Муса (Учалы районы)
Муса (рус. Мусино) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Яңы Байрамғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 83 кеше[2]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855003.
Ауыл | |
Муса рус. Му́сино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453743 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 70 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Байрамғол): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 75 км[3]
Тарихы
үҙгәртергәКантон начальнигының 1847 йылдың 13 ноябрендәге күрһәтмәһе буйынса Байрамғол ауылынан 14 ғаилә Муса ауылына нигеҙ һала. 1850 йылдың 8 авгусында ошонда тағы ла 58 йәшлек Йосоп Ҡәйепҡолов етәкселегендәге 15 ғаилә, Мәҫкәү ауылынан (Йәмлих Таяров) 1 ғаилә күсеп килә. Ауыл Муса Илебәков (1790 йылда тыуған) исеме менән атала, уның балалары Мәхәмәтзөфәр, Ишнияз, Түшәкәй, Әбделяпар, Сәйетбатал, Сәйетғәфәр.
1850 йылда 30 йортта 140 кеше йәшәй. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәрендә 70 хужалыҡта 390 кеше иҫәпкә алынған[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 83 | 42 | 41 | 50,6 | 49,4 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Муса ауылында башҡорттар (100 %) йәшәй[5]. Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Әхмәтшин Борис Ғайса улы (22.01.1938), ғалим-фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997)[6].
- Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы( 1904 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән (1942).
- Сәйфетдинов Шаһыбал Сәхәүетдин улы (1847—1917) — мираҫ буйынса почётлы граждан, Ырымбур губернаһында йәшәгән башҡорттар исеменән икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы[1]. рустар уға «почетлы башҡорт гражданы» тигән исем бирә.
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Ҡыҙылташ һырты
- Рыстаҡташ тауы
Тәбиғәт ҡомартҡылары
үҙгәртергә- Муса пирамидалары
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ахметшин Борис Гайсеевич 2019 йыл 10 ноябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)