Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы
Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы (28 июнь 1975 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты. Философия фәндәре докторы (2009).
Вилданова Гүзәл Булат ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Яңы Байрамғол ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
гносеология, онтология |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
доцент |
Биографияһы
үҙгәртергәГүзәл Булат ҡыҙы Вилданова 1975 йылда 28 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 1992 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) Педагогия факультетына уҡырға инә.
Аспирантура, докторантура тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында башлай.
2013 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Тормошта, өс бала әсәһе.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәГүзәл Булат ҡыҙы студент йылдарында уҡ ғилми-тикшеренеү эштәренә ылыға, йәшәү мәғәнәһе, хаҡиҡәт, тәрбиә проблемалары менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Шуға ла профессор Валерий Хәзиев тәҡдиме менән 1997 йылда уҡыуын бөтөү менән Башҡорт дәүләт педагогия институты философия, йәмғиәтте һәм сәйәсәтте өйрәнеү кафедраһының аспирантураһына ҡабул ителә һәм уны, «Мудрость и истина: гносеологический анализ» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, 1999 йылда уңышлы тамамлай. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы тарих факультетында философия кафедраһы уҡытыусыһы булып башлай.
Гүзәл Булат ҡыҙы Вилданованың ғилми тикшеренеүҙәре фәлсәфәнең мөһим мәсьәләләре — гноселология һәм онтология, хаҡиҡәт, йәшәү мәғәнәһен эҙләү, дини ҡиммәттәрҙе һәм башҡорт халҡының милли эпосы «Урал батыр»ҙың фәлсәфәһен өйрәнеүгә арналған. Ғалимдың 100 артыҡ хеҙмәте, шул иҫәптән монографиялары ошо темаларға бағышланған.
Докторлыҡ диссертацияһын — 2009 йылда яҡлай, тема — «Онто-гносеологические основания мудрости и истины». Фәнни косультант — фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Хазиев Валерий Семен улы.
2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының философия һәм йәмғиәтте өйрәнеү факультетының йәмғиәт эштәре кафедраһы доценты булып эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәСтудентар өсөн ойошторолған «Дискус+» клубын етәкләй. Клуб йәштәр өсөн актуаль булған мәсьәләләрҙе уртаға һалып, уларҙан сығыу юлдарын эҙләүгә, сәләмәт тормош пропагандалауға бағышланған. Студентар өсөн был түңәрәк 2003 йылда, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эшләй башлай. Бөгөнгө көндә «Дискус» клубы исемен «Дискус+» тип үҙгәртеп, Башҡорт дәүләт университетының Йәмғиәт эштәре кафедраһы базаһында уңышлы эшләп килә.
Гүзәл Булат ҡыҙы шулай уҡ «Айыҡ Башҡортостан» йәмғиәт ойошмаһы лидерҙарының береһе. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты.
Ғалим шулай уҡ Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015ҙа һәм «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Гносеологический анализ мудрости и истины — Уфа: 2001. — 159 с.
- Смысл жизни человека: ценности и смысложизненные ориентации — Уфа: 2007 [В соавт.]
- Онто-гносеологические основания мудрости и истины — Уфа, 2008. — 326 с.
- Методологические проблемы «обретения» мудрости и истины — Уфа, 2013. — 232с.