Яңы Байрамғол
Яңы Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 444 кеше[1]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855001.
Ауыл | |
Яңы Байрамғол Яңы Байрамғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Учалы ҡалаһы): 60 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 65 км
Яңы Байрамғол ауылы Миндәк йылғаһының һул яҡ ярында Бүкәндәр һәм Ушанғол (Ишанғол) тауҙары араһында һыйынған. Миндәк йылғаһы саҡрымдағы ғына Урал йылғаһына ҡушыла. Урындағы халыҡ ауылды Байрамғол, ә Урал йылғаһын Яйыҡ тип боронғо исемдәре менән атай.
Тарихы
үҙгәртергәЯңы Байрамғол ауылына 18 быуаттаң 60-сы йылдарында нигеҙ һалына. XVIII быуатта 22 ихата булған, һәр береһендә 13-шәр кеше йәшәгән. X ревизия 427 кеше менән 91 ихата асыҡлай. Йәйләүгә 388 кеше менән 35 йорт сыға. Бөтәһенә лә ла 302 ат, 210 һыйыр, 20 кәзә тура килгән[2]. Миндәк тамағында Яйыҡтың уң яҡ ярында бынан ун — биш мең йылдар элек йәшәгән кешеләрҙең ҡәберлеге табылды. Ундағы таш ҡоралдар, бысаҡтар, балсыҡтан яһалған көршәктәр таш быуаттың неолит дәүерен һәм унан һуң еҙ быуат кешеләренең торлағы булыуын күрһәтә.
Яңы Байрамғол ауылы янында шулай уҡ беҙҙең эраға тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән халыҡтарҙың боронғо ҡаласыҡтары «Яңы Байрамғол—1», «Яңы Байрамғол—2» табылған. Ул ҡаласыҡтарҙа ҡаҙып алынған материалдар Учалы ҡалаһының төбәкте өйрәнеү музейында һаҡлана.
Ауылдың көнбайышындағы тауҙың башында яңғыҙ ҡәбер бар. Ошо тирәлә ырыуҙаштарының баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшен Ушанғол батыр етәкләгән. Яуҙа һәләк булһам, ошо тау башында ерләгеҙ, тигән ул. Баҫҡынсылар менән бер һуғышта батыр яугир һәләк була. Уны ерләп, ҡәберен таш менән уратып кәртәләйҙәр. Тауҙы шунан башлап «Ушанғол» тип атайҙар. Халыҡ телендә хәҙер ул тау атамаһы Ишанғол булып яңғырай.
Бүкәндәр тауы атамаһы бында бүкәнгә оҡшаған таштар булыуы менән бәйләйҙәр.[3]
Ауылда бер нисә аймаҡ бар: ҡуяндар, таҙҙар, онтаҡтар, айыуҙар, башҡаптар, ыҫты кейеҙҙәр, ҡалпаҡтар, бүҫкәләр, өс мөйөштәр, алтаяҡтар, ҡуҡыйҙар.
1812 йылғы Ватан һуғышында Яңы Байрамғол ауылынан Сәйфетдин Ҡәҙерғәлин (ҡаһы бер сығанаҡтар буйынса Кидрялин) 2 көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
1906 йылда Рәсәй Империяһы Дәүләт думаһына беренсе һайлау була. Ул күп баҫҡыслы булыуы менән хәҙерге һайлауҙан айырылып торған. Тәүҙә һәр ауылда 25 йортҡа 1 кеше иҫәбенән «выборныйҙар» һайланған. Был 1906 йылдың февралендә—март башында була. Шунан, 6 март көнө Учалы ауылында (Типтәр-Учалы волосы) һәм Ҡаҙаҡҡол ауылында (Күбәләк-Тиләү волосы) волость сходтары булып үтә. Ҡаҙаҡҡол ауылындағы волость сходында ауыл сходтарында һайланған 181 «выборный»ҙың 127-һе ҡатнаша, документта әйтелгәнсә, аҫаба башҡорттар һәм вазифа биләүселәр. Күбәләк-Тиләү волосынан:
- Ғаблуллатиф Байғаҙы улы Ғайсин, 53 йәштә,
- «потомственный почетный гражданин» Шаһыбал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов, 59 йәштә.
1906 йылдың 11 апрелендә Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһында волостарҙан «уполномоченныйҙарҙың» өйәҙ съезы була (17 «уполномоченный» ҡатнашлығында). Ырымбур губернаһы һайлау йыйылышына (20 апрел, 1906 йыл) крәҫтиәндәрҙән һайланыусылар («выборщиктар») булып 4 кеше һайлана. Шуларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ: Шаһибал Сәхәүетдин улы Сәйфетдинов,60 йәштә, «потомственный почетный гражданин из башкир», белеме — өйҙә һәм Байрамғол ауылы мәҙрәсәһендә алынған булырға тейеш, Муса ауылында йәшәгән, игенселек менән шөғөлләнгән.
II Дәүләт Думаһында өс башҡорт депутатының береһе беҙҙең яҡташыбыҙ Шаһибал Сәйфетдинов булған. Ул Думала Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән тәрән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаған. Үҙенең телмәрендә ул батша администрацияһын тәнҡитләгән һәм дөйөм демократик позицияларҙан сығып, ябай халыҡ массаларының мәнфәғәтен яҡлаған".[4]
Ауылда мәсет 1905 йылда ҡарағастан яңыртып һалына. Ул мәсетте һалдырыуҙа Мөжәһетдин Маликов, Шаһыбал Сәйфетдинов, Лоҡман байҙар, Троицк ҡалаһынан Әхмәт бай, Латиф Байғаҙы улы Ғәйсин (Латыф хәҙрәт) булышлыҡ итәләр. Мәсетте Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһынан яллап килтерелгән балта оҫталары һала. Мәсет янында ике биналы мәҙрәсә лә була. Береһендә шәкерттәр йәшәй һәм белем ала, икенсеһе — ашхана. Шәкерттәр төрлө яҡтан килә: Ҡатай, Күбәләк ырыуынан. Заманына күрә бик данлыҡлы мөғәлимдәр белем бирә был мәҙрәсәлә Минһажетдинов (Ҡобағош ауылынан), Әхмәҙиә Мамилин (Сораман ауылынан), Ғабдуллатиф Байғаҙы улы Ғайсин (Байрамғол ауылынан, уның бик бай китапханаһы ла була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул китапхана, 1930 йылда, мәсеттең манараһын алап ташлаған ваҡытта, яндырыла) шәкерттәргә төплө белем бирәләр. Шәкерттәр араһында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре лә бар: Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (Ҡотой ауылынан), Муса Мортазин уҡый[5].
Мотаһар Мортаза улы Мортазинда Байрамғол ауылынына нигеҙ һалыусы Байрамғол олатайҙың шәжәрәһе һаҡланған. Байрамғол менән Ҡәйепҡол — бер туғандар. Байрамғолдоң улы Йәноҙаҡ (уның 7 улы булған), уның улы Салих, Салихтың улы Йыһанша (Волость старшинаһы булған), уның улы Вәлиулла, Вәлиулланың улы Мортаза, Мортазаның улы Мотаһар, Мотаһарҙың улдары; Мозафар, Радик (Мәғәфүр), Нил һәм Әхәт[5].
Бөгөнгө көнө
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, клуб, медпункт, китапхана бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергәҺуғыш ветерандары
үҙгәртергә- Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы (рус. Абдразаков Габдрахим Абдрафикович; 28.11.1914— 25.05.2004) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы разведчигы. Рядовой ҡыҙылармеец.
- Хайруллин Атаулла — 1905 йылғы рус—япон һуғышында Изге Анна миҙалына лайыҡ була.
- Билалов Муса Ғайса улы — иҡдисад фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Ғабдуллин Хөснөтдин Нафиҡ улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм III Дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
- Ғарипов Сибәғәт Ғариф улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены кавалеры.
- Ғинийәтуллин Сәғәҙәт Ғинийәтулла улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены кавалеры
- Йосопов Мәсғүт Ибраһим улы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Сәғитуллин Насип Сафиулла улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Шагиев Мофассал Мостафа улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры .
- Шарипов Ғаҡыл Йәғәфәр улы — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Ауыл хужалығы алдынғылары
үҙгәртергәБелгестәр
үҙгәртергә- Әхмәҙиев Риф Әхмәтйән улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, агроном.
- Лотфуллин Ғәбдрәүеф Һибәттула улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Механизаторҙар
үҙгәртергә- Игелеков Абрар Ғабдулла улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор.
- Камалетдинов Сәғәҙей — «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, тракторсы.
- Хәйруллин Фәйзулла Сибәғәт улы — Салауат Юлаев ордены кавалеры, комбайнер.
- Шагиев Юлай Мофассал улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, комбайнер.
Малсылар
үҙгәртергә- Фазлетдинов Иркәбай Кинйәбай улы — Почёт Билдәһе һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, мал ҡараусы.
- Шарипова Мәхмүзә Иҙрис ҡыҙы — Ленин ордены кавалеры, алдынғы һауынсы.
- Ғарипов Марат Сабит улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, машина менән һауыу операторы.
- Ғарипова Миңсара Хәләф ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, машина менән һауыу операторы.
Химия өлкәһендәге белгестәр
үҙгәртергә- Йосопов Мәҡсүт Ибраһим улы - Стәрлетамаҡ сода комбинатында эшләгән , химия промышленосының атҡаҙанған эшсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.02.1974) кавалеры.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергә- Нажия Аллаярова — опера йырсыһы, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, —
республиканың билдәле композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахмановтың тормош иптәше.
- Байрамғолова (Аллаярова) Нилә Ильяс ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
- Фархутдинова (Ғарипова) Флорида Сибәғәт ҡыҙы -Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, китапханасы.
- Фархшатова (Әхмәҙиева) Луиза Азамат ҡыҙы — Башҡортостан Дәүләт телестудияһында «Тамыр» каналын ойоштороусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мортазин Әхәт Мотаһар улы — Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Яҡупова (Мортазина) Гөлназ Мозафар ҡыҙы — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы.
- Жамалов Ринат Заһретдин улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергә- Ҡорманаева Фәриҙә Хәлфетдин ҡыҙы — РСФСР-ҙың мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Фазлетдинова Жәүиҙә Фәтхетдин ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Әхмәҙиев Азамат Ғинийәт улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), уҡытыусы.
- Ямалетдинова Фәнидә Мөждәбә ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Игелекова Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, уҡытыусы.
- Жамалова Земфира Заһретдин ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Шарипов Булат Бикмөхәмәт улы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Жамалова Мәүә Сабирйән ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Мифтахова Ғәйшә Әхмәҙиә ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
- Солтанова Вилиә Салих ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт, элемтә хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергә- Илтенбаева (Игелекова) Миңзифа Абрар ҡыҙы — «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Вафина Сара Мөхәмәт ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған почта хеҙмәткәре.
- Йосопова (Хабибуллина) Ғәйшә Вәкил ҡыҙы - Учалы элемтә үҙәге алдынғыһы
Медицина хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергә- Йосопова (Ибраһимова) Әлфиә Ибраһим ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре
Төҙөүселәр
үҙгәртергә- Ғарипов Сөнәғәт Сибәғәт улы — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Йәнгирова Фатима Аллабирҙе ҡыҙы — II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры — төҙөүсе.
Ғалимдар
үҙгәртергә- Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19.08.1973) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары[1]. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).
- Муса Ғайса улы Билалов — иҡтисад фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышы]] ветераны, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (28.06.1975) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты. Философия фәндәре докторы (2009).
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәАуыл янында, Яйыҡ йылғаһы буйында арехологик ҡомартҡы — боронғо неолит дәүере ғибәҙәтханаһы - Баҡшай ҡаласығы урынлашҡан.
|
---|
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 444 | 224 | 220 | 50,5 | 49,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергә- Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Иманғол урамы (рус. улица Имангул)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Мышағыр урамы (рус. улица Мышагыр)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
- Троицк урамы (рус. Троицкая улица)
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[7].
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Нәрәле һырты
- Фәйез шишмәһе
- Мөғлифә тауы
- Ишәнғол тауы
- Мушағыр тауы
- Баҡшай объекты
- Янтыҡбаш тауы
- Салғыштау
- Бөркөтоя тауы
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәБашҡорт халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- Туйтүбә. Учалы районы Яңы Байрамгол ауылы Флүзә Әхмәҙиеванан Ләүизә Әхмәҙиева яҙып алган. Башҡорт Халыҡ ижады. ΙΙ том.— БДУУ , БӘ ФК , ФФ, д. 1, л. 587— 588; БХИИ , Р Л , Ха ПО; БИТ, П Л , № 56[8]
- Учалы. 1965 йылда Учалы районы Иҫке Байрамғол ауылы Хәлит Усмановтан (1896 йылғы) С. Галин яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 47, д. 3, л. 20; БХИ, РЛ, № 139; БПЛ, № 67; БНТ, ПЛ, № 160.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Ауыл тураһында
- OpenStreetMap проектында ауыл картаһы
- https://vk.com/id336669479
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Яңы Байрамғол ауылы тарихы. Бәхтийәр Ғатаулла улы Кейекбаевтың ҡульяҙмаһынан.
- ↑ Зарипов Әлим. Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт. Башҡортостан тарихы буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — 264 бит.
- ↑ 5,0 5,1 Яңы Байрамғол ауылы урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғәриф алдынғыһы Шарипов Булат Бикмөхәмәт улының шәхси ҡулъяҙмалары
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |