ваҡыт етә. Шул мәл гел генә уҡыныр михрабында Мәрйәмдең юҡлығын күрәләр. Йыраҡ түгел Бәйт Ләхем тип аталған дошман ҡәүем йәшәгәнгә күрә, ҡурҡып уны эҙләй башлайҙар. Етмәһә, кемдер Мәрйәмдең шул яҡҡа китеп барғанын шәйләп ҡалған. Ҡаршыларына сабый күтәреп килеп сыҡҡан Мәрйәмдең ишетмәгән һүҙе ҡалмай. Атаң-әсәң яҡшы кешеләр, Бәйтел-Мәҡдистә бығаса ишетелмәгән-күрелмәгән насарлыҡ эшләнең, тип битәрләйҙәр генә.

Ә Мәрйәмгә бит һөйләшергә ҡушылманы. Ул ымлап ҡына, яуапты баланан алығыҙ, тигән ишара яһай. Ҡәүемдәштәре оторо ҡыҙып китә:

— Әле һин беҙҙе мәсхәрәләп, имсәк баланан яуап алдыртмаҡсыһың. Ул әле һөйләшеү түгел, бер нәмә лә аңламай.

Шул саҡ күкрәк һөтө менән туйынып ятҡан Ғайса боролоп ҡарай ҙа:

— Дөрөҫлөктә, мин Алланың бәндәһе. Ул миңә Инжилде бирҙе. Мине үҙенең Пәйғәмбәре итте, — тип һөйләй башлай. — Мин ҡайҙа ғына булһам да, ул ер бәрәкәтле була. Аллаһ миңә тере ваҡытта намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, әсәмә изгелек эшләргә бойорҙо. Мине тәкәббер һәм яуыз итмәне. Әсәмдән тыуған көнөмдә, үлгән көнөмдә, тере булып ҡубарылған көнөмдә миңә Аллаһынан сәләм.

Хәҙер бөтә донъяла тиерлек йыл иҫәбе Ғайса Пәйғәмбәр тәүге ауазын һалған мәлдән алып барыла. Бала саҡтан «беҙҙең эраға тиклем», «беҙҙең эра» тип ишетеп үҫтек, тик совет мәктәбендә «эра» нилектән шул ваҡыттан башланғанын ғына аңлатманылар.

Изге Ҡөрьән Кәримебеҙҙең «Мәидә» сүрәһендәге 46-сы аят Ғайса Пәйғәмбәргә Аллаһ Хаҡ Тәғәлә тарафынан йөкмәтелгән бурысты аныҡлабыраҡ бирә: «Беҙ ул Пәйғәмбәрҙәрҙән һуң Ғайса ғәләйһиссәләмгә тиклем иңдерелгән Тәүрат китабының раҫлығын иҫбатлаған хәлдә, Мәрйәм улы Ғайса Пәйғәмбәрҙе ебәрҙек. Үә Ғайса ғәләйһиссәләмгә Инжилде (Евангелие) бирҙек. Ул Инжилдә тура юлды күрһәтеү, нур һәм яҡтылыҡ бар. Беҙ ул Инжилде унан әүәл иңдерелгән Тәүратта булған нәмәне раҫлаусы һәм мыуафиҡ иттек, йәғни ул дин ысулында һәм ғәҡидә* мәсьәләләрендә Тәүрәтҡа мыуафиҡ. Үә Инжилде тәҡүәлек итеүселәргә тура юл күрһәтеүсе һәм өгөт биреүсе итеп ҡылдыҡ.»

«Зухруф» («Зиннәтләнеү») сүрәһенең 59-сы аятында ла тәҡрарлана был ваҡиға: «Ул Ғайса — Беҙ уға Пәйғәмбәрлек ниғмәте биргән ҡолобоҙ. Беҙ уны (йәғни уның атайһыҙ тыуыуын) Бәни Исраил ҡәүеме өсөн бер ғәләмәт һәм ғәжәйеп эш булараҡ ҡылдыҡ».

Мәрйәм улы Ғайсаға Пәйғәмбәрлек иңеп, Аллаһ тарафынан бирелгән дингә өгөтләй башлағас, ҡандаштары хөсөтләшеп, йәнә Рим императоры вәкиленә шикәйәт тапшыра — йәнәһе лә Ғайса Рим хакимлығына ҡаршы сығыш яһай һәм уны емерергә өгөтләй. Вәкил Ғайса ғәләйһиссәләмде тоторға, башына сәнскеле таҡыя кейҙерергә һәм шунан һуң бағанаға ҡаҙаҡларға фарман бирә. Мосолман ғөләмәләре аңлатыуынса, Аллаһ Тәбәрәкә Хәҙрәттәре Ғайсаның ҡиәфәтен үҙгәртә, ә башкиҫәрҙәр алдына Пәйғәмбәр урынына ғүмерен бирергә теләгән Ғайса һынындағы егет килеп баҫа. Быны Ҡөрьән Кәримдең «Ниса» сүрәһендәге 157-158-се аяттар ҙа иҫбатлай.

Мәсих (Мессия) Ғайса ғәләйһиссәләм Ҡөрьән Кәримдә лә, хәҙистәрҙә лә йыш ҡына Мәрйәм улы тип атала — донъяға Рәсүл бүләк иткән әсәгә оло ихтирам күрһәтелеүен аңлата был. Төрлө уйҙырмаларҙан ҡурсылап, Аллаһ тарафынан «Ниса» сүрәһендә Мәрйәм Инәгә бағышланған 156-сы аят иңдерелә. Иман килтермәүселәргә «Ғайса ғәләйһиссәләмде инҡар итеүҙәре, кафыр булыуҙары һәм хәҙрәти Мәрйәм хаҡында олуғ булыусы боһтан әйтеүҙәре, йәғни, зина ҡылды, тиеүҙәре сәбәпле, уларға ғазап ебәрербеҙ».

Мәрйәм Инә данлы, әммә фәжиғәле, ауыр яҙмыш кисергән бөйөк ҡатын, әсә. Аллаһ Үҙе бөйөк миссия үтәтеү өсөн һайлаған тәҡүә шәхес. Ни ғазаптар кисерһә лә, Пәйғәмбәр затлы сабыйға ғүмер биргәнлеген аңлаған әсә уны һаҡлаған, ҡурсыған, йән йылыһын биреп үҫтергән. Уның хаҡына сит ерҙәрҙә килмешәк хәлендә көн күргән, ғәйепһеҙҙән ауыр ялалар ишеткән. Бөгөнгө көндә күпме сабыйҙарҙы әсәләре ташлап китә, хатта йәнен ала. Тормош ауырлығына һылтаналар. Саф килеш нахаҡ һүҙҙәр ишетеп, шуның ауырлығынан һығылғанда, сит-ят яҡтарҙа етем хәлендә ҡағылып-һуғылып йөрөгәндә әле үҙе сабыйлыҡтан яңы сыҡҡан ҡыҙ балаға еңел булғанмы ни!

Башҡорт халҡының уны белеүе, улай ғына ла түгел, яратыуы, үҙ итеүе ябай ғына күренештә лә ярылып ята — беҙ бала саҡта ауылдарҙа Мәрйәм Инә күҙ йәше тип аталған гөл үҫтерәләр ине. Ялтырап торған йомороҡай емештәренән теҙелгән тәсбихтәр әле лә күҙ алдында.

Мәрйәм Инә күҙ йәше

Ғәжәп исемле бер гөл бар-

«Мәрйәм инә күҙ йәше».

Ҡыҙыл яҡуттай — сәскәһе,

Япрағы — ҡара йәшел.

Мәрйәм түккән ҡанлы йәштәр,

Юғалтҡас Ғайса улын,

Ҡитғалар, ваҡыттар аша

Күскән, ти, гөлдәр булып.

Еңел булмаған Рәсүлгә,

Әсәгә еңелме ни,

Бала яраһын меңләтә

Кисерә түгелме ни?!

Инде күпме һыҡтаһа ла

Бәндә Рәсүл хаҡында,

Мәрйәм Инә күҙ йәшенең

Торалмаҫ тамсыһына.

Бөйөк Ғайса Рәсүлуллаһ -

Бөйөк Мәрйәм балаһы,

Һеҙ икәүҙең исемдәре

Ҡиәмәткәсә ҡалаһы.

Гөл емешен тәсбих иттем,

Тартырмын әйтеп зекер.

Рәсүлдәрҙе онотмайбыҙ,

Әлхәмдиллаһ шөкөр.

  • ғәҡидә — инаныс, тәҡүәлек; Исламда — Рәсүлебеҙҙән иңдерелгән рәүештә Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышаныу.
    • рисәләт — Пәйғәмбәр илселеге, рәсүллек.

Гүзәл Ситдиҡова. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. −2008,№ 8 (Мәрйәм Инә)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Mary and Angels(инг.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә