Ҡотой (Учалы районы)
Ҡотой (рус. Кутуево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Ураҙ ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 230 кеше[1]. Почта индексы — 453741, ОКАТО коды — 80253888004.
Ауыл | |
Ҡотой Ҡотой | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 40 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ураҙ (Учалы районы)): 16 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 45 км[2].
Район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа табан һәм Учалы тимер юл станцияһынан 45 км алыҫлыҡта Миндәк йылғаһы ҡушылдығы Шәгәр йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәҠотой ауылына Верхнеурал өйәҙе Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1786 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1740 йылдан) билдәле. Тәүге төпләнеүсенең улы Биктимер Ҡотоев булған, ауыл уның атаһы Ҡотой исеменән барлыҡҡа килгән. 1795 йылда Ҡотой ауылында 8 йортта 68 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында 17 хужалыҡта 82 ир-ат һәм 67 ҡатын-ҡыҙ, ә 1866 йылда 35 йортта 177 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында йорттар һанының (67) һәм халҡының (354 кеше) артыуы күҙәтелгән. Ҡотой ауылы халҡы Иҫәкәй, Тура йылға, Баранбай, Ҡашмаҡһаҙ йылғалары буйындағы дүрт урында күсенеп йөрөгәндәр. 16 хужалыҡ йәйләүгә сыҡҡан, уларҙың 70 аты, 49 һыйыры, 30 һарығы булған. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[3]. Ауылда мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ һыу тирмәне теркәлгән[4].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, магазиндар бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 230 | 118 | 112 | 51,3 | 48,7 |
- Милли состав
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттер буйынса өҫтөнлөклө милләттәр — башҡорттар (100 %).
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
үҙгәртергә1837 йылда[5] һәм 1859 йылда[6] Ҡотой уылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре
үҙгәртергә- Абдрахманов Илдус Барый улы (2.01.1942) — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2002), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1992), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
- Солтанов Исмәғил Хөсәйен улы (14.11.1890—31.05.1927) — башҡорт совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1923—1927 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе урынбаҫары һәм Эске эштәр халыҡ комиссары[7].
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Шәгәр йылғаһы
- Исәкәй йылғаһы
- Тура йылға
- Ҡашмаҡһаҙ йылғаһы
- Олотау
Урамдары
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡотой (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 19. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- 1837 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1859 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 19. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡотой (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |